-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2022, 17:00

Бөгөн - Бөтә донъя матурлыҡ көнө!

Матурлыҡтың сере ниҙә һуң? Быны әлегәсә бер кем дә аныҡ ҡына әйтә алмай. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙ күрер күҙгә әллә ни сибәр ҙә түгел, ә көслө заттар уны алиһә итеп күрә. Икенселәре - ҡойоп ҡуйған сибәр ҙә, аҡыллы ла, әммә ир-егет уларҙан ситләшә... Һеҙ был хаҡта ниҙәр уйлайһығыҙ, дуҫтар?  

 
Тарихта беренсе Матурлыҡ бәйгеһе Бельгияла 1988 йылда була. Ә Донъя гүзәлен тәүге тапҡыр Лондонда 1951 йылда һайлайҙар. Ә бына бөгөн билдәләнгән МАТУРЛЫҠ КӨНӨ 1995 йылда эстетика һәм косметология менән шөғөлләнгән халыҡ-ара комитет тарафынан иғлан ителә. Был көндө косметологтар, косметика етештереүселәр һәм һатыусылар, пластик хирургтар, моделдәр бизнесы хеҙмәткәрҙәре, матурлыҡ булдырыуға ҡатнашҡан бөтә кеше үҙ итә.
Ир-егет ҡатын-ҡыҙҙа нимәгә өҫтөнлөк бирә һуң? Зауыҡ хаҡында бәхәсләшмәйҙәр тиһәләр ҙә, уртаҡ ҡараштар бихисап:
- иң тәү сиратта, үҙ-үҙеңде ихтирам итеү, кеше булараҡ түбәнһетмәү;
- нәфислек, нәзәкәтлелек;
- эргәһендәге ир-егетте күтәрә, баһалай, дәртләндерә белеү;
 
Ә шулай ҙа гүзәл затҡа иң килешкәне - бәхет күлдәге! Бәхет - күңел торошо! Йылмайығыҙ, донъяғыҙға ҡыуанығыҙ һәм бәхетле булығыҙ!
 
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә матурлыҡ:
 
  • Матур - күҙ өсөн, аҡыллы - күңел өсөн.
  • Матурлыҡ - күҙ өсөн, холоҡ - күңел өсөн.
  • Матур сәскә сәнскеле була.
Бөгөн  - Бөтә донъя матурлыҡ көнө!
Бөгөн - Бөтә донъя матурлыҡ көнө!
Автор:
Читайте нас