+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2022, 21:00

Артыҡбикә. Повесть. Рәйлә Сабитова

Шулай итеп, мин йәнә мәркәздә. Юҡ, әлбиттә, ауылдан сыға белмәгән "ҡырағай" башҡорт бисәһе түгелмен инде, түгелен. Килгеләп торҙом, хатта бер-ике төн ҡунып ҡалырға ла тура килгеләне. Әммә минең әлеге килеүем ул саҡтағы ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән йөрөү ише түгел. Әлеге сәйәхәтте минең бында тәүге тапҡыр килеүем менән генә сағыштырырға мөмкин. Мәркәз үҙе бер ҡарағай джунгли һымаҡ ҡаршыланы мине. Ул саҡтағы мин – 16 йәшлек сабый үҫмер ҡыҙыҡай инем. Максимализм сире саманан тыш бәреп торған амбициялар менән бер рәттән, биләүҙән үк тыҡып-тыҡыптәрбиә ҡылынған баҫалҡылыҡ кеүек бер-береһе менән ярашмаған төшөнсәләрҙең ниндәйҙер бер шикле йыйылмаһы. Сәнғәткә уҡырға килгән берәү, йәнәһе. Әсәй бахыр, мәркәздең аппетиты хаҡында ғүмерҙә лә, хәбәрҙар булмаған ябай ауыл ҡарсығы, 50 мең аҡса биргән булды. Барып-ҡайтыу хаҡы ул саҡ 30 мең ине. Ҡалғанына мин ҡайҙалыр, нисектер йәшәргә нимәлер ашарға тейешмен. Бесәй балаһы һауытынан да бәләкәйерәк бер шәшке сәй менән бер плюшка 1 мең ярым тора ине ул саҡта. шулай булғас, уйлап ҡарағыҙ, оло бесәйҙән дә апаруҡ дәү 16 йәшлек үҫә торған организм нимә эшләй ала ине? Юҡ, әлбиттә, ниндәйҙер мөғжизә менән ятаҡ хаҡы тәүлегенә 5 мең булмаһа, консультация һәм экзамендарға йөрөүгә киткән 1 аҙнаны уйламай ҙа йәшәргә мөмкин ине. Әммә... Әммә мин бахыр ғүмер буйы ниндәйҙер уңышһыҙ юлдарҙа йөрөр кеше булдым, буғай. Мәркәздә башҡа күпме уҡыу йорто бар, һәм һәр береһендә абитурҙарға йәшәү бушлай булғанда бер миңә нишләп шулай тура килгән? Бүлмәләш ҡыҙҙар һөйләшә: "Әсәйгә шылтыраттым, асыҡайһыңмы тип һорай, мин шунда уҡ прибедняться иткән булам, ашханала ашаған булам да ул, тип." Ә үҙенең кеҫәһендә 250 мең аҡсаһы бар, минең әсәй ҡарсыҡтың бер айлыҡ пенсияһы! Улар, әлбиттә, миңә бик йәлләп ҡарайҙар ине, инде аслыҡҡа түҙмәй имтихандар бөтөүен дә көтмәйенсә ҡайтырға йыйынғас, береһе юлға дүрт перәник бирҙе. Юлға, әлбиттә, аҡса юҡ ине. Ятаҡта йәшәүгә түләгәндән һуң, кошелек төбөндә 1 мең 800 һум аҡса ҡалды. Район үҙәгенән ауылға тиклем дә билет та 3 мең тора...Автовокзалға тиклем бер туҡталыш ҡалғас, арып эскәмйәгә ултырҙым. Автобусҡа тиклем ике сәғәт самаһы ла барҙыр, ашығаһы юҡ. Тормоштоң тәүге һынауында уҡ юғалып ҡалыуым йөҙөмдә сағыла ине микән? Таяҡҡа таянып йөрөгән ҡотһоҙ бер ҡарт хәлем менән ҡыҙыҡһынды. Һөйлә лә бир беренсе осраған бәндәгә хәлемдең бөтә аяныслығын. Тиктомалдан киң күңеленә сыҙаша алмай аҡса бирер тип өмөтләндем микән? Иҫәр ҡыҙыҡай. Теге ҡартлас паспортымды ҡараны. "Хәҙер нишләйһең инде? ти. – Попуткаға сыҡһаң хәҙер үҙеңде берәй ерҙә көсләп, урман буйына ырғытып китәсәктәр бит инде". Мин әлбиттә, кеше тигән хайуандың ни дәрәжәлә түбән була алыуы менән осрашҡаным юҡ, әммә телевизор ҡарап, гәзит уҡып бындай хәлдәрҙең булып тороуон бик яҡшы беләм. Асығыуҙан, арыуҙан шул тиклем миңрәүләнгәнмен үҙем, әлеге хәлемдән тағы ла ҡот осҡосораҡ, тағы ла ҡурҡынысыраҡ хәл-ваҡиғалар була алыу мөмкинлеген мейем бөтөнләй ҡабул итә алмай. Аңра кеше кеүек ҡартты йөпләйем. "Эйе шул". "Әйҙә миңә, – ти "яңы таныш", – мин әлбиттә инде булдыра алырлыҡ йәштә түгел, тотоп ҡына ҡарай алам, ҡурҡма", һүҙҙәрен дәлилләптер инде, тубығыма тотона. Минең миңрәүләнгән эмоцияларға шулай ҙа бөтөнләй үлеп бөтмәгән булғандыр инде, ғәжәпләнеп күҙҙәрем ҙурайҙы, ахыры. "Мин һиңә сәй эсерермен, – ти теге ҡомо ҡойолған ҡарт. Минең ихтыярҙы сәпсим һындыра алырлыҡтыр инде, үҙенсә «көслө» дәлил килтерә: – Колбасалап". Шулай. Минең мәркәзгә тәүге сәйәхәтем бик уңышлы булды. Был донъяла кеше кешегә дуҫ һәм иптәш тигән өлкәндәр тарфынан аңға һеңдерелгән бер алдаҡсы фекер һабын ҡыуығы булып шартланы. Эйе, иллюзиялар ул теш кеүек ҡойола – ҡойола һәм яңыһы үҫеп сыҡмай. Яһалманы ғына ҡуйырға мөмкин. Бер ҡасан да ирҙәр күҙенә һәм һүңҙенә ышанмау, һәр саҡ уяу, һиҙгер булыу шул көндән ҡалды, ахыры. Мин тороп киттем, әйләнеп тә ҡараманым, вокзалға атланым. Теге бабай артынан эйәреп китеп кешелек ғорурлығын юғалтмауҙан мине бер өмөт араланы: миһырбанлы шофер осрап район үҙәгенә тиклем алмаҫ микән тип уйлағайным. Бәлки бөтөнләй өлөшһөҙ бала түгелмендер: шофер ысынлап та миһырбанлы буды. Аҡсам юҡлығына ышанманы-ышаныуын, әммә алды. Тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте, мин уға рәхмәт уҡыйым. "Башҡа улай алдашып йөрөмә" тип мине алдаҡсыға тиңләп кәмһетте-кәмһетеүен, әммә был бәләкәй кәмһетеү менән ул мине оло түбәнлектәрҙән араланы. Район үҙәгендә ике туған апайға барып ҡундым, аҡса һорап торҙом, ауылға ҡайтырлыҡ, бирмәне. Шулай уҡ ышанманы, шикелле. Һуңғы меңемде түләп попуткаға боролошҡа сыҡтым. Машиналарға ҡул да күтәрмәйем, тик торам. Ә ниңә улар мине ултыртырға тейеш, барыбер аҡсам юҡ бит?! Шул тиклем был яҡты донъяға, тормошҡа, саҡ башланып торған йәш ғүмеремә битараф инем мин... Тағы ла бәхет йылмайҙы: ауылдаш агроном ағай танып, туҡтап, саҡырып алды. "Ниңә ҡул күтәрмәйһең?", – тип аптырай. Бығаса теплица шарттарында ғына үҫкән нәфис гөлдө ҡырыҫ, асыҡ тәбиғәткә күсереп ултырт әле, ерегер микән? Ерекһә лә апаруҡ ваҡыт шиңеп. хәлһеҙләнеп ҡалыр. Мин инем шул гөл. Ҡаланың ҡырыҫ, ауяһыҙ тәбиғәте ҡырау урынына бөгөп һалды. Ай самаһы уйнаманым-көлмәнем, ниҙәр кисергәнемде бер әҙәм затына һөйләмәнем. Күңелемдең бер өлөшө туңып ҡалды. Һәм ул өлөш әсәйгә ҡарата ере ине, шикелле. Ул бит аҡсаны күберәк тә бирә ала ине. Күпме кәмһенеүҙәрҙән азат була инем мин? Йәнәһе, донъя күрмәгән йәш ҡыҙыҡай, аҡса тота белмәй, берәүҙең хәләл аҡсаһын жвачка сәйнәп, газировка эсеп юҡ-барға туҙҙырып бөтөр, тип уйлағандыр инде әсәй. Һәм үҙенсә ул да хаҡлы.Ваҡыт үтеп, күңел тынысланғас, мин мәркәзгә ҡабат юлландым. Уҡырға кереп, ваҡытлыса булһа ла пропискалы, йәшәр урыны булған үҙ-үҙенә ышанған тутагш булып еткәс, теге ҡартты тағы шул уҡ туҡталышта осраттым. Был юлы мин уның күҙенәтәккәбер һәм кәмһетеүле баҡтым: күрҙеңме, ҡарт хайуан, һин мине кешелек намыҫымдан яҙҙырырға, ҡыҙ ғорурлығымды аяҡ аҫтына һалып тапарға теләгәйнең, нисауа, бирешмәне әле был апайың! Ул таяғына таянып шәп-шәп атлап китеп барҙы. Кейем-фәләнендә бер генә үҙгәреш бар ине – кепкаһын сисеп сигеүле түбәтәй кейеп алған. Ҡайҙан табылған хәсрәт мосолман. Ике ҡуллап битен һыпырып, ауыҙ ҡыймылдатҡан булып кемдәрҙелер алдап йөрөйҙөр инде. Уның ҡарауы мин уның ысын йөҙөн күрҙем. Ул шунан ҡасты – үҙенең ысын йөҙөн күреүсенән. Ә мин тантана итеп тороп ҡалдым. Ғәжәп, аҙаҡ был һөнәрҙән мин тәм таба башланым. Йәғни, кеше алдында төкөрөк сәсеп хаҡ тоғролоҡ, рухи һиммәттәр тип боғаҙ йыртҡан булып сибәр ҡатын-ҡыҙ менән аулаҡта ябай ғына бер хайуани теләктең мәхлүк ҡолона әүерелеп, кеше тигән субъекттың иң түбән яғын йылан тәпәйен күрһәткән кеүек сығарып күрһәтеүен тамаша ҡылыуҙан тәм таба башланым. Тиҫтәгә яҡын йылдар элек шулай бер ижади конкурста ҡатнашырға дәрт иткәйнем. Нимәгә кәрәк булды ул? Миңә унда ҡатнашыуҙың ғына түгел, еңеүҙең дә бер ниндәй ҙә профессиональ уңыш килтерәсәк башы юҡ ине бит инде! Тәүге турҙан уҡ үтмәнем. Торам фойела ҡатып, аптырап. Тәккәберлегем көслө булғандыр инде, үтмәҫемә ышанмағайным, юғалып ҡалдым. Килде яныма сал сәсле бер уҙаман, ҡыҙыҡһынды, сәбәбен әйттем. Ярҙам итер, тип уйланыммы?"Бәлки, киләһе йыл килеп, тура миңә мөрәжәғәт итерһең. әҙерләрбеҙ", – ти. Төҫкә танымағас, исем-шәрифен һорайым, улары таныш, билдәле генә бер режиссер имеш. Машинаһына саҡырҙы, ултырҙым. Ниндәйҙер дуҫына квартира һорап шылтырата башланы, юлда берәй магазиндан вино алырға булып китте. Мин алйотҡа шунда саҡ барып етте был бейәҡаҙанған бәндәнең бушлай сыр һатыпйөрөүе. Көлдөм һәм тәүге туҡталышта уҡ төшөрөп ҡалдырыуын һораным. Абзыйым мине баҫалҡыауыл ҡыҙы булғанға инәлтәтип уйланы, күрәһең. Тотодо минең "комплекстарым менән көрәшергә". "Раскрепощайся", – ти. – Нимәһе бар уның это нормально. Киләһе йыл лауреат итербеҙ. Күпме перспективалар асыласаҡ, раскрепощайся!" Һәм үҙенең боҙҙай һалҡын һәм еүеш устары менән ҡулымды ҡармай. Ерәнгес һыуыҡ тәлмәрйен тип тертләгән ҡулымды саҡ тартып алманым. Ағайҙың буйтым талантына, оло йәшенә һәм сал сәстәренә ихтирамым хаҡына түҙҙем. Әммә хахылдап көлөүҙән тыйыла алманым. "Абзыйым, – тинем. Әгәр мин һеҙҙең уйығыҙса закрепощенный булһам эйәреп китер инем. Әммә мин тап комплекстарҙан азат. Азат кеше ул – тимәк һайлау мөмкинлегенә эйә кеше. Иремә хыянат итергә теләһәм, мин, пардон, һеҙҙең һымаҡты түгел, ә бер 17-18 йәшлек боҙолмаған егетте һайлайым. Миңә тоже йәш тән оҡшай, һеҙҙе аңлайым, – тинем. Битенә сәпәгәндән дә көслөрәк тейҙе, әлбиттә, һүҙҙәрем. Но что поделаешь – тормош ул үҙе лә апаруҡ бәғерһеҙ нәмәкәй. Аҙаҡ, күпмелер ваҡыттан был абруйлы абзыйҙың ниндәйҙер төҫлө металлюбилейы булды. Уның ижадына ах-та ух килеп дан йырланылар, портреттарын гәзит һайын баҫтылар. Берәүһендә ҡатыны менән әңгәмә ойошторғандар. Ирен иҫ киткес яҡшы ир, гениаль атай итеп һүрәтләгән. Бөтә ғәм алдына "өҫтөмдән йәш, сибәр актрисулькалар менән йөрөүен һаман дауам итә" тимәҫ инде, билдәле. Уҡып, хихылдап көлдөм дә, тирә яҡтағыларға сәбәбен аңлатып торманым. Ниңә кәрәк ул? Кешенең йөҙөн йыртыу ҡәнәғәтлек килтермәй. Миңә бөтә халыҡ такүрмәгәнде-белмәгәнде, тар ғына йәмәғәт белгән информацияны белеүем ҡәнәғәтлек килтерә. Үҙенә күрә тәккәберлек инде. Булһа һуң. Минең кеүек сибәр, аҡыллы ханымдың ниндәйҙер етешһеҙлеге булырға тейеш инде. Ә тәккәберлек ул кәкре аяҡ, йәки икенсе эйәк түгел – тәүге ҡараштан уҡ күренмәй. Шулай булғас, ҡалһын әйҙә.Шулай ҙа ситкә киттем шикелле. Был юлы мәркәзгә шәхси мәнфәғәттәрем түгел, оло бурыс алып килде. Әммә ул "оло бурыс" минең шәхси ҡиәфәтемдән турана-тура тора, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Бер миңә түгел, туранан-тура ауыл яҙмышына ҡағылышлы төҙөлөштө туҡтатып торған бер имза хаҡына ҡорбан итеп һайландым мин. Сөнки ниндәйҙер бер чиноша ниндәйҙер сәбәп менән беҙҙең төбәкте бик яратмай. Былай ҙа арыу ғына йәшәмәгән халыҡҡа йәлсеп китергә бөтөнләй мөмкинлек юҡ. Ниндәйҙер оҙон ҡолаҡтар аша минең начальство ул бәндәнең йөрәгенә юлдың тәпән-тәпән балдар, шаҡтай буралар аша үтмәгәнен белеп ҡалған. Төргәк-төргәк банкноттарға ла битараф ти ул бәндә, ни ғәләмәт. Абруйлы ағайҙар, таныш-тоноштар аша ла эш сыҡмағас, һуңғы сара ҡалды, – көсһөҙ зат ярҙамында абордаж. Сибәрҙәр күп беҙҙә, белемлеләр ҙә бар. Әммә йәрәбә миңә төштө. Сөнки мин бер нисә йыл инде ирһеҙ бисә статусында йәшәп ятам. Ҡаса-боҫа күңел күреүсем дә юҡ. Тимәк, мин күптәрҙең аңлауынса иргә "һыуһаған" булырға тейеш. Тейеш һәм, вәссәләм. Ә минең үҙ ғүмеремдә ниндәй генә оятһыҙ тәҡдимдәр ишетеп тә иремдән башҡа берәү менән хатта үбешеп ҡарамаған юғары әхлаҡлы ҡатын булыуым бар икәне бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай. Сибәр, тимәк – кәнтәй. Әле бер кемде лә яҡын юллатмай, тимәк һайлана, ҡиммәтен арттырмаҡсы. Әммә утыҙҙы уҙҙы, ике балаһы бар, тимәк. үтмәҫ тауар. Үҙе лә шуны аңларға һәм һайланыуҙан туҡтарға тейеш. Ә ниңә әле шул барыбер тик ятҡан "тауар"ҙы ҡулланып ҡарамаҫҡа? Килеп сыҡмаһа ла үкенес түгел, килеп сыҡһа – йәмғиәткә файҙа. Улар шулай уйланы һәм тиҙ генә миңә рәсми делегатмы, депутатмы тағы әллә ниндәй "гад"мы мандаты әҙерләп, кәрәкле макулатураны күн папкаға тығып,бер аҙ "командировочный" тамыҙып сығарып та ебәрҙеләр. Ә отпуск, әлбиттә, ҡаҙнанан түгел, үҙемдең елкәнән. Улар нимә уйлаһалар ҙа, минең ваще-то мораль принциптарым барлығы хаҡында ауыҙ асып телемде арытып торманым. Сусҡаға мәрйен мунсаҡ кейҙермәйҙәр улар быны аңларлыҡ түгел, тип үҙ-үҙемде йыуаттым да сығып олаҡтым.

Вокзалда арлы-бирле ҡаранып, тапанып торҙом да, әхирәтемә барырға булдым. Серҙәшем менән сер бүлешеүгә өҫтәп тағы файҙаһы тейерҙәй өлкә бар. Ул – косметолог. Ә миңә профессиональ белгес кәңәше ай-һай ҙа ныҡ кәрәк. Мәрмәр иҙәндәрҙән генә тәпәйләп оҙон тырнаҡлы, төҫө-башы күркәм ханым вә туташтар араһында ғүмере үткән чиношаны һыйыр һауып, бәрәңге ҡаҙып тупаҫланып бөткән ҡулдар, косметиканы, ғөмүмән, от случая к случаю ғына ҡуклланған йөҙ менән шаҡ ҡатырып булмаҫын аңламайыммы ни мин? Гардероб та моданан бер-ике саҡрым артта тороп ҡалған. Ауыл еренә самай раз булған "галуштың яҡшыртылған варианты" туфлиҙар ҙа офистың көҙгөләй ялтыраған иҙәндәренең "битенән" көлөү булыр һымаҡ.
Әхирәт ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Әл дә ҡала бисәһе булып танау сөймәй, торған холҡо бар. Даланын күтәрә белгәне өсөн тағы ла нығыраҡ хөрмәт итәм үҙен. Республикала билдәле билдәле әллә күпме шәхестәр ятаҡта йәшәп пенсияға сыҡҡанда ул инде утыҙ йәшен ҡала уртаһындағы квартираһында билдәләне. Кейәү балаҡай бик уңған егет булып сыҡты. Сибәр ҙә, буйсан да, эшсән дә булыу өҫтөнә эсмәй ҙә, тартмай ҙа. Бер-нисә эштә бер юлы эшләй. Ҡағыу-һуғыу түгел, ҡатыны яғына ҡырыныраҡ ҡараш ташлағаны юҡ. Бергә үҫкән яҡын серҙәшемдең бәхетенә шатланып бөтә алмайым. Ул был бәхеткә лайыҡ та бит инде. Өйләнешкәндәренә тиҫтә йылдан артыҡ ваҡыт үтһә лә, ирен иркәләп үбеп кенә уята, кеше алдында ғына түгел, былай ҙа кәпкәкләп-битәрләп тормай. Үҙ ваҡытында береһенән-береһе матур, аҡыллы, һөйкөмлө ике ҡыҙ бала табып бирҙе. Улары ла ата-әсәһенә мөхәббәтле, етмәһә бик талантлы балалар булып үҫеп килә. Үҙемдең ҡыҙҙарым булмағас, көһнләшеп тә ҡуям. Рушаннаның, йәғни әхирәтемдең үҙ-үҙен тәрбиәләүе һуң? Ванна бүлмәһенә керһәм әйләнеп сыға алмайым. Ниндәй генә таҙартҡыс, йәшәрткес, ағартҡыс, дауалағыс крем-майҙар юҡ. Биҙәнгестәренең ҡиммәтлелеге иҫ киткес. Минең косметичкамдың эсендә ятҡан йылдар буйы яҙҙыртылмаған косметикамдың хаҡын бергә ҡушһаң да Рушаннаның помадаһының хаҡына етмәҫ. "Нисек итеп арзанлы нәмәне битең хәтле ҡәҙере ереңә оялмай һөртәһең? Йәшлекте йәш саҡтан уҡ һаҡлайҙар, аңлайһыңмы? Арзанға риза булырға арзан ҡатын-ҡыҙмы ни һин!" – тип әрләп бөтә ул мине. Үҙе сетевой маркетинг менән дә шөғөлләнә. Йәғни төп эшенән тыш арыу ғына тамып торған өҫтәлмә килеме лә бар. бай һәм эшлекле ханымдарға ҡыйбатлы косметика һата ул. Косметолог белгес тә булғас, етмәһә дизайнер белеме лә булғас, мас инде. Яҡшы-яҡшы фирмаларҙың сығарған пробник помада, хушбуй майҙарын миңә лә көсләп бүләк итеп өлгөрә. Маҡсатлы оҙайлы хеҙмәт үҙ емешен бирмәй ҡалмай икән ул әй! Үҫмер саҡта уртаса ғына ҡыҙҙар рәтендә йөрөгән Рушанна әле класташ ҡыҙҙар араһында иң сибәре. 5-10 йылға бер йыйылышып осрашыуҙан ул һәр саҡ һушы китеп ҡайта. Кластың иң сибәр ҡыҙҙарының ҡот осҡос ҡартайған, йәмһеҙләнгәнен күреп шаңҡый инде.Талсыбыҡтай билдәр күптән инде ҡыяр тоҙлау мискәһе размерына еткән, ебәктәй сәстәр төҫө уңып йылтыры бөтөп, быҙау сәйнәп ташлаған ҡәҙерһеҙ сепрәк ише һалынып-һалынып тора. Алма биттәр янып ҡарайып, кибеп бөткән емеш ише йыйырсыҡлана башалаған... Ә иң мөһиме – күҙҙҙәр инде йондоҙҙай балҡып-баҙрап тормай. Һүнгән улар, баштар түбән эйелгән. Рушанна менән бер өҫтәл артында ултырғанда күбеһе ҡулдарын өҫтәл аҫтынан да сығармай. Ауыр эштән, сифатһыҙ көнкүреш химияһын йыш ҡуланыуҙан шағирҙарҙың аҡҡош ҡанаты менән сағыштырған нәфис бармаҡтар ҡармаҡтар булып ҡарайып ҡатҡандар. Рушанна был осрашыуҙарҙан һуң ныҡ әсенеп йөрөй. Үҙеңдең йәш, сибәр ҡалыуың ғына етмәй шул күңелгә. Әле генә бергә дискотекаларҙа күңел асҡан, егеттәр күҙләгән, тормошҡа ғәмһеҙ һәм шаталаҡ ҡараш менән баҡҡан тиҫтерҙәреңдең туҙып-таушалып әбейгә әйләнә башлауын тыныс ҡына күҙәтеп буламы... Замандаштарың шундай икә!н, тимәк йәшлек һинән дә киткән, киткән... Был әсенеүле тойғо беҙҙең икебеҙҙе тағы нығыраҡ яҡынайта буғай ул. беҙ төҫ ташламаныҡ бит әле. Йәшлектең һуңғы йылдарына йәбешеп ятҡан булабыҙ. Рушаннаның үҫмер саҡтан уҡ бит тиреһе бик наҙлы булды. Һыҡы-фәлән сығырға ла әҙер тора. Ҡояш нурына ла тигеҙ генә түгел мотлаҡ ала-йола булып янып бара. шуға кремдары ла әллә нисә төрлө. Битенең бер еренә майлай торғаны, икенсе ергә киптерә, өсөнсөһөнә дымлай, дүртенсеһенә ағарта, һәсм башҡа әллә ниндәй төрлөһөн һөртөп сыға. Крандан аҡҡан һыуҙы йөҙөнә тейҙергәне юҡ. Тоник-лосьондар, махсус таҙартҡыстан үткән саф һыу ғына. Иртәнгеһе айырым, төнгөһө айырым. Ҡышҡа бер төрлө, йәйгә – икенсе. Бина эсендә буласаҡ сараға бер төрлө, асыҡ һауалағыһына икенсе... Сит телдә генә яҙылған һауыттарҙы яңылышмай айырыуын әйт! Донъя көтөү араһында бер-нисә йылға бер генә килеп киткән сағында уның кәңәшен теүәл генә үтәп шул иҫәпһеҙ һауыттарҙан минең дә буянып сыҡҡаным бар. Ғәжәп тәьҫораттар! Үҙемде ҡатын-ҡыҙ итеп, ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙ итеп тоя башлайым. Йөҙгә нур ҡунып ҡала. Бер-нисә крем һатыр алырға теләк тә тыуып китә хатта. Әммә хаҡтарын самалау менән үк кикерек шиңә. Ярамағанмы миңә шунда ҡатыҡ-ҡаймаҡтан, бҫәрәңге-ҡыярҙан маска? Мәркәзгә килеп ялтыр витриналарын театр урынына тамаша ҡылып йөрөү ҙә минең өсөн ҡыйбатлы күңел асыу сараһы ине ул саҡта.

Билет хаҡына ауылда ғаиләмде аҙна буйы тәм-том менән һыйлай ала инем бит. Әммә шул ваҡытта яңғыҙыма шундай сәйәхәттәр ойоштормаһам, аҡылдан яҙыр инем, моғайын. Күрәһең, үҙемде өй тауығы тормошо менән йәшәргә мәжбүр итһәм дә күңел кәлбем башҡа булғандыр инде. Тәнем өй-йорт эсендә йөрөй, ә күңел әллә нимәне һағынып көтә. Ул һағышҡа түҙә алмай тамаҡ йыртып ҡысҡырғы, олоғо килә. Нимәлер етмәй, тынғыһыҙлай, йәшәргә ирек бирмәй. Әйтерһең дә йөрәгем ситлектәге турғай. Бәреләм-һуғылам, үрһәләнәм, ә ҡайҙан килеп сыҡҡан был тойғо, аңлай алмайым. Тәүҙә мауығып ултыртҡан сәскләремдең шау гөлгә күмелеп ултырғаны ла һөйөндөрмәй. Бәрәңгем уңып тәңкәйешеп ятһа ла шатланмайым. Сереп бөтһә лә ҡайғырмаҫ инем, моғайын. Үҙем ҡорған донъяға шул тиклем битарафлыҡ тыуҙы бер заман. Өйөмдө йыйыштырғым да килмәй хатта, сәсемде лә тарағым килмәй, иремдең эшен-хәлен һорашырға, һөйләшергә лә хәлем юҡ. Бөтә күңелемде бер үлтергес тойғо биләй – үҙ тормошом түгел был. Мин – мин түгел. Мин тормош урманында тәки аҙаштым. Аҙаштым. Аҙаштым. Ҡайҙа күрмәй ҡалдым икән, ҡасан? Шулай уҡ ғүмер буйы ошо һыҙланыуҙарға түҙергә тейешменме икән? Нимә икән ул күңел тыныслығы? Был һорауҙарҙан шаңҡып башым эшләмәй башлай. Ғаиләмдә лә тыныслыҡ ҡалмай, сыҙап торғоһоҙ холҡом боҙола. Шул ваҡытта сығып китәм мин мәркәзгә. Ҡомһоҙланып һаҫыҡ һауаһын еҫкәйем, асфальты арып йығылғансы тапайым, алдаҡсы ялтыр-йолтор нурҙарына иркәләп танһығымды ҡандырам. Күргәҙмә-театр тирәһенә барып эләкһәм, күңелем урына ултыра. Әхирәтемдең палантинына уранып, ялтыр клатчын ҡыҫып тотоп яй ғына ялтыр мәрмәр иҙәндәрҙән уҙам, белгес кешеләй стеналарҙағы төҫлө таптарҙы тикшерәм. Күптәренең исем-шәрифен белмәгән, әммә һәр береһенең төҫөнән үк интеллигентлыҡ, юғары зауыҡ бөркөлөп торған матур кешеләр менән фекер алышҡан булам. Ауылға ҡайтҡас та әле ниндәйҙер бәхет тойғоһо мине буйтым оҙатып йөрөй. Уйнай-көлә башлайым, бәғерем йомшаҡлана. Ғаиләмә наҙ бирерлек хәлгә киләм, ниһайәт. Ләкин күпмелер ваҡытан үҙ-үҙемде тағы эстән кисмерә башлайым, тағы көн бөтә. Эргәмдәгеләргә лә әммә беренсе сиратта, әлбиттә, үҙемә... Шуға әлеге мәжбүри командировкама бер яҡтан асыуым килһә лә, төптәге "мин"ем бәхеттән үрле-ҡырлы һикерә ине. Бығаса үҙ-үҙемде ғаиләмдән, мәшәҡәттән "урлап" алып ҡына киткәнемә ниндәйҙер ғәйеп тойғоһо ла тыуып, тулы бәхеткә ҡамасаулай килде. Ә әле ул тойғо юҡ. Үҙ-үҙемде нимәнәндер азат итеп тояһың, ғәжәп.
***
– Тимәк. Алланың ниндәйҙер ҡашҡа тәкәһенә ҡорбан итеп салынаһы бәрәс итеп һайланылар инде? – тураһын әйтмәһәм дә зирәк әхирәтем хәлде бик дөрөҫ аңланы. – Тоже мне ауыл хужаһы Вазифалы сутенер. Эш килеп сығып төҙөлөш башланһа, ул – ил арыҫланы, халҡына хеҙмәт итеүсе, ә һин – ҡулланып ташланған простыня булып тороп ҡалаһың инде...
Иренемде ҡымтып, баш ҡағып ҡына ҡуям.
– Берәй бәйләнеп, отворот-поворот алғайнымы әллә? – Рушанна тишеп ҡарай.
Тағы баш ҡағып ҡына ҡум.
– Үс ала инде, хайуан. Йәнәһе, барыбер бәҫеңде башҡалар ҡулы менән булһа ла һыпырып ҡойоп төшөрәсәк. Әле шул яҡҡа этәрә лә, киләсәктә риза булғаның өсөн битәрләп бер булыр әле... Әпәт эшһеҙ ҡалаһың инде. Ауылдан күсеп кенә китмәһәң, белмәйем. Ғәйбәтеңде сәйнәп, бәғереңде ашап бөтөр инде ул бәндә.
Минең был хаҡта уйланғым килмәй. Тормоштоң аяуһыҙ икәнен Рушанна сәйнәмәһә лә беләм бит инде. Әллә ниндәй йөрәк эсендәге һыҙлауыҡ, әрнеү менән яратам бит шул төйәгемде. Яратыуым ғына Яуапһыҙ. Урыҫтарҙың ҡайҙа тыуғанһың – шунда ярағанһың тигән әйтеме бар. Ә мин, нишләптер яраманым. Бер кәрәгем юҡ минең уға. Артыҡмын. Утыҙҙан уҙҙым, ә йөрәгемдең, аҡылымдың һәләтемдең бөтә көсөн һалып ауылымдың яҡшыраҡ яҙмышы хаҡына хеҙмәт итерлек урыным юҡ. Минең кеүек кәрәкһеҙлегенән алйып бәрелеп һуғылып йөрөгән күпме ауылдашым ситкә сығып китеп солтан булды? Яҡташтарының ҡайҙалыр алыштырғыһыҙ оҫта, иҫ киткес белгес атын күтәреп йөрөүен ишетһәләр, бындағылар аптырап бер була: "Вәт һин уны, эшкә ашмаған ғына нәмә ине. шул да күтәрелгәс, тфү..." Бер республикала билдәле генә яҙыусы әйткән ти бит үҙебеҙҙә олтан ғына булыр өсөн дә, ситтә солтан булып йөрөп ҡайтырға кәрәк..." Минең һымаҡ әрнеп, әсеп йөрөгән йөрөгән сағы булғандыр инде. Сит яҡ түгел, тыуған яғың мәнфәғәте өсөн йәш, дәртле, көслө энергияңды, хеҙмәтеңде бирә алһаң ине ул! Шулай уҡ ҙур, үтәй алмаҫлыҡ хыял микән ни был? Ғәжәп. Уйлап ҡараһаң, кемгә үпкәләргә? Минең дә ашҡан даһа бер хыялым – ауылымда йәшәйем. Тик был хыял миңә бәхет, күңел тыныслығы алып килә торғаны булмаған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы!
– Был ҡашҡа тәкә ниндәйерәк бәндә булһаинде?
Яурын ғына һелкетәм.
– Исем-шәрифенән башҡа бер нәмә лә белмәйем. Беҙҙекеләрҙең дә күргәне юҡ. Ҡайһы райондан икәндәрен ишеткәс тә, сектетаршаһына тиклем һырт йөнөн ҡабарта, ти.
– Вазифалы бәндә булғас, берәй сараларҙа фәлән ҡатнашҡаны барҙыр бит, хет фотоһы, тим?
– Юҡ, ти. Камералар алдында бөтөнләй ялтырап йөрөмәй, интервьюлар бирмәй, кабинет кырнисаһы ғына.
– Туй генералы түгел, ә серый кардинал тимәк. Быныһы ҡурҡыныс. Тимәк, ул властың ысын тәмен белә. Кешеләрҙең яҙмышы менән үҙҙәренә лә һиҙҙермәй генә уйнарға ярата. Вазифаның тышҡы ымһындырған ҡиәфәте түгел, ә мөмкинлеге генә ҡыҙыҡтыра уны. Прям ҡурылған күкәй, какой-то – үҙе крутой, үҙенең бер йөйө юҡ...
Уфтанып байтаҡҡа шымып ҡалабыҙ.
– Бына нимә, Томасик, һин уға приемға барып тормайһың, аңланыңмы? барыбер үткәрмәйәсәктәр, танышаалмаясаҡһың. Танышҡан хәлдә лә һин уже еңелеүсе булаһың. Иҫләйһеңме "мастер и Маргарита"ла? "Үҙеңдән көслөләрҙән бер ҡасан да, бер нәмә лә һорама". Минең ҡайҙа эшләгәнде беләһең бит. Унда ярлы-ябағай бисәләре йөрөмәй. Клиенткаларҙан ипләп кенә һорашып кем икәнен асыҡларбыҙ, белербеҙ,ҡоралланырбыҙ. Һинең үҙеңде тәртипкә килтерәһе бар. Ауыл һауаһын яратмаған кеше янына барыу өсөн үҙеңәмәркәз "саңын "ҡундырып алырға кәрәк.
Мин инде Рушаннаның иҫәпһеҙ банка – тюбиктарында бутанып, уларҙы кәметеп хуш еҫле ваннала аунап сыҡҡан инем. Төшкән ҡанаттарым яҙыла башлаған ине. Болоттай күпереп торған йомшаҡ махровой халатҡа төрөнөп иҙрәп ултырам. Рушаннаның "тәртипкә килтерербеҙ" тигән һүҙҙәрҙе ҡолаҡҡа май булып яғыла. Бер ике-өс көн уның матурлыҡ салонындағы кушеткаларҙа аунау-ниндәй шатлыҡ. Беләм, уның ниндәйҙер шикле, бысраҡ ҡына бер батҡағын нисәлер минуктҡа биткә һылап тороуҙың хаҡы – минең зарплатаның өстән бер өлөшө. Әммә рушанна үҙе әйткәс. моғайын, сараһын табыр. Әндрәй ҡаҙнам юҡлығын белә лә инде. Ул уйҙарымды "уҡып" ултыра"
– Морду нарисуем, упакуем подарочный бантик бәйләп ҡуйырбыҙ, уларын вис өҫтөмә алам. Әммә интеллектыңдың бөтә ҡырҙарын ялтыратып һушыналырға, извини, ярҙам итә алмайым. Ул яғы тулыһынса үҙеңдән генә тора. Ферштейн?
– Фештейныраҡ нкуда.
Рушанна информация йыйырға салонына киткәс, мин дә бушты-бушҡа ауҙармаҫтан ниһайәт, "культуралы ял итергә" күргәҙмә залдарының береһенә юландым. Асылған ғына мәленә тура килһәң, иҫ кткес ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашырға мөмкинлек тыуа. Әле лә бер күҙем литографиялар, гравюралар, офорттарҙың бормалы-бормалы линияларын тамаша ҡыла, икенсеһе менән тамашасыларҙы байҡайым. О-о-о өмөтөм аҡланды – Шәрифә Кәҙимовна үҙе! Ғәжәп ҡыҙыҡ ҡарсыҡ. Йәше алтмыш тирәләре, әммә ундағы энергия – егерме йәшлектәргә биргеһеҙ. Нимә генә белмәй, кемде генә белмәй! Оҙаҡ йәшәгән кеше, ғөмүмән, күпте белә инде ул. Әммә Шәрифә апай телмәрендә башҡа бер кем дә әйтә алмаҫ әйләнештәр ҡулланып шундай ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора белә – ауыҙ асып тыңлайһың. Аҡыллы ла, хәтере лә үткер, ә теле тағы ла үткерерәк. Алыҫ йәшлегендә ул актриса булған. Төп театрҙарҙың береһендә төп ролдәрҙе алып барған. Ҡырҡҡа етеп барғанда тәүге һәм һуңғы балаһын донъяға килтереү хаҡына артистка карьераһын тамамлай. Хыял иткән ролдәре үкенескә ҡалмағанғалыр инде, йәшлеген дә һағынмай, көсәнеп матурланырға ла тырышмай. Бөтөнләй үткәндәргә барырға аҡыты ла юҡ, буғай һәр саҡ эсе тулы идея, яңынан-яңы шөғөл... Етмәһә ул бер кемдән дә, бер кем фекеренән дә ҡурҡмай. Шул тиклем әсе теле менән туп-тураһын ярып һала, ҡайһы саҡта һүҙҙәренән минең ҡолаҡ ояла. Актриса сағында ниндәйҙер спектаклдәге төп ыңғай героиняны тиҫкәре образ итеп уйнай. Режиссер кулиса артынан йоҙроҡ күрһәтеп, "ни эшләйһең тип тызандай башлағас, тегене биш хәрефкә ебәрә. Сәхнәнән, тамашасы алдында! Зал шаҡ ҡата. Ә ул ваҡытта бит әле – Советтар Союзы тигән илдә йәшәгән саҡ... Шунан ни булыуы ҡыҙыҡмы? Башта әйтеп үтәйем был ролде режиссер башҡа актрисаға биргән була, уның менән эшләй. Шәрифә Кәҙимовна ул ролде ғариза яҙып ҡына алып, дублер сифатында ғына үҙ аллы әҙерләй. Биш хәрефкә ебәргән көндән һуң спектаклдең популярлығы ҡот осҡос арта, һәм бөтә сығыштарҙа ла Шәрифә апай ғына эшләй, теге актрисаны иҫкә алыусы ла булмай. Ниндәй дыуамал холоҡ һәм рух ныҡлығы булған кеше менән танышыуым хаҡында аңлағанһығыҙҙыр. Шуға өҫтәп снобизм тигән нәмәһе лә юҡ уның түрә ни, ҡара ни, кеше икән аралаша, кеше түгел икән, әллә ниндәй вазифа биләһә лә әҙәмгә һанамай. Шәрифә апай алдында ҡылансыҡланып тороу артыҡ ине" хәлде уның стилендә ҡыҫҡа һәм яланғас дөрөҫлөк сағылған һүҙҙәр менән генә аңлатып бирҙем. Ул, әлбиттә, аптыраған да, йәлләмәшеш тә булманы. Күпме матурлыҡҡа төрөүле боҙоҡлоҡ донъяһында йәшәгән, барыһын да күргән-белгән кеше бит ул.
– Исем аты кем тинеләр тиң әле?
– Искандер Сәғитович, шикелле.
– О, Шәрифә Кәримовна был кеше хаҡында күрәһең хатта бик хәбәрҙар. Хәтереңә төшөмәксе булып уйланып та торманы. Әлеге һүҙһеҙ ҡалыуы уның мөмкин тиклем хәҡиҡәткә яҡыныраҡ һүрәтләмә өсөн теүәлерәк һүҙҙәр эҙләүелер. Әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә миңә бик оҙаҡ көтәм кеүек тойолдо. Үҙем Шәрифә Кәримовнаның йөҙөнә ҡарап уның ни уйлағанын күҙалламаҡ булам. Апайҙың һүҙен, дөрөҫөн әйткәндә, приговор уҡығансудьяныҡы дәрәжәһендә мөһим. Нисә йылдар аралашыу дәүерендә белеп бөткәнмен – ул бер ҡасан да яңылышмай. Бер-ике һүҙ ҡатыуҙан уҡ кемдең кемикәнен айыра торған һәләте бар уның.
– Һин миңә шуны әйт әле, Тамара, үҙеңә нисек тойола? Был эште атҡара алаһыңмы-юҡмы?
Яурын һелкетәм.
– Ә мин әйтәм атҡарасаҡһың. Юҡ һин аҙғын ҡатын түгел, юҡ. Иҫәп-хисапҡа ҡоролған мөнәсәбәттәргә лә шулай уҡ һәләтле түгелһең. Һин просто – идея кешеһе. Һин нишләптер ниндәйҙер идеяға үҙ-үҙеңде ҡорбан итергә тейешһең тип уйлайһың. Был осраҡта идея – тыуған төйәгеңә ошондай ысул менән булһа ла файҙа килтереү, хеҙмәт итеү. Мин дөрөҫ аңланыммы? Был хужаң нисектер шуны тойомлаған микән инде... Әгәр улай икән – ифрат үтә күреүсән мужик, хатта аптырата.
– Аптырарлығы юҡ, минеңсә. Ул быны бер ниндәй ҙә «үтә күреүсәнлек» арҡаһында түгел, ә хаслыҡҡа барып эшләй.
Мәҫәлән?
– Минең уйымса былай: ул отпуск хаҡында ғаризамды йыртып кәрзингә ырғытты, һәм бер нисә көндән мине «за прогулы» эштән бушатты. Урыныма шым ғына, шыма ғына рәүештә үҙенең ҡыҙын йәки ҡәйенбикәһен эшк! Алды. Әлеге моментта коллектив эсендә мине бик әүҙем «сәйнәйҙәр» һәм боҙоҡлоғом кимәле хаҡында һүҙ йөрөтәләр.
– Һин артыҡ ҡара төҫтәр гаммаһында фекер йөрөтмәйһеңме?
– Юҡ, Шәрифә апай. Мин артыҡ ныҡ яҡшы күрәм. «Үтә күреүсәнлек» ул миңә хас сифат.
Кеше, әлбиттә, иң аҡыллы хайуан. Эйе, аҡыллы, ләкин хайуан. Бәлки һин хаҡлылыр ҙа...
– Кеше хайуан икән, тимәк мин – терпе.
– Ха-ха-ха бик ҡыҙыҡ фекер, ә ни өсөн?
– Сөнки дуҫтар һәм дошмандар арҡама шул тиклем дәрәжәлә күп энәләр «төрттөрҙөләр, беҙҙәр ҡаҙанылар һәм бысаҡтар ҡаҙанылар – мин инде терпенән бер ерем менән дә айырылмайым.
– Ну Тамара, һиндә тел... Мин, әлбиттә, һине хайуанға түгел, ниндәйҙер бер аҫыл ҡошҡа тиңләр инем, тиңләүен. Аҡҡошҡамы, торнағамы... Моғайын, һуңғыһыналыр – аҡҡоштарҙың аяғы оҙон булмай. Ә Искәндәр Сәғитовичҡа килгәндә, былай...
Мин Искәндәр Сәғитовичтың үҙен ныҡ яҡшы уҡ белмәйем. Әммә улар бик билдәле ғаилә юғары түңәрәктәрҙә. Минең бер коллегам, йәғни актриса инде, оҙаҡ йылдар уның атаһының һөйәркәһе булды. Береһе – сибәр, икенсеһе – бай һәм дәрәжәле, ҡәҙимге союз, аңлап тораһың. Инде йәшлек ирһеҙ ҙә, балаһыҙ ҙа үтеп китә башлағанын тойғас, теге артистка быны ҡатынан айырып үҙенә өйләндермәксе була. Ауырға ҡала. Теге был хәбәрҙе тыныс ҡабул итә, бала булһа, әлбиттә, бергә булырбыҙ тип һүҙ бирә. Уның шундай мөнәсәбәтенән күҙе томаланған йәш ҡатын китә поликлиникаға, иҫәпкә баҫырға. Гинеколог быны ҡарай ҙа, ҡот отҡос һүҙҙәр әйтә: "Бала урод, кисекмәҫтән, рәхим итегеҙ креслоға". Күҙ алдыңа килтер: кеше ни бары ҡаралырға ғына килгән. Тышта – сират. Бер анализ да эшләнмәгән, бер ниндәй абортҡа барғанда кәрәк була тоған кәрәк-яраҡ алынмаған! Ә табип берһенән-береһе ауяһыҙ дәлилдәр килтерә, ҡурҡыта, ышандыра... Йәш ҡатын, шулай итеп, һына. Аборттан һуң һөйәренең шоферы. фатирға алып барып, ризыҡ-фәлән ҡалдырып, бикләп китә... Ике аҙна ята ул өйҙә ҡанһырап. Япа-яңғыҙ, бер кем кермәй, бер кем сыҡмай. Нимә уйларға ла белмәй. Әлбиттә, шулай ята торғас, башы эшләй башлай инде. Нисек инде, поликлиника шартарында аборт? Ул табип та бит әле, кеше – ренген да түгел, Хоҙайҙың ерҙәге илсеһе лә түгел!

Был бит һөйәре тарафынан ойошторолған тишек шыуманға ултырып ралли гонкаларында йөрөү түгелме һуң? Шундай .....шиктәргә төшөп күҙе асыла башлағас, килеп керә теге сәскәләр тотоп.ҡайғыра, барыһын да беләм, ниндәй ҡыҙғаныс, һәм башҡалар, һәм башҡлара... Шулай уны мәкерҙә лә ғәйепләп булмай. Әммә факт – бала юҡ, булмаясаҡ та. Һөйәркә лә үҙ урынын ҡайҙа икәнен аңларға мәжбүр. Ундай кимәлдәге ирҙәр өсөн ҡатын-ҡыҙ барыбер кеше, шәхес булып күренмәйәсәк, ҡыҙыҡһындырмаясаҡ та. Шуны аңлап, Томочка, һәм үҙеңде алдарға ирек бирмә. Эмоцияларыңды һүндер, фәҡәт файҙа һығыу яғын ғына ҡара, отолмаҫһың.
Үҙем дә һиҙмәҫтән, бөтөнләй төшөнкөлөккә биреләм. Ошондайыраҡ бер тарихты кемдер һөйләгән ине инде. Бер ҡатын шулай уҡ дәрәжәле берәүҙең һөйәркәһе, хоҡуҡһыҙ статусынан ялҡып, һөйәренә ультиматум ҡуя: йә өйләнәһең, йә һинең ҡырын-мырын эштәреңде фаш итәм. Тегеһе таныш профессоры ярҙамында бисәне «һары йортҡа» мәңгегә тығып ҡуя. Шәрифә Кәҙимовнаның танышы бик еңел, хатта бәхетле ҡотолған – атҡаҙанған исемдәре лә бар, ҡала уртаһында дәү фатиры. Яңғыҙ башына – биш бүлмә. Япа-яңғыҙ ҡалыу өсөн һәйбәт түләүме был? Белмәйем. Был донъяла йәшәүҙе ике улымдан башҡа күҙ алдына килтерә алмау менән сағыштырғанда, нимә инде ул – фатир? Ул балалар килтергән шатлыҡты түгел, улар өсөн кисергән һыҙланыуҙарымды ла алыштырмаҫ инем мин фатирға.
Рушанна тышҡы ҡиәфәтемә генә түгел. күңел тормошома ла ныҡлап тотондо. Хәҙер мин уның аутотрениг күнекмәләре яҙмаларын туҡтауһыҙ тыңлап йөрөйөм. Ҡыҙыҡ инде – башҡалар йәмәғәт транспортындамы, башҡа ерҙәме, музыка тыңлап кинәнә, ә минең МРЗ плеерҙа – үҙ-үҙеңде түбән баһһалауҙан ҡотолоу буйынса курстар үтәм. Файҙаһы шулай ҙа бар. Ысынлап та ниңә минең үҙ үҙем хаҡында фекер башҡаларҙың миңә ҡарата әйткәненән бойондороҡло булырға тейеш әле? Тышҡы температураға ҡарап хәрәкәтсәнлеге, йәшәүсе үҙгәреп тороға һалҡын ҡанлы бөжәк түгел дә мин? Минең үҙ йөрәк-ҡан системам бар. Тәнемдең йылыһы үҙемдән генә тора бит. Кейем кейеү-сисеү – бер ярҙамсы аспект ҡына. Үҙ-үҙемде эстән дә, тыштан да, тәрбиәләү һөҙөмтәһен бирҙе шулайҙа. Рушанна шатлана үҙ-үҙеңде тотошоң һөйөклө, көйәҙ ханымдарҙыҡына оҡшай башланы ти. Элек ул нимә бирһә шуны һөртөп, нимә ҡушһа, шул процедураларҙы үтәп торһам, хәҙер "быныһы миңә оҡшамай" тип һайлансыҡлайым. Бутик-фәләнгә керһәм, эргәгә һатыусы-консультант йүгереп килеп етмәһә, ошо ла булдымы магазин тип танау йыйыра башлайым. Ауылда арлы-бирле сәс тарап, 10 тәңкәлек помада һөртөп эшкә йүгерһәм, әле бит тиреһен ҡала һауаһынан төрлө кремдар, тон, пудралар ярҙамында ышыҡлап. сәләмәт ҡыҙыллыҡ йүгертмәйенсә урам буйына аяҡ та баҫмайым.
Рушанна клиенкалары аша кәрәкле информацияны белешеп тора. "Минең" объкт үҙебеҙҙекеләр ҡуйған тамаша-фәләндәргә танауын да күрһәтмәй икән. Тик Мәскәү, Питер, йә! сит илдән килгән ныҡ супер-пупер класик йырсы, оркестрҙарға тыңларға камерный залға ғына бара икән. Ундағы билет хаҡтарын бер күреп аһ иткәйнем инде. Ошо арала шундай кимә!лдәге бер концерт көтөлә икән, тимәк, унда эләгеп булһа, теге Сагитович менән осрашып, танышырға форсат тейеүе мөмкин. Ярай әле Рушанна иң шәп профессионалдарҙан һанала. Ул булмаһа. нишләр инем: Бер клиенткаһы үҙенең яратҡан косметологына шундай бүләкте йәлләмәгән – vip ложаһынан урынға билет алып биргән. Ҡотолғоһоҙ көндөң килеп етеүенә ышана башларға тура килде. Тик-томалдан йөрәк лепер-лепер итеп ала ла китә. Йә ваҡыттан үтмәүен, "яу" көнө кисектерелеүен теләп баҙап ҡалам, йә был ғазаплы көтөүҙең инде тиҙерәк үтә һалып бар нәмәнең асыҡланыуын теләй башлайым.
Театрға барырға киске күлдәкте үҙем һатып алырға булдым. Ошо йәшкә етеп, матур нәзәкәтле күлдәгемдең булғаны ла юҡ ине бит. Хәйер, кәрәге тейгәне лә булманы, дөрөҫөн әйткәндә. Ҡ:айҙа ғына кейә алам мин уны? Итәге менән ер һеперерлек оҙон ҡупшы күлдәк менән эрзинкә итек кейеп, ауыл батҡағынан бата-сума клубҡа барып булмай бит инде? Етмәһә, ул киске күлдәк алырлыҡ аҡса өсөн миңә баш күтәрмәй кәмендә өс ай эшләргә кәрәк. Ярамағанмы ни беҙ бахырға ҡытай алам-һаламы тиң дә ҡул һелтәйһең инде. Ә әле юҡ, шундай мәл килеп етте – үҙемде сибәр ҡатын-ҡыҙ итеп тойғом килә. Ғүмер шундай ҡыҫҡа, йәшлек шундай тиҙ үтә! Исмаһам, ҡарт ҡарсыҡҡа әйләнгәнсе бер генә тапҡыр булһа ла баласаҡтан хыял иткән затлы күлдәк кейеп ҡарарға хаҡым барҙыр бит?!
Киске күлдәктәр һатылған бутикта күҙҙәр ҡамашты. Улар шул тиклем күп, төрлө-төрлө, ҡайһыһын һайларға белмәй аҙап ҡалдым. Дөрөҫөн әйткәндә, бварыһын да кейеп ҡарағы килә. Затлы бәрхәт тә оҡшай, күбәләктәй нәфис, йылҡылдап торған органза, шыма, ауыр атлас... Ә фасондары һуң? Эсәк кеүек тәнгә һылашып торғаны ла мине боҙмай. Өҫкө яғы һығып торған корсет, ә итәге болоттай ҡабарып әкиәттәге принцессаны хәтерләткәне лә күҙҙе ҡыҙыра. Ә боронғо ампир стилендә нескә тауарҙан иҫәпһеҙ-һанһыҙ драпировкалы күлдәктә мин антик скульптураларҙа һынландырылған грек алиһәһенән кәмме ни?! Бер-нисә сәғәт һайлана торғас, алған күлдәкте күреп, Рушаннаның кәйефе ҡырылды.
– Ошо униформаны хәтерләткән сепрәкте һин иң арыуы тип таптың инде? – тине ул күңеле ҡайтыуын йәшерергә лә маташмай. төҫө ваще шедевр – көйә күбәләгенең тағы ла нығыраҡ төҫһөҙләндерелгән варианты.
– Ул вешалкала ғына шулай күренә,ә минең тәнемдә үҙең күрерһең – бик ҡупшы буласаҡ.
– Һинең тәнеңде септә лә боҙа алмай, әлбиттә, әммә шулай тип кенә киндер тоҡ кейеп тә йөрөп булмай инде!
– Юҡ. Рушанна, һин хаҡлы түгел! Ниндәй көйә күбәләге төҫө булһын? Белгең килһә, был – торна һырты төҫө.
– О-о-о, Тамарик, һинең менән эпитет, метафора өлкәһендә ярышып булмай, әйттең тек, әйттең. Торна, имеш,табылған аҫыл ҡош. Матурлыҡ символы булып бүтән ҡоштар һанала, белгең килдһә, Мәҫәлән. тауис...
– Бәлки, тутыйғош тип тә өҫтәрһең, зауыҡһыҙлыҡ символы. ә? Ысынында иһә, ысын идеал тауис та, күгәрсен дә, аҡҡош та, хатта һандуғас та түгел. ӘТорна!
– Хәҙер ниндәйҙер тотемистикаға төшөп китәһең инде, ҡуй, бәхәсләшмәйек, һин барыбер еңәһең.
– Юҡ. тотемдарға, тарихтарға төшмәй генә иҫбатларға уйлағайным.
– Нисек?
– Ишеткәнең бармы бер әйтем: "Һауалағы торнаға ышанып ҡулыңдағы сәпсекте ысҡындырма", тигәнде?
– Әлбиттә. Ысынлап. бер яҡтан һин хаҡлы ла шул. "Һауалағы торна" – идеал, "ҡулыңдағы сәпсек" – үҙ тиңең.
– Үҙ тиңең, имеш. Һинең нимәгә кемгә тиң икәнде кем белә һуң? Ғүмер буйы "һауалағыһына ынтылма" тип тыйып, ҡанаттарыңды ҡырҡып торған перестраховщиктармы? Ниңә һин гел уларҙы тыңларға, баҫылырға. йәнең теләгәненән баш тартырға тейеш? Рушанна, үҙең уйлап ҡара. бәлки тирә-яҡтағылар көсләп һин-сәпсек, һәмсәпсеккә генә лайыҡ тиеүселәр һуҡырҙар? Әгәр һин үҙең торна булһаң,ә? быны үҙең дә белмәһәң? Бәлки ниһайәт сәпсекте бер яҡҡа быраҡтырырға ла һауалағы торна артынан осорғалыр, ә?
– О-о Тамара... – Рушанна күҙҙәрен тәгәрәтеп баҡты. – Әйтәм бит, сағыштырыу, үткер тел өлкәһендә һине еңеп булмай. мин бөтөнләй башына ла алмаған әллә нимәләр хаҡында фекер йөрөтәһең һин. Етмәһә, үҙ уйыңды кешегә һеңдерерлек тәьҫир итергә ниндәйҙер ярһыу көс бар үҙеңдә. Батшабикә Томирис һин, Тамарик – комарик ҡына түгел. шулай итеп, һин был торна төҫөндәге күлдәктә күптәр өсөн буй етмәҫлек хыял, ә бер һунарсы өсөн ҡомар уятырлыҡ табыш булаһың...
– Бәлки табыш, бәлки табышмаҡ, тигәндәй.
– Ә шулай ҙа майк – апһәм прическа өлкәһендә минең фекер доминанта булыр, тик өмөтләнәм, хөрмәтлем.
– Рушанна, кешесәһөйләш, куртуаз телмәр бит минең стиль.
– Нимә тиҙәр әле, тиреҫтә соҡоноп буҡҡа буялмай булмай, тигәндәрме?..
– Ҡара һин уны! Мине нимә менән сағыштырҙы!
Беҙ шаярып бер-беребеҙгә гримасалар яһап көләбеҙ.
Күлдәкте кейеп күрһәткәс, Рушаннаның күңеле урынына ултырҙы.
– Һин хаҡлы, – тине ул иғтибар менән тикшереп сыҡҡас. – Матур прическа, сағыу макияж менән күлдәк бәхәсләшмәйәсәк. Етмәһә, фасонының тағы бер үҙенсәлеге бар бындай иҙеүгә бриллиант һәм башҡа ҡиммәтле биҙәүестәр тағыу кәрәкмәй. Өҫкө яғы эшлекле ханымдарса, ә итәк – романтичный.
– Ә арты – в меру эротичный, – тип көлөп боролдом мин.
– Эйе, төҙ, матур артҡа күрелеүҙән зыян юҡ. Урам буйында, ана, ҡыҙҙар йөрөй, автобусҡа менергә бер аяғынкүтәрһә. бөтә ярымшарҙары асыла. Күп ашаһаң майлы бутҡа ла ялҡыта. Ул ирҙәр яланғаслыҡтан хәҙер ялҡып бөткән.
– Шулай, ҡатын-ҡыҙҙың хәҙер сере ҡалманы.Бөтә эске нәмәнек тышҡа әйләндереп сығарып ҡағып бөттөләр. Ул теелевизоры йыйын йүнһеҙ реклама менән утҡа май өҫтәй...
Бала саҡтағы рекламаһыҙ телевидениены һағынып бер-ике минут ултырғас, ҡабат ҡиәфәт тикшереүгә күстек.
– Сәғәт тағырға кәрәкмәҫ. Беренсенән, һинеке арзанлы. икенсенән, ваҡыт һораған булып танышыу башларға ҡамасаулай. Өсөнсөнән...
– Өсөнсөнән, бәхетлеләр сәғәт һанамай. ә мин бик бәхетле ханым ролен башҡарам.
– Сәпсим үк түгел кәнишне. бәхет түп-түңәрәк булһын өсөн, Сәғитович абзыйыбыҙ кеүек аҫау ир-егет менән танышлыҡвә ҡайнар дуҫлыҡ ҡына етмәй тора. Һәм ул шуға ышанырға тейеш.
– Уф, – мин битемде ҡаплап диванға бөршәйеп ятым. бер нәмә лә белге лә килмәй, эшләге лә килмәй. Тик юҡ булғы килә. Үлге түгел, ә юҡ булғы – һәм бөттө. – Шул тиклем иртәгәнән ҡурҡам.
– Бөгөн әҙерәк истерить итеп ҡалырға ярай. Әҙерәк илап алһаң да зыян булмаҫ. Әммә шешенерлек итеп түгел. Бөтә нәмә эҙһеҙ үтергә йәш саҡ түгел, үҙең аңлайһың. тик иртәгә бындай икеле-микеле уйҙарға ла, үҙеңдә шикләнеүгә лә урын ҡалмаһын, ишетһен ҡолағың.
...Баштан-аяҡ күрһәткән ҙур көҙгөгә сағылыш шикләнеүҙәргә урын ҡалдырманы. Стилист үҙ аҡсаһын тулыһынса аҡлаған тыңлауһыҙ сәстәрен ыҫпай, килешле. Телевизорҙан ғына арлы-бирле күреп-белгән бер-нисә "таныш" та күренә. Ҡыҙыҡһыныусан ҡараштар төбәлгәнен дә тоям. Концерттан һуңғы фуршетҡа эләгергә мотлаҡ шундай ҡараштарҙың береһен атҡан ир-ат затын эләктереү әлегә төп бурыс. Театр концерт тирәһенә яңғыҙ килеүҙе яратмайым мин. Сөнки тамашаны барған ваҡытында уҡ тегеһе былай, быныһы тегеләй түгел, тип тикшереп, "сәйнәп" фекер уртаҡлашып ултырырға яратам. Сәхнәләген ауыҙ асып ҡарап, һәр сығышҡа һоҡланып, бер туҡтауһыҙ ҡул сабып ултырған тамашасылар араһында ултырыу – яза. Ҡайһы берҙә яратмағаныраҡ әртис, йыр-фәлән булһа, телгә килгән үткер-үткер мыҫҡыллы комментарийҙарҙы һөйләй алмай тонсоғоп үлә яҙам. Кешеһенә тура килһәм – хөриәт. шыш-быш һөйләшеп, шырҡ-шыҡ көлөп, тамашанан кәйеф күтәрелеп сығам. Әлеге яңғыҙлығым ваҡытлыса ғына, тип, өмөт итәйек. Минең юлда осраясаҡ кешеләрҙең күңеленә мәрхәмәт һал, Хоҙайым.
Минең яңғыҙлыҡ, ысынлап та көтөлгәндән дә ҡыҫҡараҡ булмаҡсы. Концерт башланмаҫ элек үк эргәләге урта йәштәрҙәге уртаса размерҙағы "ҡорһаҡ" зауығыбыҙҙың һә!м урыныбыҙҙың тап килеүен осраҡлы ғына түгеллек икәнлеген билдәләп, һөйөнөү билдәләре һиҙҙерҙе. бының шулай икәнлегенә ризалыҡ белдереп, мин дә керпектәремде елбәҙәк кенә елпелдәтеп алдым. "Тояҡ"тарым буйлап ҡарашының тегеләй-былай йөрөүенә һарыуым ҡайнаһа ла түҙәм. "Тома, тыныслан, был ни бары – бизнес" тип эмоцуияларымды тәртәгә типкеләп индереп ҡуям. Әммә күпмелер ваҡыттан минең тырышып-тырышып барлыҡҡа килгән тыныслыҡ стенаһы Берлиндыҡы һымаҡ ыуалып төшөрөлөк хәл булды. ике метр самаһы ғына алыҫлыҡта үлтергес таныш профиль күреп ҡалдым. Тәүҙә мейеләге сканер уны идентифицировать итмәй маташты. таныш? эйе таныш. Бик ныҡ? Хата ныҡ. Ә ҡасан? Мейеләге иҫәпһеҙ-һанһыҙ кәштәләрҙә "саңланып" ятҡан меңдәрсә осраҡтар, хәл-ваҡиғалар, сәйәхәттәр, тамаша-тапшырыуҙар, байрам-һабантуйҙар барланып сығылды. Күҙ алдына килгән «интерактив таҡта"лағы информацияны барлай торғас, ниндәйҙер шым ғына тауыш шыпырт ҡына "Вот ты и стала женщиной" тип шыбырланы. Мин аптырап ян-яғыма ҡарап алдым. Ҡолаҡҡа ғына шыбырҙарлыҡ бер кем юҡ. "Бына ғәжәп" тип эстән әйтеп тә өлгөрмәнем, башыма күҫәк төшкәндәй шаңҡытып хәтерем асылып китте. Бына кем ул! Минең яҙмышымды пыран-заран килтергән иң ҙур хаталарымды яһарға этәргән кеше бит был! Был донъялағы иң ҙур хатам – иң көслө, дыуамал хистәр дауылына бирелеүсәнлегем. Ә ул – шул хистәр дауылын ҡуҙғыта, дөрләтеп ебәрә белеү оҫтаһы. Минең ғүмерлек нәфрәтем һәм ҡәһәрем Минең әлеге уңышһыҙлыҡтарымдың барыһында ла шул ғына ғәйепле. Теләгән һөнәремә уҡып, теләгән эшемдә эшләмәүемә, баласаҡ хыялдарымдың тормошҡа ашмауына, ғүмер буйы үҙ-үҙемде "ашап" йәшәүемә, ғөмүмән, ысын мәғәнәһендә йәшәмәүемә... Һәм бына ултыра Ул – бәләләрем сығанағы. Сашка Красавчик Сашка. Был аяуһыҙ Ваҡыт уны һәр ваҡыттағыса иркәләп һыйпап ҡына алған. Ул һаман күҙ ҡамаштырғыс сибәр. шул умырып бирелгән сибәрлек баһаһын әле өҫтәлгән сикә көмөштәре тағы ла арттырған. Ниңә инде уның бер үҙенә шул тиклем? Ирекһеҙҙән күҙҙәремде йоморға, башымды борорға тырышам, килеп сыҡмай. Эсемдә ҡайнаған хистәр дауылы шул тиклем көслө – уны хатта күреп, тотоп, ипкенен тойоп ҡарарға ла була. бына улар бер йоҙроҡ булып уҡмаштылар ҙа Сашкаға табан сойорғоно. Улай ғына ла түгел, яңағына барып тейеүен Сашка үҙе лә һиҙҙе, хатта бәүелеп китеп, битен һыйпап алды. Һәм...Һәм аптырап туп-тура миңә ҡарашын күтәрҙе. ҡараштар осрашыуынан ток һуҡҡандағылай тертләп, мин күҙҙәремде ҡабаланып сәхнәгә төбәнем. Һиҙеп торам – ул да боролдо. шунан файҙаланып. мин тағы уның камилдарҙан-камил профиленә текләйем. Минең ҡараш көйҙөрәме икән әллә? Тағы күҙҙәр осраша. Дежавю. Был хәл ҡасандыр, ун-нисә йыл элек булғайны бит инде. Бына ул бер аҙ халыҡ массаһы таралыбыраҡ, йөрөрлөк мөмкинлек тыуғас. миңә ҡасырлыҡ урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп ҡамап килеп баҫа һәм бындайыраҡ фраза менән һүҙ башлай:
– Танышыуҙың бындай формаһын өнәмәйем һәм ҡулланмайым. ғүмеремдә тәүге тапҡыр әйтергә мәжбүрмен: таныш булайыҡ, мин Сашка. Стоп! Ул бит инде Сашка түгел. Хәйер, ул ваҡытта ла ысын исеме хаҡ мосолман ине лә инде. башҡорт егете бит ул. Уның йөҙө-төҫө хандар, мырҙалар заманынан уҡ һайланып ҡына ҡушылған ҡан һөҙөмтәһе икәнен "ҡысҡырып" тора ине. Иҫ киткес нәфис, төҫөн йөҙ һыҙаттары, аристократ һәм интеллектуал. Ысын арий. Мин милләтсе түгел-түгелен. Әммә бергә уҡыған татар ҡыҙҙарының тәьҫире һөҙөмтәһендә матур, сибәрҙе "башҡортҡа оҡшаған" тип әйтергә өйрәнеп киттем. Тегеләр һылыу ҡыҙҙарҙы гел "татарға оҡшаған" тип ҡылыҡһырлай торғайны. Тәүҙә ишетеүгә сәйер һымаҡ ине, аҙаҡ уларҙың үҙаңы кимәле юғары булғанлыҡтан шулай тиеүҙәрен аңланым. Үҙ милләтең матур булып күренеүе ғәйепме ни?

Мин хәҙер Дженифер Лопесты ла "сибәр актриса" тип түгел, "башҡортҡа оҡшаған" тип маҡтауымды белдерәм.
Шулай итеп, тәү ҡараштан күҙем төшкән был егет тә башҡортҡа оҡшаған ине. Аҙаҡ уйым дөрөҫләнде. Юҡ, һораманым, нишләптер үҙе танышлыҡтың өсөнсө минутында уҡ "башҡортса беләһегеҙме?" тип һораны. Ниңә улай тине? Белмәйем. Вот башты юғалттым тик юғалттым. Шул тиклем дә "егет" тип аҡылды юйып була икән. Мөхәббәт тураһындағы эреле-ваҡлы китап-фәләндәрҙек бәләкәйҙән күп уҡыным. Сибәрлеккә, татлы һүҙгә ышанып, егетенән алдашып ҡалған ҡыҙҙар хаҡында тарихтар күп ине араларында. миңә ул бер нисек тә ҡағылмаҫ һымаҡ ине. Сөнки нишләптер бөтә классс ҡыҙҙары ғашиҡ булған сибәр егеттәр минең йөрәк ҡылдарына ҡағылмай ҙа ине. Минән күберәк күргән, күберәк белгәндәр генә ҡыҙыҡ ине. шулай тура килде бит, ҡәһәрең, Сашка сибәр генә түгел, иҫ киткес аҡыллы ла, күп ерҙәр күргән дә, мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы ла, көслө характерлы ине. Уның үҙенә буйһондора торған сихырлы бер көсө бар ине. Мин. тәккәберлек сире менән апаруҡ сирле ун һигеҙ йәшлек туташ, күҙе асылмаған көтөй кеүек уға эйәрҙем. "Эйәрҙем" тип әйтеүем күсмә мәғәнәлә, әлбиттә. Аяҡтарым менән түгел, күңелем менән эйәрҙем. Уның фекерҙәрен, баһаламаларын, мөнәсәбәтен, күҙаллауҙарын – барыһын да бәхәсһеҙ хәҡиҡәт итеп. уның үҙен – идеал итеп ҡабул итем. Беҙ сәғәттәр буйы һөйләшеп ултыра ала инек. Бөтөнләй үҙемдән яҙмағанмын, күрәһең, мине ҡыҙыҡһынып тыңлай һәм үҙенә тиң әңгәмәсе итеп һанай ине. Әйткәне лә булды: дуҫтарына һөйләшеп ултырабыҙ тиһә, тегелә!ре бот сапҡан. Нисек инде? Ҡыҙҙар менән нимә хаҡындалыр һөйләшеп була тиме ни? Улар бит – ярымкешеләр һоро матдә урынында – алһыу кеҫәл... Һәм башҡалар, һәм башҡалар. Мине шунда нимәләр сәнсеп алды. "Уның дуҫтары, тимәк мине бер ҡасан да ҡабул итмәйәсәк", тип аңланым. был тойғо көсәйә генә барҙы. Ул – аҡыллы, сибәр, юғары ҡатламдан. Ә мин? Ни бары ябай колхозник балаһы. Быуаттар уйына тик зәңгәр ҡан аша ғына күсә килгән ҡайһы бер холоҡ һыҙаттарына, айырым мәҙәнилеккә сәсрәп киткәнсе тырышһаң да, тәрбиә менән генә өлгәшеп булмай. Тимәк. мин уға тиң түгел. Йәшлек үҙенекен итә – аралағы упҡынды бөтөнләй күрге килмәй ине. Шул тиклем уға оҡшағым, уны үҙемә ғашиҡ иткем килә, шул тиклем! Ә ул яҡтан үҙен ағай, күпбелмеш итеп тоя, аҡыл һата. Ул бит миңә киләсәк тормошомдо ла һүрәтләп бирҙе, бер заман. Сираттағы бер сәкәләшеү ине. Ул инде байтаҡтан гармондары уйнаҡлауының танһығын ҡандыра алмай талағы ташҡан, ә мин нисәнсе ҡабат юғалтырға теләмәгән ҡыҙлыҡты араға кәртә итеп ҡуям. Физик көс ҡулланыу хатта стенаға ҡаҙаҡ ҡағырға кәрәк булһа ла – уның өсөн түбәнлек булғас, татлы һүҙҙәргә генә иреп төшмәгәс, ул бөтөнләй икенсе тактикаға күскән.
– Һаҡлаған булаһың инде, туйға тиклем. Ә буласаҡ ирең быны һанға һуғыр микән? Мин иркәләгән кеүек наҙларға белерме? Ҡыйыулыҡ өсөн берәй яртыны кәгеп, көсләп төшөр ҙә хырлап йоҡап та китер. Иртәгәһенә хатта һинең ҡыҙ булғаның-булмағаныңды иҫләй ҙә алмаҫ. Ул ғына латүгел, "ҡыҙ инем" тиһәң, нимә. минән башҡа бер кем дә ҡараманымы ҙи, тип кәмһетер. Шцуны теләйһеңме? Һиндә, әлбиттә, ханжеское воспитание. Ул ярамай, был – гонаһ тип һеңдереп үҫтергәндәр. Һиңә ярамай тип тыҡыйҙар, ә үҙҙәре эшләйҙәр. шулай түгелме ни– Ә был гонаһ түгел, был ни бары тормош, ни бары ысынбарлыҡ!
Хәҙер аңлайым – был ни бары сираттағы атака тактикаһы булған. Уның яратыу һүҙҙәренә бирешмәгәс, ул иң көслө ҡоралды ҡулланған – үҙ-үҙеңә мөнәсәбәтте. Мин уйланып ҡалдым, ҡайҙалыр киләсәктәге "мин"де, йәғни үҙ-үҙемде йәлләнем. Ә үҙ-үҙеңде йәлләү шул тиклем көслө нәмәкәй – шунда уҡ көрәшергә, еңергә, үтеп сығырға тигән ниәттәреңде, көстәреңде, мөмкинлектәреңде ҡыра һуға ла ҡуя. Үҙ-үҙемде яҡларға минең ихтыярым бөттө, һәм...
"Вот ты и стала женщиной" – тине ул. Үҙенсә наҙлап, шыбырҙап ҡына әйтте. Ә ысынында иһә үҙ-үҙенән ҡәнәғәтләнеп әйтте ул, үҙ-үҙенән! Мин дә шәп инде, һәтәү! Уның әйткәненә башкөллө ышан да ҡуй ҙа, үҙ яҙмышыңдың бәхетле булырынан төңөл да ҡуй, имеш. Ниңә, эш туйға тиклем барып еткәс, нишләп ирем мине яратмаҫҡа тейеш? Ниңә мине хөрмәт итмәҫкә тейеш? Ә ниңә, ғөмүмән, ул туйҙа лаяҡыл эсергә тейеш? Аҡты ҡаранан айыра ла белмәгән сәпсим алйот кеше түгел бит мин, моғайын, үҙемә лайыҡлы арыу егет һайлаған булыр инем?! Бындай уйҙар үҙен хөрмәт иткән ҡыҙ башына ғына киләлер. Минең кәмһенеүем көслөрәк булып сыҡты – айыҡ баш түгел, эмоциялар иркенә бирелдем. уйлап ҡараһаң, шул уҡ Сашка, ниңә миңә өйләнмәҫкә тейеш ине һуң? Үҙемде аҡыллыраҡ тотһам, эмоцияларға ирек ҡуймаһам, уны үҙемә өйләндерә алған булыр инем мин. Ул бит бәлиғ булмаған бала түгел ине. Үҙ тормошон ҡорорлоҡ йәшкә еткән, миңә ҡарата йылы хистәре лә бар. Ә иң мөһиме – ул иҫәп-хисап, ике йөҙлөлөк, алдаҡ мал-монаят өҫтөнлөк алған, ялған ҡиммәттәр менән тулған үҙ донъяһынан ялҡҡан ине. Ихлас мөнәсәбәткә, мөхәббәткә, ябай аңлашыуҙарға һыуһаған сағы ине. Ул төн уның хистәрен һыуындырмағайны әле. Эште мин үҙем боҙҙом – кәмһетеүенә кереп бикләндем, ихласлығымды юғалттым, яҡты киләсәгемдән төңөлдөм. Барыбер Сашка мине ташлаясаҡ. Мин уға тиң түгел, тинем үҙемә. Шулай килеп сыҡты ла.
