-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2022, 13:00

Башҡортостанда «Төньяҡ амурҙары» беренсе тулы метражлы башҡорт йәнһүрәте өҫтөндә эш тамамланып килә.

Уның өҫтөндә билдәле рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев һәм «Муха» студияһы эшләй. Ә унда ролдәрҙе кемдәр уҡый һуң? Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Ролдәрҙең береһен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡый, тип яҙып сыҡты яңыраҡ бер нисә киң мәғлүмәт сараһы. «Башинформ» дөрөҫ мәғлүмәт алыу өсөн «Муха» студияһы продюсеры Артур Абдрахмановҡа мөрәжәғәт итте.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика етәксеһе беҙҙең фильмда ролдәрҙе уҡыуҙа ҡатнашманы. Ул беҙҙең проекттың инициаторы булып тора, кемдер дөрөҫ аңламағандыр, моғайын, — тине продюсер. — Ролдәрҙе беҙҙең сәхнә йондоҙҙары — Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин), Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев, Фидан Ғафаров, Азамат Ғафаров, LUMEN төркөмө артистары, ВИА Чаппанан Илья Тавлияров, Руслан Ронич, Илнур Лоҡманов уҡып ишеттерҙе.

Йәнһүрәт башҡорттарҙың, «төньяҡ амурҙары»ның, XVIII быуат аҙағында рус-швед һуғышында ҡатнашыуына, шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған.

«Төньяҡ амурҙары»ның премьераһы декабрҙә күрһәтелә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-09-08/kto-iz-zvezd-ozvuchil-roli-v-novom-animatsionnom-filme-severnye-amury-2941172


Автор:Ләйлә Аралбаева

Башҡортостанда «Төньяҡ амурҙары» беренсе тулы метражлы башҡорт йәнһүрәте өҫтөндә эш тамамланып килә.
Башҡортостанда «Төньяҡ амурҙары» беренсе тулы метражлы башҡорт йәнһүрәте өҫтөндә эш тамамланып килә.
Башҡортостанда «Төньяҡ амурҙары» беренсе тулы метражлы башҡорт йәнһүрәте өҫтөндә эш тамамланып килә.
Автор:
Читайте нас