+3 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2022, 13:00

Студенттарҙы мауыҡтырғыс саралар көтә

25 августа «Йәшлек» йәштәр киңлегендә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук һәм  йәштәр араһынан башҡа вәкилдәр төбәктә «Студент айлығы»ның башланыуы хаҡында Һүҙ йөрөттө:

- Студенттар айлығы - ул «Студентлыҡҡа баҫ» девизы аҫтында берләшкән Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының дөйөм координацияһы аҫтында белем биреү, мәҙәни һәм спорт сараларының тотош бер серияһы. Проект 1 сентябрҙән башлана. Айлыҡ сиктәрендә студенттар фестивале, Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны - 2022» йәштәр форумы, геройҙар уҙышы, Башҡортостан Республикаһының спорт объекттарына экскурсиялар, «Өфөнөң мәҙәни минимумы» акцияһы һәм беренсе курс студенттары өсөн Өфө квесты үткәреү ҡаралған, - тип билдәләне Йәштәр эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

Яна Гайдук һүҙҙәренсә, «тәүге ваҡиға, студенттар фестивале (Белем) 1 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙанында үтә. Студенттарҙы Өфөнөң билдәле диджейҙары ҙур дискотека, ҡаланың йәш башҡарыусылары һәм музыканттары менән байрам концерты көтә. Сараның хедлайнеры - BLACK STAR – NATAN  лейблы артисы. Сентябрь айында студенттар өсөн саралар араһында Волга буйы федераль округының «Йәштәр йыйыны - 2022» йәштәр форумы ла бар. Сара 12-14 сентябрҙә Өфөлә «Торатау» конгресс-холы майҙансығында ойошторола.

- Унда ҡатнашыу өсөн дүрт платформаның береһен һайларға һәм ғариза бирергә кәрәк. Ә грант конкурсында ҡатнашырға теләүселәр, проектҡа өҫтәмә көс һалырға һәм «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының грант модулендә заявка бирергә тейеш. Йәштәр йыйынын өсөнсө тапҡыр үткәрәбеҙ, һәм быйыл ул тәүге тапҡыр Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы майҙансыҡтарының береһе буласаҡ. Социаль әһәмиәтле проектты тормошҡа ашырыу өсөн гранттың максималь суммаһы - 1,5 миллион һум, - тип һөйләне бер нисә тапҡыр ҡатнашыусы һәм грант конкурстары еңеүсеһе Илнур Юлдыбаев. Форумға заявканы 4 сентябргә ҡәҙәр түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://clck.ru/sQEwM.

Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсына теркәлеү ошо һылтанма буйынса: https://clck.ru/uHQeD.

Матбуғат конференцияһы спикерҙары, сентябрҙә юғары һәм урта профессиональ белем биреү йорттары студенттары «Геройҙар уҙышы» ҡатнаша ала, тип хәбәр итте.

- Уҙыштар 23 һәм 25 сентябрҙә «Патриот» паркы биләмәһендә үтә, унда урта һөнәри белем биреү ойошмаларының 1 500 студенты һәм юғары уҡыу йорттарының 3 000 студенты ҡатнаша. Уҙыш тормошто үҙгәртә. Старт ҡатнашыусы булһаң,,  финишҡа  еткәндә - геройһың, - тип  үҙ фекере менән уртаҡлашты Башҡортостанда «Геройҙар уты» проекты етәксеһе Эдуард Шәфиев.

 Уҙышта ҡатнашыу өсөн 1 сентябрҙән https://gonkarb.ru/  сайтында теркәлергә була.  Студенттар үҙҙәрен спортта физик культура буйынса парҙа һынап ҡарай ала. Сентябрҙә улар спорт объекттары - Р.А. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге һәм «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә уҙа.

Беренсе курс студенттары «Өфөлөнөң мәҙәни минимумы» акцияһында ҡатнашып, баш ҡала үткән мәҙәни сараларҙы тамаша ҡыла ала. 

Төбәк йәштәр арт-кластеры вәкиле Алексей Севастьянов һөйләүенсә, ҡала менән танышыу өсөн «Йәшлек- House» йәштәр киңлегенең креатив командаһы «Беренсе курс студенттары өсөн Өфө квесты» тигән квест әҙерләгән, унда Башҡортостан юғары уҡыу йорттары командалары көс һынашасаҡ. Юғары уҡыу йорттары студенттары «Студент айлығы» саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының  «Бәйләнештә» сетәрендәге сәхифәһендә https://vk.com/molodez102    таныша, һорауҙар бирә ала.

Студенттарҙы мауыҡтырғыс саралар көтә
Студенттарҙы мауыҡтырғыс саралар көтә
Автор:
Читайте нас: