+12 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
27 Августа 2022, 11:18

Бөгөн Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл.

И п т ә ш г е н е р а лШайморатов ораныТик алға әйҙәй :-"Салауат вариҫтарыСигенә белмәй! "Фашист яуын ҡыуырғаВатаным ҡушҡан.Баҫҡынсылар тетрәнһен,Дөмөкһөн дошман.Генерал менән алдаЯрһыу аҡбуҙат.Ултырғандай эйәрҙәБатыр Салауат.Гүйә, йәшен уҡтарыДошман өҫтөндә.Ялтырайҙар ҡылыстарТуҙан, төтөндә.Ташҡын булып башҡорттарҠыра дошманды.Һаҡлап Совет Ватанын,Ғәзиз Уралды.Нисә быуат башҡорттарТоғро антына.Нисә быуын йән һалаРәсәй хаҡына.Аҫыл ирҙәр сит ерҙәҠәбергә ятты. Ҡайтмаһа ла үҙҙәреДандары ҡайтты...Дивизия бар һаман -Йөҙҙә ун ике.Башҡортостан, үҫтергәнУлдар, һинеке.--Шайморатов, теҙ әйҙәДивизияңды!Һинең өсөн тағындаХалҡым ҡыуанды.Тигеҙ сафтар алдынаБаҫ әле үҙең.Күкрәгеңә тағайыҡАлтын йондоҙоң!Нисә йылдар халҡыңдаҺин батыр инең.Бөгөн шуны тағы лаТаныны илең.Һөйөнһөндәр әруахтар,Тоғро дуҫтарың.Яҡтырһын ҡәберҙәре,Изге рухтары.Алҡышлай Башҡортостан,Һәр бер ауылы.Герой булып танылғасЯратҡан улы.Шатлана ҠырмыҫҡалыБатыр улына.Ғорурлана БиштәкәУның юлынан.--Теҙ тағын ғәскәреңде,Беҙҙе лә һин ал:Яныңа баҫайыҡсы,Иптәш Генерал!Фәрғәт Ҡотлобаев

Бөгөн Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл тулыу айҡанлы тыуған ауылы Шайморатта ҙур митинг һәм әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы.
Иртән иртүк мәшһүр яҡташыбыҙға ҡуйылған мөһабәт һәйкәл урынлашҡан паркка кешеләр йыйыла башланы.Ҡырмыҫҡалы районының ауылдарынан, Өфөнән, башҡа төбәктәрҙән геройыбыҙҙы иҫкә алырға бик күп ҡунаҡтар йыйылды. Айырыуса, уҡыусы балаларҙың күп булыуы әһәмиәтле күренеш булды. Уларҙың араһында өс мәктәптән килгән Шайморатов класстары бар ине. Өфөнөң Дим биҫтәһенән Шайморатов исемен йөрөткән мәктәп балалары ла килеп еткәндәр. Сарала Миңлеғәле Шайморатовтың төрлө быуын нәҫелдәре ҡатнашты.
Митингта район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, Шайморатов исемендәге төрлө һуғыш хәрәкәттәре ветерандарының региональ ойошмаһы етәксеһе Тимерйән Рәжәпов, яҙыусы, күп төрлө премиялар һәм маҡтаулы исемдәр лауреаты, "Шайморатов генерал" исемле ҙур күләмле тарихи роман авторы Флүр Ғәлимов, генералдың туғандары сығыш яһанылар.
Ошо ҙур сарала бер төркөм балалар "Юнармия"сафтарына ҡабул ителде.
Махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған Максим Багавеевтың әсәһенә улының "Батырлыҡ"ордены тапшырылды.
Митингтың аҙағында йыйылғандар "Шайморатов генерал" йырын күмәкләп башҡарҙылар.
Шайморатов ауылы мәҙәниәт йортонда дауам иткән саралар бик матур ойошторолдо. Ҡунаҡтар фойела ҡуйылған эстәлекле күргәҙмәләр менән танышты, Шайморатов исемендәге Күргәҙмә залындағы фотоларҙы һәм тарихи документтарҙы ҡараны, ихласлыҡ менән бай концерт программаһын ҡабул итте.
Милли батырыбыҙға әйләнгән Миңлеғәле Шайморатовтың даны яңы бейеклектәргә күтәрелә, Ватан өсөн көрәш символы булып быуаттарҙа ҡаласаҡ!

Фәрғәт Ҡотлобаев

Бөгөн Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл.
Бөгөн Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 123 йыл.
Автор:
Читайте нас