Ҡара ҡайғыларға ҡалып ҡайтып төштөм әсәй йортона. иң ныҡ ҡурҡҡаным – ауырға ҡалыу ине. әгәр шулай була ҡалһа – донъяла йәшәүең артыҡ. Ғәрлеге ни тора бит уның! Ҡыҫҡаһы, бер айым әжәл көтөп уҙҙы. Йоҡола ғына әҙерәк онотолоп алдам да, иптәш ҡыҙҙар менә дискотекаға сығып минең ҡайтыуҙы, йәки тағы берәй сәбәпте табып "йыуғанда" ғына. Уянып китһәң, әсәй ҡарсыҡ йәнде ашап бара. Саҡ ҡына ла ҡыҙыҡһынманы, иғтибар итмәне микән ни ул ҡыҙының кисерештәренә? Көн оҙоно минең эшкинмәгәнлегемде, йүнһеҙ, изгелекһеҙ бала булыуымды тәҡрарлап итемде ашай. Йәнәһе, ул ашарын ашамай, кейерен кеймәй мин тип йәшәгән, мине табырға һуңғы һаулығын биргән, уҡытам тип күпме расход түккән. Мне аҫрағансы, берәй быҙау аҫраһа. лутсы изгелек күрер ине. Ғөмүмән, мал аҫырау – бала аҫырауҙан артыҡ. Мал ҡарашып һүҙ әйтмәй. Кеше алдында йөҙөң ҡыҙарырлыҡ эш эшләмәй. Һуйып ашаһаң да файҙа, сығарып һатһаң да... Бына шулай. Хәмер менән бер аҙ йөрәкте баҫмаһам, ул хәл иткес айҙы үткәрә лә алмаҫ инем. Берәй аҡыллы кеше булһа, үҙен ҡулға алған булыр ине. Йөккә ҡалмағанмын – һәйбәт, тимәк, артабан йәшәүҙе уйларға кәрәк, тип, тормошон яйға һалыуҙы уйлар ине. Ә мин барыһы ла асыҡланғас та, кире ҡалаға китеп уҡыуымды яңынан дауам иттереүҙе уйламаным. Тауыҡ та ваҡыты еткәс, үҙ себешен янынан суҡып-суҡып ҡыуа башлай. Әмин ғаиләмдә һәр саҡ артыҡ «суҡыш» булдым. Әммә ниндәйҙер сит оянан килеп эләккәнмен? Белмәйем. Суҡыу ғынамы – бәғереңде телә. теле менән бысаҡһыҙ һуя. Бер яҡтан мин уны аңлайым. Әлеге аҡылымдан сығып, әлбитә. Илдә бер сибәр булған аҡыллы ҡыҙҙың тик-томалдан, дипломға ла йыраҡ ҡалмағас, уҡыуын ташлап ҡайтһын да керһен. Ана, алкаш тип даны сыҡҡан йыбытҡы Нәзиләнең дә никтыуҙы ғына ҡыҙы уҡып йөрөһөң. Һәр бер таныш хәлгә кергән булып, йәлләү тулы ҡараш ташлап, кәмһеткес һорау бирә: "Нимә. ҡыуғандармы?", йәнәһе... Ә ысынында иһә минең «баҙар» юғароы ғына ине ул. Үҙ ауылында, үҙ ғаиләмдә һанламаһалар ҙа, мәркәз дә баһаимды белдем.Башым да эшләй, конкурентлылыҡты ла бирешмәй, йырып сығам икән. Шулай булмаһа төркөмдәштәр араһында һынау үтеп, үҙ коллекция менән конкурста ҡатнашырға хоҡуҡ яулар инемме? Республиканың төрлө ерҙәренәнт йыйылған һәләтле кешеләр араһында бит ул. Төштәремдә күреп һаташа инем шул коллекциям... Инде фасон һүрәттәре лә эшләнгән, кәрәкле туҡымалар һайланған, өлгөләр киҫелеү өҫтөндә. Теге йәки был моделде подиумға кейеп сығырға һайлап алған төркөмдәш ҡыҙҙарым ҡанатланып йөрөй... Осраны бит шул мәлдә теге ҡәһәр һуҡҡан бәндә! Башымды әйләндерҙе, йөрәгемде урланы, бөтөн яҙмышымды пыран-заран килтерҙе лә... Әле һаман ярсыҡтарын йыйып бөтәштерә алмай яфаланам. Шул мәлдә тормошом кирегә китмәгән булһасы! Конкурста призлы урын алып, берәй ательела эшкә барып, аҙаҡ, уҡыуымды ҡыҙыл дипломға тамалағандан һуң, үҙ эшемде асып ебәргән булыр инем инде. Нимә-нимә, һәләтем дә, эшкә һерелегем дә бар ине. Иң мөһиме ул саҡта ниндәйҙер амбицияларым, эсемдә утым бар ине. Ә хәҙер? Ә хәҙер эсем тулы үкенес шул ғына. Һәм бер нәмәне лә үҙем теләгәнсә бороп ебәрә алмауыма, көсһөҙлөгөмә асыуым ғына килә. Шулай. Мин бер заман күңелсәк һәм өмөттәр тулы, яҡты ҡарашлы, яҡшы кәйефле кеше инем. Ә әле шул асыу, үс. кәмһенеүҙәр тулы бер әҙәм. Мин хатта туйҙарҙа матур итеп ҡотлау әйтә, яҡшы теләктәр теләй белмәйем. бына шундай туң күңел.
Туйҙар инде минең өсөн мөхәббәт байрамы түгел. Барыһына ла шул Сашканың күрәҙәлеге ғәйепле. барыһы ла ул әйткәнсә килеп сыҡты, сөнки. Әммә бер нәмә лә! ул яңылышты – туй төнөндә тотоп көсләйәсәк ир генә түгел, мин үҙем дә иҫерек инем. бер кемгә лә кәрәкмәгән артыҡбаш тормошон шулай итеп тамамланыуын "туйланым". Ни тиклем алйот булынған икән шул йәш саҡта! Ғүмер саҡ башланған саҡта, "бөтө барыһы ла" тип, төңөлсәле! Мин ул ваҡытта ныҡ бер ҡатлы уйлағанмын.
Мин үҙемде артыҡ кеше итеп тойған бер ғаиләнән ҡотолдом. Ә икtнсеһенә шундай уҡ, мине артыҡбаш тип һанағанына, барып ҡаптым. Нимә эшләһәм дә килешмәй, оҡшамай. Әйткән һәр һүҙең – урынлы түгел. Нимәнелер урынынан шылдырҙыңмы – ҡулайһыҙ. Таҙартырға уйлаһаң – әрпеш. Ул тиклем үк йүнһеҙ бала түгел инем, килен булғас, ҡарышҡан кеүек бит ул – һауыт-һаба йыуам тиһәң. тап шул ҡәйнәнең ҡәҙерле генә шәшкеһе мотлаҡ ҡулдан ысҡынып төшөп китә. Һә!р ҡатын-ҡыҙ үҙ ғүмерендә берәй быяла-фарфор нәмә ватмай тормай, билдәле. Бер нәмәнге лә ватмаҫ өсөн бер нәмә лә эшләмәҫкә кәрәк. Нишләп шундай яңылыш ҡына осраҡты миңә булһа: "ҡоротҡос, донъямды пыран-заран итергә килгән" тип, ә ейәнсәренә "и-и, балам үҫкән, кәсә тоторға эшкингән" тип баһалағандыр инде ҡәйнә тигән есемдәр? Үҙ-үҙемде уның ҡаршыһында яҡларға, һҙемде һүҙ итергә минең хатта башыма ла килмәй ине. "күрә алмайым ошо өйҙө, мәңге кермәҫ инем", тип берәй мөйөштә һығылып илайым да. барып төртөлөр башҡа ерең булмағас, баҫылам. Әйләнгән һайын иренән айырылып ҡайтҡан-киткән килендәрҙе әсәйем һәр саҡ хөкөм итте, беләм. бер оронсоҡтан ҡотолоп тын алып ҡалғас ҡына, ике оронсоҡ булып ҡайтып керә алмайым бит инде атай йортона. Ул балама, шөкөр, оронсоҡ булап йәшәргә тура килмәгән икән. Өҫтәл өҫтөнә ултырғыс ҡуйып менеп баҫҡан инем, йығылып төшөп харап иттем сабыйымды. "Угроза выкидыша" тип дауаханаға һалырға тип хәл итеп, әйберҙәрҙе йыйып, мунса инеп килергә генә ҡайтарғайнылар шунан бер көн алда. барып өлгөрмәнем. әлеге лә баяғы шул ҡәйнәнең ҡыш уртаһында нимә типтер былай аҡ стеналарын ағартырға ҡушып еннәнеүенә түҙмәнем. Менеп киттем. Хәйер, үҙем дә ғәйепле инде. Ул өҫтәлдең кәлтәннәп торғанын күрмәйемме лә, башымдың юғарыла әйләнеүсән икәнен белмәйемме? Нисә ай буйы уларҙың туҡтауһыҙ миңә төрттөрөүен, кәмһетеүен, һанламауҙарын үткәреп ебәрә алғанды, әле ниңә түҙмәҫкә ине? Инде етлегеп бөткән тиерлек баламды йылы ҡосаҡҡа түгел, һалҡын ер ҡуйынына тығыуы ныҡ йәл булды. Башҡа балаларымдың ғүмерен ҡыл өҫтөнә ҡуймаҫмын, нимә кисерһәм дә түҙермен тип, һүҙ бирҙем эстән генә.
Рушанна менән йыл ярым самаһы күрешмәй торғайныҡ. Хат та яҙышырға форсат булманы. Ата-әсәһе аша ғына сәләм күндереп торҙоҡ. Ул ҡалала студент тормошонда ҡайнай, оҫталыҡ буйынса конкурстарҙа ҡатнаша, эш урыны эҙләй, егеттәрҙе бирсәткә урынына алыштыра... Ә мин ситлектә һайрарға дәрте булмаған турғай шикелле һирәк-мирәк эләккән шатлыҡ валсыҡтарына ла рәхмәт әйтеп көн итәм. Үҙ туйына саҡырырға эҙләп килде Рушанна. Килде лә миңә ҡарап бер талай өнһөҙ ҡалды. "Таныманым", тине аңлаты аҙаҡ. Ҡолаҡтарын локаторҙай тоҫҡап эргәлә уралған ҡәйнә алдында һөйләшә алмағас, һыу буйына "өйрәктәрҙе ҡарап алып ҡайтырға төшкән инек. Һәр өндәшкәнгә тертләп ябай ғына һорауға ла оҙаҡ итеп уйланып яуап биргәнде күҙәтеп ултырҙы ла, Рушанна "Һин ҡайҙа?" тип кенә әйтте.
– Нисек инде ҡайҙа? бына. алдыңда.
– Юҡ. мин белгән ысын тамара ҡайҙа тип һорайым мин һинән. Сибәр, аҡыллы, үкер, шаян ҡыҙыҡай ҡайҙа булды? Иҫләйһеңме, беҙ бит ошонда ағын һыуға ҡарап хыялланып ултыра торғайныҡ. киләсәктә кем булабыҙ, нимә эшләйбеҙ... Ә "Тамшан" салоны? Онттоңмо ни?
...Мин ысынлап та онотҡан инем. 12-13 йәштәрҙә уйлап сығарғайныҡ беҙ уны. Атамала беҙҙең исемдәр ҙә булһын, шул уҡ ваҡытта башҡортса ла булһын, тип "Тамшан"ды уйлап сығарҙым. Йәғни кешене ымһындырып, тамшандырып торорлоҡ исеме лә, есеме лә. Исеме булды, ә есемен Рушанна менән беҙ икәү киләсәктә булдырырға тейеш инек. Мин иҫ киткес матур-матур киске күлдәктәр, костюмдар тегәм, ә әхирәтем моделдәрҙе биҙәндерә, ҡупшы прическалар яһай. Һәм беҙҙең был күҙ ҡамаштырғыс ижадты "Тамшан" салонының күрһәтеү залына йыйылған тамашасы һушы китеп тьамшанып, ләззәтләнеп ҡарай. Ялт-йолт фотоаппарат вспышкалары, камералар, ялтыр-йолтор журналдарҙан интевью алырға килгән ялбыр-йылғыр репортерҙар...
Хыял тигәс тә хыял инде. Рушанна әйткәнсе мин уның барлығын да онотҡан инем. Иҫең китер – мин ҡасандыр хыял итә белгәнмен! Әле иһә минең тормошта хыялға урын да, ваҡыт та юҡ.
– Һуңғы тапҡыр нимә тектең?
Рушаннаның һорауы албырғатып ебәрҙе. Байтаҡ ҡына иҫкә төшөрә алмай ултырҙым.
– Ирҙең курткаһының яғаһын, еңен тегеп бирҙем, кем менәндер эсеп һуғышҡан да, айырып төшөргәндәр ине.
– Шунан?
– Ҡәйенбикәнең итә!ген ҡыҫҡартып бирҙем.
– Шунан тағы?
– Шунан тип ни... Берәй йөҙләгән носкиға ямау һалғанмындыр ул.
– Аңлашылды. Тимәк бер нәмә лә текмәгәнһең.
– Нисек инде текмәгәнһең? Белгең килһә, имн ул энәне тота-тота бармағым биҙрәгән, күргем дә килмәй, ғөмүмән, теләмәйем дә!
– Беләһеңме нниңә шулай? Иҫкене ҡормау, ямау – ижад итеү түгел. минең аңлауымса, һин студент саҡтан бирле бер нәмә лә текмәгәнһең, хыялыңа хыянат иткәнһең, белдеңме! Шуға күрә мин һине танымайым да. Эсеңдәге утың һүнгән һинең. эйе, тормошоңдо күрҙем. Ҡәйнәңде лә күрҙем, аһ-зарыңды ла тыңланым, бүлдермәнем. Әммә Тамара, мин шуны аңламаным, һин ниңә ҡәйнә донъяһына йәбешеп ятаһың? үҙ донъяңды ҡороп ҡара. башҡалар нисектер булдыра бит, ниңә һинең ҡулдан килмәҫкә тейеш? Үҙеңдең өйөңдә һине бер кем дә кәпкәкләй алмаҫ. Берәйһе башлаһа – ҡыуҙың сығарҙың да, ишекте шартлатып бикләнең – ҡуйҙың.
Шаҡ ҡатҡыс. Шул көнгә тиклем үҙ донъямды ҡороу тигән уйың үҙ башыма килмәүе – шаҡ ҡатҡыс. Иҫ кергәне бирле тирә яҡтағылар "һинән була тиме ни инде, шуны ғына ла белмәйһең" тип тыҡып торһа, ысынлап нимәлер өйрәнергә, булдырырға ихтыяр һына икән ул. Ошо йәшкә етеп тә бер әсәйемдең мине хуплап, башҡаларҙан яҡлап ниндәйҙер йылы һүҙ әйткәнен иҫләмәйем. Тәүге балам төшкәс тә йәләмәне.
"...Шуға ла эшкинмәгән..." тип миңә күптән һуҡҡан мөһөрөн яңыртып мисәтләп кенә ҡуйҙы. шунан артығын көтмәгәйнем дә. Бер кемдән дә! аңлау, йәлләү, яратыу өмөт итеп үҫмәнем дә бит инде. Күңел генә алама – булмаҫтайҙы көҫәй. барыбер яратылып ҡарағы килә.

Рушаннаның туйына барманым. Ҡарасҡы булып ултырғым килмәне. туйға барырлыҡ кейем алырға ла мөмкинлегем юҡ ине, тәбиғи, бүләк тә, етмәһә, шул байрамды күрә алмай башлаған саҡтар ине. саҡырылыуыбыҙ хаҡында иргә әйтеп тә торманым. Уның холҡо билдәле – минең берәй ергә ныҡ барғым килә икән, ул мотлаҡ аяғында ла тормаҫлыҡ лаяҡыл булып ҡайта һәм, әлбиттә, байрам кәйефе бөткәс, уттар һүнгәс. Алдағы көнгә пландар ҡормаҫҡа, хыял йөрөтмәҫкә өйрәнергә мәжбүр булынды. Ҡайҙа ти ул унда "Тамшан"?! Бөткөһөҙ иҫкене ямау шул тиклем йәнгә тейҙе, түҙмәйенсә байтаҡ нәскиҙәрҙе ут тамағына ла ырғыттым бер заман. әле лә энәне бик һирәк тотам. ҡасандыр хыял иткән нәфис күлдәктәрҙе тегергә форсат булмағас, нимәгә кәрк ул миңә? Ҡыҙҙар тапҡан булһам – бер хәл. Ҡурсаҡтай итеп йөрөтөр инем. Малайҙарға нисек тә бара, әсәйем был шөғөлдән төңөлөүемә ҡаршы булды булыуын. "Шулайтһаң – эконом, былайтһаң – эконом", имеш. Ялҡытҡан инде, "эконом – класс". Бына бында – вип– ложала, шулай ҙа ни тиклем уңайлы. Тамаша ҡылырға сәбәп буйтым.
