Башҡортостанда Ғабдулла Сәйди ҡулъяҙмалары - иҫке төрки телендә каллиграфик яҙыу менән яҙылған ике ҙур китап табылған. Был хаҡта республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов хәбәр итте. «Бер-ике аҙна элек Ғабдулла Сәиди хаҡында яҙғайным, бөгөн миңә уның ҡулъяҙмаларын килтерҙеләр. Был дәфтәрҙәр, һис шикһеҙ, тыуған яғыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың һәм Рәсәйҙәге исламдың тарихын өйрәнеү өсөн фәнни ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уларҙы ҡулда тотоу ҙа бик тулҡынландырғыс. XIX быуатҡа ҡарай бит. Мине уның мәғрифәтселек эшмәкәрлеге ҡыҙыҡһындыра», — тип яҙҙы Азат Бадранов.
Ҡулъяҙмалар сканер аша үткәреү өсөн республиканың Милли китапханаһы директоры Марат Зөлҡәрнәевҡа тапшырылды. Артабан тикшеренеүселәр һәм тәржемәселәр менән эш башлана.
Мәғрифәтсе һәм дин әһеле Ғабдулла Сәйди XIX быуат аҙағында Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында йәшәгән һәм эшләгән. Үҙ заманының абруйлы һәм алдынғы шәхесе булв. Унда йылына 400-гә яҡын бала белем алған. Үҙ мәҙрәсәһендә ул дин тәғлимәттәренән тыш, геология, тау эше, химия нигеҙҙәрен дә уҡытҡан. Йыл һайын Рәсәй төбәктәренән һәм Үҙәк Азия илдәренән ғибәҙәт ҡылыусылар Ғабдулла Сәйдиҙең ҡәберенә килә. Алдағы яҙмаларының береһендә Азат Баҙранов хәҙрәт йортон тергеҙергә һәм унда дини мәғрифәтселәр музейын булдырырға тәҡдим итте.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-07/v-bashkortostane-naydeny-rukopisi-prosvetitelya-gabdully-saidi-2939466