+20 °С
Ясна
Новости
23 Август 2022, 10:00

Башҡортостанда көҙ көнө бик ҙур мәҙәни саралар көтөлә

Был хаҡта «Рәсәй» медиаүҙәгендә үткән пресс-конференцияла Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте

Башҡортостанда көҙ көнө бик ҙур мәҙәни саралар көтөләБашҡортостанда көҙ көнө бик ҙур мәҙәни саралар көтөлә
Башҡортостанда көҙ көнө бик ҙур мәҙәни саралар көтөлә

Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрының концерты буласаҡ. 2 сентябрҙә коллектив Петр Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының Ҙур залында Илдар Абдразаҡовтың V Халыҡ-ара музыкаль фестивален асыу тантанаһында сығыш яһай. Ә икенсе көндө, 3 сентябрҙә, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры баш дирижер, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков етәкселеге аҫтында Мәскәү дәүләт академия филармонияһының Петр Чайковский исемендәге концерт залының Ҙур сәхнәһендә билдәле рәсәй пианисы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Денис Мацуев менән сығыш яһаясаҡ.

– Башҡортостан коллективының Мәскәүҙең иң ҙур концерт залдарында сығыш яһауы – ул беҙҙең дә баш ҡала коллективтарынан кәм эшләмәүебеҙҙең юғары күрһәткесе һәм төбәккә ихтирам билдәһе, – тине мәҙәниәт министры.

Әминә Ивний ҡыҙы шулай уҡ симфоник музыка яратыусыларҙы 30 августа Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында үтәсәк БР Милли оркестрының "Классик бестселлер" тип исемләнгән концертына саҡырҙы һәм яңы миҙгелгә абонементтар һатып алыу мөмкинлеге тураһында ла хәтерләтте.

Ғәҙәттә, сентябрҙә һәм октябрҙә театрҙар миҙгелен асыу була. 9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө уҙғарыла. Шулай уҡ Аксаков байрамы көтөлә. Ул йыл һайын яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуған көнө алдынан – 1 октябрҙә үткәрелә.

11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеү сиктәрендә Өфөлә «Заман геройы» беренсе Бөтә рәсәй патриотик йыр фестиваленең гала-концерты үтәсәк. Унда Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов ҡатнашасаҡ.

Гала-концерт яңыртылған Совет майҙанында үтәсәк, был көндө унда Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл дә асыласаҡ. Бында Башҡортостан сәнғәт оҫталарының «Үлемһеҙ дан өсөн тыуғандар» концерты буласаҡ. Бынан тыш, тамашасылар «...Ат уйнатып алдан бара...» спектакленең фрагментын һәм күләмле мэппинг–шоу күрә ала. Башҡортостан халҡы Республика көнөнә арналған төп тантананы күҙәтеп барһын өсөн Башҡортостан юлдаш каналы аша тура бәйләнеш ойошторола.

Автор:
Читайте нас