Ошо көндәрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы яҙыусы, телсе, фольклорсы, ХХ быуат башының башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре Хәбибулла Ғәбитовтың “Ынйыҡай һәм Юлдыҡай” әҫәре буйынса эш башланы. Әҫәр “Ынйыҡай һәм Юлдыҡай” тигән башҡорт халыҡ йыры менән исемдәш. Ул 1924 йылда яҙыла һәм баҫыла. Башҡорт халыҡ йыры һалмаҡ көй “Ынйыҡай һәм Юлдыҡай” һәм уның варианттары тәүге тапҡыр 1894 йылда Ырымбур губернаһы (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Орск өйәҙе Солтан приискыһында Абдрахман Үҙәнбаевтан С.Г.Рыбаков тарафынан яҙып алына. Йыр “Урал мосолмандарының көнкүреш музыкаһы һәм йырҙары” китабында баҫыла. Һуңыраҡ Ғ.Ғ.Ишбулатов, Ф.Х.Камаев, М.М.Сәғитов, Н.Д.Шункаров йырҙы яҙҙыра. Йырҙың һүҙҙәре ғәрәп графикаһы нигеҙендә баҫылған була.
2018 йылда Гөлсәсәк Саламатова пьесаны текстағы ғәрәпсә һәм фарсы һүҙҙәрен башҡорт теленә ижади тәржемә менән хәҙерге башҡорт алфавитына күсерә. Әҫәрҙә һүҙ ике ғашиҡ тураһында бара. Ҡарамырҙа исемле башҡорт байының Ынйыҡай исемле ҡыҙы була. Ҡыҙ Юлдыҡай исемле ярлы егетте ярата. Ынйыҡайҙың атаһы уларҙың мөхәббәтенә ҡаршы була һәм уларҙы төрлөсә айырырға тырыша.
Инсценировканың авторы - филология фәндәр кандидаты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова.
Ҡуйыусы-режиссеры - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов;
Ҡуйыусы рәссам - Рөстәм Баймөхәмәтов;
Костюмдар буйынса рәссам - Сәлимә Усманова;
Композитор – Юлай Үҙәнбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
Хореограф – Сулпан Аскарова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы;
Фольклор буйынса консультант - Гөлнур Ҡасҡынова, филология фәндәре кандидаты.
Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Премьера октябрь айына тәғәйенләнгән.