-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Август 2022, 10:34

Республика театрҙарының береһенә Илшат Йомағоловтың исеме биреләсәк

-

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театрына Илшат Йомағоловтың исеме биреләсәк.

Ҙур сәхнә оҫтаһы, һәләтле шәхес Илшат Йомағолов үҙенең бөтә ғүмерен башҡорт театр сәнғәтенә бағышлай. Ҙур ижади көскә, драматургия һәм тәбиғәттән сағыу актерлыҡ талантына эйә булған шәхес, 50-нән ашыу ҡабатланмаҫ ролдәр тыуҙыра. Илшат Хәлил улы Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының ижади коллективын ойошторосы ла булып тора.
«Нәркәс» (пьеса СССР халыҡтарының драматургия фестиваленең I дәрәжә дипломына лайыҡ була), «Сәсәндәр», «Семәрле тәхет», «Торналар ҡайта», «Буш сәңгелдәк», «Юғалтыуҙар аша» һәм башҡа бик күп билдәле драма әҫәрҙәр авторы булараҡ, Илшат Йомағолов башҡорт драматургияһы үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Быйыл көҙ был әһәмиәтле ваҡиғаға арналған тантаналы сарала Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе бинаһында бюст асыу планлаштырыла, шулай уҡ Илшат Йомағолов пьесаһы буйынса спектакль премьераһы була. Яңы 32-се ижад миҙгеленең асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!

Харис Әбдрәхимов

Республика театрҙарының береһенә Илшат Йомағоловтың исеме биреләсәк
Республика театрҙарының береһенә Илшат Йомағоловтың исеме биреләсәк
Республика театрҙарының береһенә Илшат Йомағоловтың исеме биреләсәк
Автор:
Читайте нас