Үҙемде саҡ ҡулға алырлыҡ хәлгә килдем. Юҡһа, йөрәк тамаҡ төбөндә! тыпырсына, ҡолаҡ шаулай, ҡул-тубыҡтар буйлап үрле-ҡырлы ҡалтырауыҡ йүгерҙе байтаҡ. Ниһайәт, тын алышын да тигеҙләп бөтөп барам. Үҙемдең театрҙа ултырғанымды ла, ниндәй маҡсат менән килеүемде лә оноторолоҡ дәрәжәлә шаңҡығайным. Йөрәк тамаҡ төбөнән кире урынына төштө, әммә тыпырсыныуҙан туҡтарға уйламай. Күптән, бик күптән бындай ритмды тойған юҡ ине. Мин хатта ҡасандыр ир-егет менән ҡараш осрашыуҙан ғына былай тулҡынданып була икәнен онотҡан да инем инде. Ҡайҙа ти ул ҡараш! Килеп ҡағылғанға ла бер нервы ла һелкенмәй торғайны. Заманында битарафлығыма йәне көйөп, ирем дә миңә "бүрәнә" тип ысҡындырғыйны. Тейҙең ни, теймәнең ни, һап-һалҡын, бисәгә оҡшамаған, йәнәһе. Ул һүҙе өсөн, тәбиғи мин ҡапыл ҡоро утынға сәрпәкләнеп, сыра-шырпыға әйләнеп тоҡанманым, "ҡыҙыу ҡатын" булып янырға башламаным. Уны дөрләтеү түгел, йылытырға ла ыжламаным. Киреһенсә, үҙенә ҡарата күңелдә нимәлер бығаса әле быҫҡыған булһа, уныһы ла һүнеп ҡуйҙы. "Бүрәнә", имеш. Оҫта ҡулына эләкһә, ул ниндәй генә халәткә кермәй? Нәфис һынды ла ырып сығарып була, семәр-семәр биҙәкте лә... Теләгән-сәңгелдәк яһай, теләгән – табут... Кемдер иң бай йорттарҙа ғына торасаҡ сувенир эшләй, ә кемдер битарафлығы менән серетеп юҡ итә. Бына нимә ул бүрәнә! Йәлләмә, һин хәләл ҡатыныңдан йылы ҡарашыңды, иғтибарыңды, татлы һүҙеңде, һал наҙыңды, ваҡытыңды, көсөңдө! Һәм бер заман бүрәнә лә сәскә тажын асыр...
Бәлки ысындап та мин дә лә ғәйеп булғандыр? Улай тиһәң. тәнемдең бер ни ҙә тоймағанына мин ғәйеплеме ни? Ә икенсе яҡтан... Икенсе яҡтан ҡараһың, бәлки иремде артыҡ күп сағыштырғанмындыр Сашка менән? Сашка бит комплименттар менән "күмә" ине. Үҙ ғүмеремдә бер кемдән дә, хатта иң яҡын туғандарымдан да ишетмәгән иркәләү, наҙлау һүҙҙәрен бер-нисә ай ғына таныш булған егеттән ишеттем бит мин. Бәлки шуға яҙғы ҡояш наҙына илергән умырзая һымаҡ комплекстарымды тишеп ысын "миннем моронлап сыҡҡандыр? Бәлки шуға аҙаҡ бер кемдең дә иркә һүҙенә, арлы-бирле үпәс итеүенә бирешеп бармаған һауалы ханымға әйләнгәнмендер? Сашка минең булған матурлығым, аҡылым өсөн һоҡланмай ине. Ул да буласағын тоҫмаллап, киләсәктә ниндәй иҫ киткес, һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ була аласағым хаҡында аңлатып, минең үҙемә кем икәнемде тасуирлап, ышандырғыс итеп тасуирлап күңелемде иретте. Кеше ни тиклем шулай ҙа эгоист! Хатта мөхәбәттә лә кеше үҙ-үҙен яратыу менән мәшғүл. Мин Сашкаға уның матурлығы, аҡылы өсөн генә түгел, миңә булған һоҡланыуы, баһалауы өсөн ғашиҡ булманыммы икән? Ә уның мине яратыуы үҙ ижадына мөкиббән киткән Пигмалион ише яратыу булманымы? Уның һүҙҙәренән тәжрибәһеҙ, йәш кенә ҡыҙ сәскә атып балҡып китһен әле! Теләһә – утҡа һала, теләһә – һыуға, теләне – өҙҙө алды. Юҡ, өҙөп алманы. Уның теләге буйынса сәскә үҙе тамырынан өҙөлөп, ялтыр упаковкаға төрөнөп алдына, әй, юҡ, аяҡ аҫтына килеп ятты... Үҙ-үҙенән ни тиклем ҡәнәғәт булды буғай Сашка. Тәкәбберлеккә икенсе берәүҙең тәккәберлеге һыныуын күҙәтеү ни тиклем татлы, ләззәтле... Ә ул бының өсөн бер баш китерлек батырлыҡтар эшләмәне, тауҙар аҡтарманы, күктән йондоҙ ватып алманы, ҡояш бүләк итмәне...
Ул ни бары минең күңел ҡылдарын ҡайҙан, нисек сиртергә, математик мәсьәлә сискән һымаҡ һалҡын аҡыл менән иҫәпләп сығарҙы, һәм бойомға ашырҙы. Һәм иң мөһиме – уның бесәй сысҡанды уйнатҡан шикелле уйнатыуын, әүрәтеүен ҡорбан уйлап та бирмәй. Ул ғына ла түгел – алданыуы өсөн хатта рәхмәтле була! Мин дә бит ул саҡта Сашка өсөн "сысҡан" булғанымды аңламай инем. Тормош тәжрибәһе лә етмәй "мөхәббәт" тип күҙ томаланған, бер кемде лә ишетмәйем дә, күрмәйем дә. Бәләкәйҙән уҡыған фәһемле китаптарҙағы аяныслы тарихтар ҙа онотолдо. Әҙәби әҫәр, ысын тормош менән ярыша аламы ни инде әҙәби геройҙың кисерештәре хаҡында уҡыуы – бер, ә үҙең тойоу – ул бит бөтөнләй бүтән! әммә китап тигән нәмә минең яҙмышта роль уйнамай ҡалманы.
...Беҙ әле Сашка менән айырылышмаған инек. Психология менән мауыҡҡан бер курсташымдың тыуған көнөнә барғайным. Студенттарса баҫалҡы ғына табын. Беҙҙең һәр саҡ шулай – ололарҙыҡы кеүек байрамдарҙан һуң өс көн ашарлыҡ тороп ҡалмай, мәлендә тамам була. Байрам хужабикәһе һәр ваҡ-төйәк бүләк иткән өсөн дә шатланып рәхмәттәр әйтте, йөрөгән егете шундай уҡ ярлы студент ашауҙан өҙөп тигәндәй һыңар сәскә тотоп килгән булған, уға был батырлыҡ өсөн барыбыҙҙа ҡул саптыҡ. Ҡыҙҙар компанияһындағы икенсе егет, Игорек, ҙур ғына китап бүләк итте. Курсташ ҡыҙ бәхетенән үрле-ҡырлы һикергәнгә, мин дә был китапты асып, арлы-бирле күҙ һалмай түҙә алманым. Авторын иҫләмәйем, ә атамаһы "АнтиКарнеги" ине буғай. Һәр хәлдә миңә, ҡасандыр Д. Карнеги китаптарын мауығып уҡыусыға был атама бик сәйер ине. Тулыһынса уҡып өлгөрмәһәм дә төп мәғәнәһенә төшөндөм. Автор Д. Карнегиҙың кешеләр менән аралашыу методтарын тулыһынса инҡар итә. Ул уның китабын кеше, уның хистәре менән идара итеү буйынса методик ҡулланма тип атай. Автор фекеренсә, кешелек ике типҡа бүленә – манипуляторҙар һәм манипуляцияға бирешеүселәр. Һәм бына тап Карнеги кеүектәр, кешене маҡтап, осондороп үҙ маҡсататрына ирешәләр. Улар ихлас түгелдәр. Уларҙың ҡылыҡтары уйланған, иҫәпләнгән, хискә бирелмәйҙәр. Манипулятор үҙ маҡсатына ирешеү өсөн "ҡорбан" менән файҙалана. Ул "ҡорбан"ды маҡтап, юхалап ҡына үҙ яғына бармай, ә кәрәк икән үҙен йәлләтә, йә үсегеп еңә, йә еннәндереп көсһөҙләтә. бер ҡасан да үҙ теләген асыҡтан-асыҡ әйтмәй. үҙе лә башҡа кешенең ихласлығына ышанмай. Ихлас – уның өсөн ахмаҡ. Ахмаҡ, тимәк, ҡорбан. Әйттем бит инде. китапты тулыһынса уҡыманым. Әммә фантазиямдың бәләкәйҙән көслө булыуы, ғәҙәттәгесә, үҙ ролен уйнамай ҡалманы. Мин Сашканың ҡылыҡтарын манипулятор формулаһына "һалып" "иҫәпләп" ҡараным... Һәм ҡапыл барыһын да аңлап, шаңҡыным. Үҙемдең "мөхәббәт" тип алданғанымды аңлап, шаңҡыным. Быға Сашканың үҙенең абайһыҙлығы ла сәбәпсе. Минең кеүек хәтерле һәм анализлы фекерләүгә һәләтле ҡыҙ алдында ҡайһы бер нәмәләрҙе һөйләмәҫкә кәрәк ине. Мәҫәлән, ҡайҙалыр сәйәхәттә сағында, аҡсаһы бөтә. Ул өйҙәгеләргә һағыныу хистәре, хәтирәләр, тулы дүрт-биш битлек хат яҙып һала. Тегеләр хатты илай-илай уҡый һәм Сашкаға кәрәкле сумманан байтаҡҡа артығыраҡ аҡса ебәрәләр. "Ә бит мин, тиер ине Сашка маһайып, аҡса һорау түгел, кәрәклеге хаҡында ла бер һүҙ ҙә яҙманым. Ғөмүмән, матди яҡҡа ҡағылышлы һүҙ яҙманым, тик рух донъям, кисерештәрем хаҡында ғына". Бик кәйефле сағында тағы нығыраҡ асылып ташлай.
– Мин идеаль ир. Минең ҡатыныма ҡул күтәреү түгел, тупаҫ һүҙ ҙә әйтмәйәсәкмен. Мәҫәлән, ашты бик тәмле бешермәгән икән, ти. Мин бер нисек тә асыуланмаясаҡмын, ашамаһам да рәхмәт әйтеп тороп китәсәкмен. Әммә шундай һүҙҙәр табырмын, ҡатыным икенсе тапҡыр тәүлек буйы плита эргәһенән китмәһә-китмәҫ, ҡулын утҡа ҡуйып, усында булһа ла бешерер, әммә ашты мин яратҡанса бешерер...
"АнтиКарнеги"ға тиклем Сашканың был һүҙҙәре һиҫкәндермәгәйне. Ә был бит – типик манипуляция – типик! Манипулятор өсөн "ҡорбан"дың хистәре – тишектәге бушлыҡ, ноль. Уға үҙ теләге – теләк. Мәҫәлән, мин Сашканың ҡатыны урынында, ти. Ярай, аш ул теләгәнсә булды, ти. Йәки, ул теләгәнсә булманы һәм мин ҡулымда ла бешерҙем, ти. Минең һыҙланыуымды уйлап бирәсәкме ул? Бәлки кәйефем юҡ, бәлки арығанмын, бәлки бөтөнләй бешерергә теләмәйемдер? Ул минең хистәрҙе лә иҫәпкә һаласаҡмы? Бөтә күҙәтеүҙәрем буйынса, былай килеп сыға – юҡ, һанға һуҡмаясаҡ.
Бына шулай. Әллә ниндәй ҡапма-ҡаршылыҡтар йыйылмаһы булыуҙан туҡтап булмай. Мин йә Сашканы күккә күтәреп һоҡланам, аҡылды юйып хистәргә биреләм. Йә бер китап арҡаһында һөйгәнемдән ваз кисәм, нәфрәт утында көйәм... Әллә ул йәшлек тигәндәре шундай ауыр мәл, әллә шәхсән минеке генә ошолай? Бер сиктән икенсеһенә бәрелеп һуғылып шул тиклем арыным.
Яратамы мине Сашка, әллә алдаймы? Мин уны яратаммы, әллә күрә алмайыммы? Аҡыллымы мин, иҫәрме? Аҡыл мөһимме, тойғолармы? Бер туҡтауһыҙ шикләнеү. Һәр аҙымыңды үлсәп баҫыу дөрөҫмө, әллә үҙ мәлендә көслө хистәргә дөрләп янып та, иртәгәһе – мать яҡаһынамы, белмәйем. Бер нимә лә белмәйем дә, аңламайым да. Ә ул шиктәр шул тиклем йәнемде ҡыялар, бер туҡтауһыҙ йөрәгемде күкрәк ситлегендә баскетбол тубы урынына уйнаталар. Йөрәк үҙ урынында эленеп тормағас, ниндәй тыныслыҡ булһын инде? Йә түгелеп илайы, йә һынып ҡатып хәл бөткәнсе шашып көләм. Дәрестәрҙә нимә хаҡында һүҙ барғанын ишетмәйем, уҡытыусылар нимә әйткәнен аңламайым. Ап-айныҡмын, ә үҙемдең иҫерек кеүек тоям. Йәшәйем дә кеүек, юҡ һымаҡ та. Әллә бар мин, әллә юҡ... Бер яҡтан аҡылы камил еткән ҡыҙмын. Ә үҙемде үҙ аяғына үҙе эләгеп йығылған тарбайлап йөрөгән сабый бала һымаҡмын. Күп нәмә беләм, ә бер нәмә лә белмәйем, юҡ, йәшлек – ауыр мәл ул. Артыҡ ярһыулыҡ күп, сабырлыҡ юҡ. Бер сиктән икенсеһенә һуғылыуҙан, туҡтауһыҙ икеләнеүҙән, Сашкаға булған аңлайышһыҙ хистәрҙән, ғөмүмән, донъянан һәм үҙ-үҙемдән арып, ялҡып, тыуған йортҡа ҡайтып йығылыуҙан башҡа сара тапманым. Әле аңлайым – түҙергә аҡыл етмәгән. Иртәме-һуңмы Сашкаға ҡарата йөрәгемдә янып торған ялҡын һүрелер ине. Башым айныр ине. Ҡыҙыулыҡ менән күпме иҫәрлектәр эшләп ташламаҫ инем. Ә кем белә, бәлки мин ысынлап башҡа яҡтан яңлышҡанмындыр? Мәҫәлән, Сашка ысынлап яратҡан булһа? Уның һүҙҙәре ысын йөрәктән сыҡҡан булһа? «Һиңә тиклем бәхеттең етенсе ҡаты тигәндәрен ялтырауыҡ матур һүҙ генә икән, тип уйлай торғайным. Әхәҙер аңланым – бар икән ул. Һинең менән ожмахтың етенсе ҡатында булғандай тойғо кисерҙем. Һин – мөғжизә. Һин иң серле һәм ғәжәйеп ҡыҙһың. Бығаса донъялағы бер генә ҡатын-ҡыҙға минән һөйөү һүҙҙәрен ишеткәне булманы. Һин – берҙән-бер. Мин һине яратам. Я-ра-там. Беләһеңме, мөхәббәт ул ысынлап та бәхет икән..." Был һүҙҙәр һаман ҡолаҡта яңғырай. Ихлас әйтелгәнгә түгел микән? Хатта ихлас әйтелмәгән осраҡта ла уның һүҙҙәрен онотмаҫҡа ине. Ҡатын-ҡыҙ ғөмүмән, ҡасандыр шундай һүҙҙәр ишетеп торғанын оноторға тейеш түгелдер ул. Юҡһа, ул артыҡ ябайлана, артыҡ ғәҙәти, ҡәҙимге бисәгә әйләнә. Унан башлана инде тағы ла хәтәрерәк "әүерелеүҙәр". Кем аждаһа, кем – йылан, кем – һәүкәш, тәүбә-тәүбә. Эйе, эйе, кемдер әлеге лә баяғы "бүрәнә" лә булып китә. Ысынында иһә ул ваҡытта ҡасандыр үҙемдең мөғжизә һәм хыял булғанлығымды онотоп ебәргән сағы булған. Хатта дөрөҫөн әйтергә кәрәк – яңы иҫемә төшә башланы. Тағы ла дөрөҫөрәк әйткәндә, үҙ баһамды күтәреү маҡсатында Рушаннаның күрһәтмәләрен тыңлап, көсләп иҫемә төшөрҙөм. был уйынға хатта кейәү балаҡай ҙа ҡушылды. Ғәҙәттәгесә кухняла уның мөрәжәғәтенә теләр-телмәҫ кенә яуап бирһәм, ҡыҙып китеп әрләп ташланы.
– Һин ҡатын ҡыҙмы, әллә туң киҫкәме, ә? Ҡаршыңда баһадирҙайир-егет баҫып тора, ә һин исмаһам юрамал да күтәрелеп ҡарамайһың, йылмайып ҡуймайһың?
– Һин бит ир-егет түгел, Рушаннаның ире!
– Булһа һуң. Сибәр ҡатын-ҡыҙҙың матур йылмайғанын тамаша ҡылып зауыҡланыу гонаһ түгелдер бит. әммә һин миңә генә түгел, ғөмүмән, ир-атҡа ҡыҙыҡһынып булһа ла ҡарамайһың. Бына маршруткаға кергәс, кемдәр бар икәнен күҙ менән тикшереп алаһыңмы? Юҡ шул, һин шунда уҡ тәҙрәгә текләйһең. Урам буйында берәйһе ваҡыт күпмелеген һораһа яуап бирәһеңме? Эйе, секундына тиклем әйтһәң әйтәһең, ә һораусының күҙенә түгел, йөҙөнә лә һирпелеп ҡарамайһың. Ә уға ваҡыттың күпмелеге хәжәт ине тип уйлайһыңмы?
– Хәжәт булмаһа – һорамаҫ ине, моғайын.
– Ә хәҙер бөтә кеше лә сәғәтте күрһәтеп торған мобильник барлығы. бер ҙә булмаһа ҡалала һәр ерҙә тиерлек ваҡытты һәм температураны күрһәтеп торған йүгерек яҙыуҙар янып тороуы иҫеңә төшмәйме?
– Әллә... уйлағаным булманы.
– Уйланмайһың шул. Ысынында ваҡыт һорау универсаль танышыу ысулы. Ир-егет шул рәүешле ҡылыңды тартып ҡарай, ә һин күтәрелеп ҡарайһы, йылмайып әңгәмә күтәреп ебәрәһе урынға "дүртенсе ун биш минут" тип боҙҙай тауыш менән әйтәһең дә ҡарашыңды танау булап ергә текләп юлыңды дауам итәһең. Унан үҙеңдең һаман яңғыҙлығыңа аптырап. ирҙәрҙе һуҡырлығы өсөн һүгеп кинәнәһеңдер әле.
– Дөрөҫ әйтәһең, йәнекәйем, башлыһың да инде нисек минең үҙемдең башҡа килмәгән, – Рушаннаның күҙҙәре янып китте. Ирен һәр саҡтағыса суп иттереп үбә һалып миңә текләне. – Тамочка, баҡһаң, һин бөтөнләй ҡылансыҡлана белмәйһең икән!
– Хәжәт ине бик! – тип турһайҙым.
– Хәжәт, ишеү нисек әле! Беләһең килһә, ҡылансыҡлана белеү, сибәрлектән күпкә хәтәрерәк ҡорал! Әйҙә, иң ябай алымдан башлайбыҙ. күрерһең, үҙеңә лә оҡшап ҡалыр әле...
Кешенең аҡылы. бер уйлаһаң. күпмегә үҫешкән: ниндәй генә компьютерҙар юҡ. Ҡоштан бейек оса, нисә йөҙ "ат көсөн" ултырышы аҫтында йөрөтә, нисә меңәр саҡрымдар аша һөйләшә, күрә ала һ.б. һ.б. Ә күңеле йөрәге һаман шул уҡ – борон заманда нисек матур күҙҙәр ҡапҡанына эләккән, әле һаман эләгә тора. "Сиртте" был балыҡсы "ҡармаҡҡа". Ха-ха-ха. Антрактты минән былай көтә башланы. Уң яғындағы ханымды бөтөнләй онотто. Хәләл ҡатыны түгеллеген аңлағайным инде, әллә ялҡыта башлаған ҡарт һөйәркәһе микән тигәйнем. Хәлдәр күпкә ябайыраҡ – ҡәрҙәше икән. Ура, антракт. Яңылыш ҡына равновесие һаҡлай алмаған булып ҡағылыу, йән иреткес йылмайыу, иркә тауыш менән ғәфү үтенеү, кәүҙәнең бөтөн һомғоллоғон, баһалап өлгөрөрглөк кенә итеп баҫып тороу,ымһындырғыс һығылмалылыҡ менән сығыуға ыңғайлау... Уйлағанымдан өс аҙымды артығыраҡ яһарға тура килде, ҡәһәрең. "Ас" кимәленә етмәгәнмен ахрыһы. Уф-ф, ниһайәт, ҡыуып етте. Тәк, күрешергә беренсе ҡатын-ҡыҙ ҡул һона. Сәтәкәй бармаҡты күтәреберәк, Томочка, онотма. Артабан, дело техники – күҙҙәренә мөкиббән китеп ҡарайһың, һөйләгәнен иҫең китеп мауығып тыңлайһың, ауыҙыңды асаһың икән мотлаҡ уға ҡарата һоҡланыуыңды белдереү өсөн генә.
О-о-о, кәйеф бермә-бер күтәрелде, Театр музейында зауыҡланып йөрөүем етмәгән, «ҡапҡорһаҡ»тың шәбен эләктермәнмен. Ысынлап та һәйбәт әңгәмәсе генә түгел, ә Искәндәр Сәғитовичтың танышы ла булып сыҡты. Ул ғына ла түгел, ә Искәндәр Сәғитовичтың тангышы ла булып сыҡты. Ул ғына ла түгел! «Объект» бөгөн бында, хатта беҙҙән йыраҡ та түгел урында ултыра! Ура-ура-ура. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

– Был яҡҡа таныш ҡарышлауыҡ шыуыша. Янына барып һаулашып китмәй ярамай – минең «хужа»ның «бикә»һе, – юлдашымдың эргәмдән китеүенән файҙаланып, иркенләп һулыш алдым. Тимәк, Искәндәр Сәғитович менән осрашыуға әҙерлән. Аҫҡа, гардеробҡа «танауҙы пудраларға» төшөп килмәй ярамай. Баҫҡыс яғына үткән ыңғай яңы танышымдың ҡаршыһындағы һынға күҙ һалам. Һығып торған бәрхәт күлдәк аша хас тиреҫ ҡарышлауығыныҡы һымаҡ ҡатлы-ҡатлы май һырҙары ҡабарып тороуы күҙгә бәрелеп ҡала. О, ҡатын-ҡыҙ! Шыма, ялтырауыҡ тиреле, һығылмалы йыланға тиңләүҙәре, баҡтиһәң, комплимент була икән. Тәүбә-тәүбә, ҡарышлауыҡҡа тиңләүҙән Алла һаҡлаһын. Был эволюция тигән нәмә кеше мәсьәләһенә ҡағылғанда нишләп... китмә киреһенсә эшләй икән? Тәбиғәттә ҡарышлауыҡ гүзәл, нәфис күбәләккә әйләнә, йөнлө, сурышлы, маймыл – кешегә. Ә беҙҙең тормошто ҡараһаң... Күбәләктәй еңел кәүҙәле, ҡарап туйғыһыҙ гүзәл ҡыҙ тора-бара «ҡарышлауыҡ»ҡа әйләнә. Сибәр, баһадирҙай егеттәр иһә ҡартлыҡтарында һаҡал-мыйыҡ баҫып, йөҙө ҡарайып, йыйырсыҡ баҫҡан һәм кәкрәйгән маймыл төҫөнә керә. Ни тиклем ғәҙелһеҙлек!
Баҫҡыстан ҡабаланып төшөп барғанда уйланырға ярамай ул миңә. Бына бит, йылтырап торған шып-шыма мәрмәрҙә алабарманлығым арҡаһында тайып та киттем. Йә кеше араһында суҡынып барып төшөп оятҡа ҡалыу менән сикләнәм, йә булмаһа туфлиҙарымдың беҙ үксәһе аҡтарылып-фәлән ҡазаға тарыясаҡмын, тип уйлап та өлгөрмәнем, ҡаршыма баҫҡыстан менеп килгән бер ир-егеттең ҡосағына барып та керҙем.
Ханым, һеҙ Золушка роле өсөн олораҡ һәм ауырыраҡ түгелме.
Ысын ир-егеттең ышаныслы ҡулына юлыҡтыммы тиһәм, уныһы ла ит сабыусы икән. Кәүҙә матурлығын баһалау түгел, ә ғәҙәт буйынса, иттең йәше һәм ауырлығы менән генә ҡыҙыҡһына, – «ҡотҡарыусы»ма үҙе кеүек тупаҫ ҡына яуаплап туфлийымды алырға боролам.
Тәүгеһенә ҡарағанда байтаҡҡа йомшорған интонациялы тауыш яңғырай:
– Ҡара һин уны! Аяҡтан йыға яҙғансы килеп бәрелә, етмәһә ғәфү үтенеү урынына мыҫҡыл итеп маташа. Бының өсөн яуап бирергә лә тура килеүе мөмкин бит әле.
– Беренсенән, маташманым, ә иттем, – туфлийымды аяҡҡа эләктереп менән асыу-ярһыу кире боролам. – Икенсенән, нимә-нимә, ә яуап бирергә мин аптырамайым! Өсөнсөнән, һеҙ әллә мәмерйәнән яңы сыҡтығыҙмы, ҡатын-ҡыҙ хаҡлы булмаһа – унан ғәфү үтенергә кәрәк тигәнде лә белмәйһегеҙ!
Һуңғы һүҙемде таслатҡансы битенә бәргәс, аңыма барып етә. Ҡаршымда... Сашка тора. Был юлы аяҡ тайыуҙан түгел, ә ҡапыл күтәрелгән көслө тойғоларҙан күҙ алдарым ҡараңғыланып сайҡалып китәм. Ҡулым менән баҫҡыс таянғысын ҡапшарға маташҡанда, таныш ҡулдар тағы беләгемдән матҡып тотоп ала.
– Ниндәй темпераментлы ханым! Етмәһә, бигерәк хиссән. Мин шунда уҡ ғәфү үтенәме тип кенә әллә иҫтән яҙырға уйланығыҙ? Бер үк тынысланығыҙ, зинһар. Юҡһа, кешеләр миңә ен-бәрей күргән кеүек ҡарап үтә башланылар. Бәлки буфетҡа кереп тереһыу уртлап сығырбыҙ, төҫөгөҙ ҡасҡан.
Мин телемде әйләндерерлек хәлгә етеп тынысланам:
– Беренсенән, таныш түгел әҙәм менән тереһыу түгел... – һүҙемде әйтеп бөтөрөргә ирек бирмәйенсә Сашка элеп ала.
Ябай һыу ҙа уртламайһығыҙ, аңланым. Икенсенән, һеҙгә, ғөмүмән, «беренсенән» тип һүҙ башлаттырырға, аслан ярмай – аргументтарығыҙҙы танк урынына ҡулланаһығыҙ, ҡаршы сығырлыҡ түгел. Өсөнсөнән, хаталарымды төҙәтергә һуң түгел – әйҙәгеҙ, мин ғәфү үтенәм һәм, ниһайәт, танышайыҡ!
Ризамын. Тамара.
– О-о-о, Тамара, ханбикәләр исеме һәм күреп тороуымса – есеме! Әммә мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Һеҙҙең ҡолоғоҙ – Искәндәр Зөлҡәрнәйен. Мөмкин ябай ғына – Искәндәр Сәғитович.
Секунд эсендә бер яндым, бер туңдым һәм телһеҙ ҡалдым. Сашка – Александр Македонский – Искәндәр Зөлҡәрнәев... Йә Хоҙай! Тик минең кеүек уңмаған менән генә бындай хәлдең булыуы мөмкин ине! Сашка һәм Искәндәр Сәғитович – бер кеше, ҡот осҡос! Был осраҡта мин үҙемде нисек тоторға тейеш һуң, ә? Танытырғамы-юҡмы, йә Хоҙай, кемдән кәңәш һорарға?
– Тамара ханым, өсөнсө ҡыңғырау яңғыраны бит инде, нимә уйлаштығыҙ? Концертты ҡарап бөтәбеҙме, әллә...
Тиҙ-тиҙ генә башымда төрлө варианттарҙы байҡайым. Ложаға кереп ултырһаң инде... Юҡ, унда, беренсенән, теге “ҡапҡорһаҡ” бар, уның кәйефен әҙәпле генә ҡырыуға ҡарағанда, серле монар булып юҡҡа сыҡҡан хәйерлерәк. Икенсенән, мин инде төп маҡсатҡа ирештем – кәрәкле кешемде таптым. Хәҙер иң мөһиме – уны ҡулдан ысҡындырмау һәм кәрәкле документтарға ҡул ҡуйҙырырға ирешеү!
– Өсөнсө ҡыңғырау менән буфет та ябылмай микән ни? Ысынлап та тереһыуһыҙ шиңергә уйлайым ахры.
– Зарар юҡ, минең машинала шыйыҡлыҡтарҙың төрлөһө лә йөрөй торған.
– Рөхсәт итһәгеҙ, бер шылтыратыу эшләп алыр инем...
– Әлбиттә, Тамара ханым, әлбиттә.
Ҡалтыранған ҡулдарым менән кескәй генә клатч эсенән мобильнигымды һәрмәп ала алмай йөҙәнем. Унан иҫәрләнеп тоҡандыра алмай бер булдым. Етмәһә, тота килеп пин-код хәтергә төшмәй ыҙалатты. Рушаннаға шылтыратып, өҙөк-тәтек Искәндәр Сәғитович менән танышыуымды хәбәр иттем. Ә бына уның ысынында Сашка икәнен бер нисек тә әхирәтемә аңлатып еткерә алманым. Ниндәйҙер кәңәш бирер тип өмөтләнһәм, телефондың аккумуляторы ла “ултырҙы”. Хет асыуыңдан шартла. Машинала беҙҙән башҡа кәүҙәле генә ике егет тә бар ине. Йән көйөүенә түҙмәй һалып бирелгән эсемлекте бер тынала түңкәрҙем һәм... аңымды юйҙым...

(Башы. Дауамы иртәгә ошо уҡ ваҡытта).

Артыҡбикә.  Повесть. Рәйлә Сабитова
Артыҡбикә. Повесть. Рәйлә Сабитова
Автор:
Читайте нас: