+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Сентябрь 2022, 11:00

Республикала тәүге Креатив индустриялар мәктәбе асылды

Был турала тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Республикала тәүге Креатив индустриялар мәктәбе асылды
Республикала тәүге Креатив индустриялар мәктәбе асылды

Өҫтәмә белем биреү йүнәлешендә эшләгән уникаль проект федераль грант иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Өҫтәмә белем биреүҙә бындай мәктәп республикала тәүге. Ул Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы базаһында асылды. Уҡыусылар студияларҙа белем аласаҡ. Тауыш һәм тауыш дизайны студияһында тауыш менән эшләргә өйрәтелә. Буласаҡ тауыш операторҙарын уҡытыу өсөн бөтә шарттар бар. Һәр уҡыусыға микрофон, наушник, медиаклавиатура, һуңғы быуын компьютерҙары.

Бынан тыш, мәктәптә тағы анимация һәм 3 Д графика, фото һәм видеоетештереү, заманса электрон музыкаһы йүнәлешендә өс студия эшләй. Өҫтәмә белем 12 йәштән 17 йәшкәсә уҡыусыларға иҫәпләнгән.

Мәктәптә бюджет иҫәбенә 80 бала һәм үҫмер уҡый. Ул «Рәсәйҙә уйлап сығарылған» проекты буйынса федераль грант ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Бер йыл элек беҙгә грант конкурсында ҡатнашырға тәҡдим килде. Документтарҙы тултырып ебәреп өлгөрҙөк тә, 38 миллион һум аҡса оттоҡ.

Римма Йәнтүрина, Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы директоры
Дәрестәр аҙнаһына өс тапҡыр була, ул төп мәктәптәрҙә уҡыуҙың ике сменала алып барылыуын иҫәпкә алып төҙөлә. Электрон музыка студияһында электрон гитара, һуҡма барабанда уйнарға өйрәтеү ҡаралған.

Тәүҙә дәрестәр бөтә студияларҙа ҡаралған. Уҡыусы һуңынан бер генә йүнәлеште һайлай. Фотограф, диджей, айти белгесе, тауыш операторҙары һөнәрҙәрен үҙләштергәндән һуң ике йылдан сертификат бирелә.

Рәмилә Исмәғилева

https://bash.news/bash/news/183833-begen-sterletamak-kalaxynda-kreativ-industriyalar-mektebe-asyldy

 

Автор:
Читайте нас: