-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Август 2022, 15:00

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Шамил Тереғолов менән Башҡортостандың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова башҡорт балетын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғаилә.

Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай, тиһәләр ҙә, ике сағыу йондоҙ бер ғаиләлә нисек һыйышты икән?

Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Шамил Тереғолов менән Башҡортостандың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова башҡорт балетын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғаилә.
Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Шамил Тереғолов менән Башҡортостандың һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Леонора Ҡыуатова башҡорт балетын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ғаилә.

Леонора Сафый ҡыҙы ҠЫУАТОВА:

- Мин - Ленинград, Шамил Тереғолов Пермь балет мәктәбен тамамлап, 1967 йылда Өфөгә, барлығы беҙҙең сығарылыштан ундан ашыу кеше, ҡайттыҡ. Был театр өсөн яңы һулыш, яңы күтәрелеш булды. Шамил менән беҙ "Сыңрау торна" балетында бергә бейенек. Мин - Зәйтүнгөл, ул - кире образ Арыҫланбай ролендә. Сюжет буйынса, Зәйтүнгөл уны яратмай. Әммә Шамил Арыҫланбайҙы шундай итеп башҡарҙы, уға ғашиҡ булмау мөмкин түгел ине. Тормошта ла Шамил шундай һөйкөмлө кеше булды. Ҡыҫҡаһы, оҙаҡламай беҙ уның менән ғаилә ҡорҙоҡ, улыбыҙ тыуҙы - миңә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй ине. Хатта Ленинградҡа Бәләкәй театрҙа бейергә саҡырыуҙы ла ҡабул итә алмай инем инде. Элек СССР Мәҙәниәт министрлығы "Рәсәй йондоҙҙары" концерт төркөмдәре менән гастролдәргә сығара ине. Шул төркөм менән Италия, Франция, Германия, Испания, Мексика, АҠШ, Япония сәхнәләрендә Колпакова, Павлова кеүек билдәле бейеүселәр менән бер рәттән сығыш яһаныҡ. Шамил менән бергә Японияға, Төркиәгә барып, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек. Кемдең йондоҙо сағыуыраҡ, тигән уй башҡа ла инмәне, киреһенсә, билдәлелегебеҙ башҡорттарҙы сит илдәрҙә танытырға ярҙам итте.

29 августа Өфөлә күренекле хореограф Шамил Тереғоловтың иҫтәлеге мәңгеләштерелде. Сара уның тыуыуына 75 йыл тулыуға бағышланды.

Иҫтәлекле таҡтаташ Достоевский урамының 49/1 йортона ҡуйылды. Был йортта Шамил Тереғолов 2001 йылдан 2008 йылға тиклем йәшәгән. Әлеге иҫтәлекле сараға педагогтың ғаилә ағзалары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, театр етәкселеге һәм мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре йыйылды.

Шамил Тереғолов (1947-2008) – иҫ киткес бейеүсе, талантлы балетмейстер һәм хореограф, һиҙгер һәм талапсан педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы.

Шамил Тереғолов республика балет сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Ул оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе булып эшләп, тиҫтәләп балет сәхнәләштергән.

Уның уҡыусылары Рәсәй һәм донъя кимәлендә танылған артистар булып, үҙ һөнәрендә уңышҡа өлгәшкән. Шамил Тереғолов Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивален ойоштороусы булып тора.

Гөлсинә Мәүлекәсова, Башҡортостандың халыҡ артисы: “Шамил Әхмәт улы эшләгән осорҙа башҡорт балет сәнғәте яңы кимәлгә күтәрелде. Ул талапсан һәм ғәҙел хореограф булараҡ ижади хыялдарын сәхнәләштерҙе. Ул беҙҙең һәр беребеҙгә ярҙам итеп бөтә уҡыусыларын ҙур сәхнәгә сығарҙы”.

Мемориаль таҡтаташ асыу хоҡуғы Шамил Тереғоловтың тормош иптәше, башҡорт опера һәм балет театры балет труппаһының баш балетмейстеры һәм сәнғәт етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Леонора Ҡыуатоваға тапшырылды.

Автор:
Читайте нас