+2 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2022, 15:00

Бөрйән ҡыҙы халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнаша

9-18 сентябрҙә Малайзияла «Мисс Азия — 2022» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы ойошторола. Конкурста төрлө илдәрҙән 45 ҡыҙ ҡатнаша. Уларҙы фотосессиялар, экскурсиялар, этаптар, репетициялар, илдәре менән таныштырыу һәм финал шоуы көтә.

Башҡортостан Республикаһынан «MissBash Models» агентлығы моделе Гөлфинә Вәлиева сығыш яһай. Ҡыҙға 25 йәш, ул Урман хужалығы министрлығында эшләй. Сығышы менән Бөрйән районынан.

— Был конкурста Башҡортостан өсөнсө тапҡыр сығыш яһай һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 2017 йылда ул MissBashModels моделе Регина Мөхәмәҙиева 1-се-вице Мис Азия исемен алды, ә 2018 йылда Рената Нәҙершина тәүге унау иҫәбенә инде, — тип хәбәр итте модель агентлығы етәксеһе Луиза Закирйәнова.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-06/sotrudnitsa-minleshoza-predstavit-bashkiriyu-na-mezhdunarodnom-konkurse-krasoty-2937971

Бөрйән ҡыҙы халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнаша
Бөрйән ҡыҙы халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнаша
Бөрйән ҡыҙы халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнаша
Автор:
Читайте нас: