+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Сентябрь 2022, 20:57

Бөгөн республикала 79 "Шайморатов класы" асылды

Тәүге тапҡыр Рәсәй геройы генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге кластар 2020 йылда Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 28 авгусындағы №865-р бойороғо нигеҙендә асылғайны. Улар өс мәктәп: Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты, 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһы, 2-се «СМАРТ» Республика полилингваль күп профилле гимназия базаһында 62 7-се класс уҡыусыһынан ойошторолғайны.

Бөгөн республикала 79 "Шайморатов класы" асылды
Бөгөн республикала 79 "Шайморатов класы" асылды

2021-2022 уҡыу йылында эшләп килгән өс «шайморатов класы»на өҫтәп шул уҡ уҡыу йорттары базаһында 4 яңы класс асылды.

2021 йылда Мәғариф буйынса Республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбиров Башҡортостан республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы «шайморатов кластары» асырға тәҡдим итте. Был башланғысты хуплап, Мәғариф һәм фән министрлығы «шайморатов кластары» асыу буйынса берҙәм стандарттары эшләүҙе ойошторҙо.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2022 йылдың 28 мартындағы № РГ-80 ҡарары буйынса Рәсәй геройы генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге класс Стандарттары раҫланды.

«Шайморатов кластары»нда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалеристарының батырлыҡтары миҫалында, илдең тарихына ихтирам, патриотизм, тыуған ил, республика өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыуға, сәләмәт йәшәү рәүеше, әүҙем гражданлыҡ позицияһын үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән системалы эш алып барыла.

2022-2023 уҡыу йылында 61 район һәм ҡала, шулай уҡ 5 дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһында 73 «шайморатов класы» асыу планлаштырыла.

«Шайморатовсылар»ҙы тәбрикләү тантанаһы Өфөлә һәм Башҡортостан Республикаһының башҡа муниципаль берәмектәрендә 11 октябрҙә планлаштырыла.

Комментарий:

- Был «шайморатов кластар»ында беҙҙең республиканың киләсәге тәрбиәләнер, тип ышанабыҙ. Һәм шуныһы ҡыуаныслы, 1 сентябрҙән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабировтың инициативаһы менән башланған был проект, республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарын үҙенә йәлеп итер тибеҙ. Һәм шул ҡыуандыра, «шайморатов кластары» үҙ һыҙатын булдыра һәм ысын төбәк хәрәкәтенә, республиканың һәм илдең буласаҡ патриоттары хәрәкәтенә әүерелә, - ти Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов.

- Тәүге тапҡыр Рәсәй геройы генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге кластар 2020 йылда 27 7-се класс уҡыусыһынан беҙҙең гимназия нигеҙендә төҙөлгәйне.

2021-2022 уҡыу йылында эшләп килгән өс «шайморатов класы»на өҫтәп тағы 2 яңы класс (64 уҡыусы менән) асылды.

Яңы уҡыу йылында 5-се класта 34 уҡыусынан «шайморатов класы» ойошторолдо. 2022/2023 уҡыу йылында- 4 «шайморатов класы»

«Шайморатов класы»нда уҡыу планы төп дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә база һәм профилле предметтарҙы бергә үҙләштереү; уҡыу предметтарын тәрән өйрәнеү: сит ил телдәре, математика, физика, информатика, физик культура, Башҡортостан Республикаһы дәүләт телен өйрәнеү ҡаралған.

Кластан тыш балалар строевой һәм атыу әҙерлеге менән шөғөлләнә, хәрби йәйәнән ата, көрәш түңәрәгенә йөрөй (көрәш, грек-рим көрәше, грепплинг) – ти 2-се «СМАРТ» Республика полилингваль күп профилле гимназияһы директоры Наил Радик улы Әминев.

Автор:Ануза Якупова
Читайте нас: