0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
10 Сентября 2022, 07:00

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Әкиәт иле» проекты башланды

  Кисә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры фойеһында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Әкиәт иле» күңелле һәм мауыҡтырғыс проекты үҙ эшен башланы. 

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина уҡыуында Ганс Христиан Андерсендың «Свинопас» һәм  «Принцесса на горошине» әкиәттәрен тәүгеләрҙән булып Өфө ҡалаһының Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһының башланғыс класс уҡыусылары ҡараны. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының «Әкиәт иле» исемле яңы аҙналыҡ проекты театрҙың Йәшел фойеһында эшләй. Уның сиктәрендә театр актерҙары балалар менән бергә формаль булмаған шарттарҙа мауыҡтырғыс әкиәттәр уҡыясаҡ, ә ҡайһы берҙә сәхнәләштерәсәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 286-59-05. Билеттар театр кассаһында.

М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Әкиәт иле» проекты башланды
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Әкиәт иле» проекты башланды
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Әкиәт иле» проекты башланды
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Әкиәт иле» проекты башланды
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Әкиәт иле» проекты башланды
Автор:
Читайте нас