20 сентябрҙән 4 октябргә Өфөлә «Йәйләү» нәфис кейеҙ баҫыу Республика фестиваль-конкурсының икенсе этабы үтәсәк. Проект халыҡ биҙәү-ҡулланма сәнғәте традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беренсе (һайлап алыу) туры Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтарында 2022 йылдың июль-август айҙарында үтте.
Фестивалдә ҡатнашыусылар – йәшенә, сәнғәт белеме, ведоствола булыу-булмауына ҡарамаҫтан, рәссамдар һәм оҫталар, студиялар, мәҙәниәт йорттары һәм үҙешмәкәр коллективтар, махсус урта белем биреү һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттары. Фестиваль һуңғы өс йылда төрлө нәфис кейеҙ техникаһында эшләнгән иң яҡшы әҫәрҙәрҙе тәҡдим итә.
Күргәҙмәгә декоратив панноһы, күләм-киңлек композицияһы, инсталляциялар, декоратив костюмдар ҡабул ителә. Һайлап алғанда жюри ағзалары эштәрҙе башҡарыу оҫталығына, төп идеяның үҙенсәлекле булыуын иҫәпкә ала. Кейеҙ кейемдәрҙе дефиле рәүешендә күрһәтергә лә мөмкин.
Күргәҙмә эштәре «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында 2022 йылдың 14 сентябренә тиклем ҡабул ителә.
Фестиваль-конкурсты ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.
Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 272-61 - 44.