+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2022, 21:00

Бөгөн «Рәсәй» медиаүҙәгендә Мәскәүҙә үтәсәк Беренсе Балалар мәҙәни форумына арналған пресс-конференция үтте

Балаларҙы форумда нимәләр көтә?

Бөгөн «Рәсәй» медиаүҙәгендә Мәскәүҙә үтәсәк Беренсе Балалар мәҙәни форумына арналған пресс-конференция үтте
Бөгөн «Рәсәй» медиаүҙәгендә Мәскәүҙә үтәсәк Беренсе Балалар мәҙәни форумына арналған пресс-конференция үтте

Пресс-конференцияла Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостан делегацияһы вәкилдәре, журналистар ҡатнашты.

Форум 24–28 августа Мәскәүҙә үтәсәк. Ул ижади яҡтан һәләтле балаларҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Унда Башҡортостандан 8 уҡыусы ҡатнашасаҡ: Башҡортостан Башлығы стипендиаты, йыр һәм фортепьяно буйынса халыҡ-ара конкурстар лауреаты Ника Мартюченко, хореография буйынса "Йәш таланттар" конкурсы лауреаты Милена Кулик, шулай уҡ һынлы сәнғәт  буйынса халыҡ-ара конкурс лауреаты Сәлимә Хәмитова, балалар театр коллективтарының "Алтын асҡыс" асыҡ Берлин халыҡ-ара бәйгеһе лауреаты Алан Шаменов, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы ойошторған конкурстарҙа ҡатнашыусы Илана Садыкова, "Тау-тау хәбәр"ҙе алып барыусы Фатима Сынбулатова, Рәми Ғарипов ижады буйынса "Аҙым" интернет конкурсы проекты авторы Зарина Юнысова, "Телешко" телевидение мәктәбенән Арсений Ғәйнуллин.

Форумда Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән, Беларусь, Сербия Республикаларынан, Көньяҡ Осетиянан, Үзбәкстандан, Таджикстандан, Төркмәнстандан, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларынан, Мысырҙан һәм Абхазиянан 1500-ҙән ашыу һәләтле бала, «Оло тәнәфес» берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Cара барышында Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыу ҙа буласаҡ.

Форумға ярашлы, эшлекле, фестиваль һәм экскурсия программалары ҡаралған. Оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән әңгәмәләр, ижади оҫтаханалар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм башҡа саралар үтәсәк. Мәғариф программаһын «Бала һәм мәҙәниәт. Быуындар диалогы» сессияһы асасаҡ. Ул «Остаздарҙан - йәш таланттарға» сараһы менән йомғаҡ яһаласаҡ.

Баш ҡаланың биш майҙансығында туғыҙ ижади йүнәлеш, шул иҫәптән әҙәбиәт, музейҙар һәм күргәҙмәләр, традицион һәм яңы медиа, кино, анимация, һынлы сәнғәт, музыка, театр һәм хореография сәнғәте буйынса саралар уҙғарыла. Бай эстәлекле мәҙәни программанан тыш, Мәскәү буйлап экскурсия маршруттары ла ҡаралған.

Бөгөн «Рәсәй» медиаүҙәгендә Мәскәүҙә үтәсәк Беренсе Балалар мәҙәни форумына арналған пресс-конференция үтте
Бөгөн «Рәсәй» медиаүҙәгендә Мәскәүҙә үтәсәк Беренсе Балалар мәҙәни форумына арналған пресс-конференция үтте
Автор:
Читайте нас: