-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Август 2022, 13:00

"Ҡыҙыл паша" яңынан сәхнәгә сығасаҡ!

103-сө миҙгелдә М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса спектаклде сәхнәгә сығарырға йыйына. Спектакль күренекле совет дипломаты, йәш Совет Республикаһы менән ғәрәп-фарсы донъяһы араһында яҡшы мөнәсәбәттәр булдырыуға тос өлөш индергән Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимовҡа арналған. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Бишбүләк районына сәфәре барышында Мәҙәниәт министрлығына Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың йорт-музейын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә, шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында «Ҡыҙыл паша» спектаклен яңынан сәхнәләштерергә ҡушты. Бынан алда театр репертуарында 1982 йылда ҡуйылған «Ҡыҙыл паша» спектакле бар ине. Пьесаның авторы Нәжиб Асанбаев, спектаклдең режиссеры Лек Вәлиев һәм төп ролде башҡарған Әхтәм Абушахманов уның өсөн Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булды. Спектакль ғәрәп илдәре театрҙарының халыҡ-ара театр фестивалендә (Дамаск, 1986), ә телевизион версияһы Совет Үҙәк телевидениеһы аша күрһәтелде. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы спектакль өҫтөндә Башҡорт драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов эшләй. Совет дипломатының тыуған төйәген өйрәнеү һәм яҡташтары менән аралашыу өсөн рәссам Альберт Нестеров менән Кәрим Хәкимовтың тыуған яғына — Бишбүләк районы Дүсән ауылына барып ҡайттыҡ, тип һөйләне ул.   — Әле яңы инсценировка өҫтөндә эш бара, уны йәш башҡорт драматургы Әнгизә Ишбулдина яҙа. 1987 йылда ижад ителгән пьесаға өҫтәмәләр индерергә кәрәк, сөнки ошо ваҡыт эсендә яңы факттар асыҡланды, — тине Айрат Абушахманов. Премьера ноябрҙә көтөлә.

"Ҡыҙыл паша" яңынан сәхнәгә сығасаҡ!
"Ҡыҙыл паша" яңынан сәхнәгә сығасаҡ!

«Бик һағындым һине, тыуған илем!»
(«Ҡыҙыл паша» спектакленән, Морат Әхмәтов – Нәжиб Асанбай)

Тыуған илен, ата-бабалар ерен һағыныу хистәре һәр әҙәм балаһына хас. Ниндәй генә иҫ киткес матур, ожмахтай сит тарафтарҙа йөрөһә лә, кешене ғәзиз тыуған тупрағы, тарихи тамырҙары тарта…
«Моңъяҙма»ла бөгөн «Бик һағындым һине, тыуған илем!» йыры тураһында һөйләмәксемен. Уның тарихы күренекле драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев ижад иткән «Ҡыҙыл паша» драмаһына бәйле. Был йыр әҫәрҙәге төп образ – ғәрәп илдәрендәге беренсе совет илсеһе Кәрим Хәкимовҡа бағышланһа ла, яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған иленән айырылған һәр кешенең йөрәгенә аңлайышлы һәм яҡын.

Бик һағындым һине, тыуған илем,
Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән.
Fәзиз әсәйемдең усағында
Мин ашайһы аштар бешмәгән.
Бик һағындым һине, тыуған илем,
Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән.
Мин тартаһы моңло ҡурайҙар ҙа
Уралымда әле үҫмәгән.
Бик һағындым һине, тыуған илем,
Ҡайтыр юлдар әле төшмәгән.
Ҡоштар осоп етмәҫ был яҡтарҙа
Ризыҡтарым әле бөтмәгән!..

Ҡыҙыл паша Кәрим Хәкимов

Кәрим Хәкимовтың яҙмышы – 20-се быуат башында йәшәгән бихисап шәхестәрҙеке кеүек, данлы ла, фажиғәле лә. Күренекле, киң белемле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, дипломат, Кәрим Хәкимов Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең (хәҙерге Бишбүләк районы) Дүсән ауылында 1892 йылда донъяға килә. Күп балалы крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан Кәрим бала сағынан белемгә ынтыла. «Fәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый, экстерн рәүешендә Томск гимназияһын тамамлай. Революция, граждандар һуғышы йылдарында ялҡынлы большевик, ҡыҙылармеец, юғары вазифалар биләгән кеше. 1919 йылда Кәрим Хәкимов Мәскәүҙә үткән Шәреҡ халыҡтарының коммунистик ойошмалары съезында ҡатнаша, Ленин, Сталин, Каменевтар менән бер рәттән телмәр тота.
1920-се йылдарҙа башҡорт Кәрим Хәкимов Кремль тарафынан дипломатик эшкә йүнәлтелә. Иран, Сауд Fәрәбстаны, Сирияларға РСФСР-ҙың генераль консулы итеп тәғәйенләнә. Шәреҡ илдәрендә Советтар Союзының беренсе тулы хоҡуҡлы илсеһе була ул. «Ҡыҙыл паша» тигән исем алған илсе йәш совет дәүләте менән ғәрәп илдәре араһында сауҙа һәм дуҫлыҡ күперен һала. Он, шәкәр кеүек иң кәрәкле аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар алып килеү, шулай уҡ халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү ойоштора.
Саудиттарҙың яңы дәүләтен булдырыуҙа әүҙем ҡатнашып, намыҫлы, белемле илсе әле лә идара иткән династияның башлығы – нигеҙ һалыусыһы Әбдел Азиз ибн Саудтың шәхси дуҫына әйләнә. Кешегә ярҙамсыл, иғтибарлы, ҡулы эш белгән Кәрим Хәкимов ғәрәп халҡында оло ихтирам, абруй ҡаҙана. Туғандарынан башҡа бөтәһенә лә, йәшенә ҡарамай, «Һеҙ» тип өндәшә. Fәрәптәр уға хатта: «Бек, бөтә большевиктар һинең кеүек булһа, беҙ илебеҙҙә социализм булдырылыуына ризабыҙ!» - тиҙәр.
Хәкимов һәр яҡлап та талантлы кеше була. Бала сағынан тыңлаусылар илап ултырырлыҡ тәьҫирле итеп «Буҙ егет», «Йософ менән Зөләйхә» китаптарын ҡысҡырып уҡый. Халҡының йырҙарын, тыуған яҡ моңдарын бәләкәйҙән яратып үҫә ул. Музыканы бирелеп, күңен йомоп тыңлай. Тыңлай ғына түгел, үҙе лә йырларға, скрипкала уйнарға өйрәнә. Ауыл мәктәбендә уҡығанда уҡ, ат ҡылын тартып, үҙенә скрипка эшләп ала. Ҡай саҡта ҡумыҙ сиртеп ауыл балаларын бейетер булған. Йырлағанда тауышы ла иркен, яғымлы була. Кәрим Хәкимов биографияһында бер ҡыҙыҡлы эпизод та бар: буласаҡ сәйәсмән Ырымбурҙа ҡуйылған «Fәлиәбаныу» спектаклендә уйнаған.
Совет иле вәкиленең ошондай талантлы, күп яҡлы шәхес булыуы уға бөтөнләй башҡа менталитет, башҡа мәҙәни мөхит кешеләрендә ҡыҙыҡһыныу, ышаныс уятҡандыр.
Әммә 30-сы йылдарҙағы Кремль сәйәсәте илдең иң һәләтле, иң аҫыл шәхестәрен ҡырыуға йүнәлтелә. Ҡасандыр Кәрим Хәкимовҡа яуаплы вазифаларға рекомендациялар биргән Куйбышев та, Чичерин да юҡ инде донъяла. 1937 йылдың көҙөндә Кәрим Хәкимов СССР-ға кисектергеһеҙ ҡайтып етеү тураһында бойороҡ ала. Әбдел Азиз ибн Сауд ҡыҙыл пашаның Сталин репрессияларына эләгәсәген һиҙеп, уға сәйәси һыйыныу тәҡдим итә. Әммә тоғро совет илсеһе икеләнеүһеҙ Ватанына ҡайтырға ҡарар итә.
11 ноябрҙә Хәкимов Сауд Fәрәбстанынан СССР-ға ҡайтып килгәндә уҡ уны ялған донос буйынса ҡулға алалар. Алдан телеграмма алған туғандары Кәрим Fәбдрәүеф улын ҡаршыларға вокзалға баралар, әммә осраша алмайҙар. Кәрим Хәкимов репрессиялар ташҡынына эләгә. Үҙенең партияға, Ленин эшенә ысын күңелдән бирелгән икәнен дәлилләп, Сталинға хат яҙһа ла, яуап ала алмай.
Күп тә үтмәй, ире менән донъяның әсеһен дә, сөсөһөн дә аҙ татымаған Кәрим Хәкимовтың һөйөклө ҡатыны, тормош иптәше Хәҙисә лә халыҡ дошманы ғаиләһе ағзаһы булараҡ ҡулға алына һәм 10 йыл ғүмерен ГУЛАГ-та үткәрә. Ҡыҙҙары Флораны сит кешеләр ҡарап үҫтерә.
Fәрәп илдәренең тәүге совет илсеһен Советтар иле бына шулай үҙе үк юҡ итә. Сәйәси золомға дусар ителгән Кәрим Хәкимовты 1938 йылдың 10 ғинуарында уҡ атып үлтерәләр. 1990-сы йылдарҙа асыҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Бутоволағы атыу полигоны уның һуңғы төйәгенә әүерелә… 1956 йылда ғына Кәрим Хәкимовтың исеме СССР-ҙың Юғары суды ҡарары менән тулыһынса реабилитациялана.
Кәрим Хәкимовтың репрессияға эләгеүе Сауд Fәрәбстаны Батшалығының әле лә идара иткән династияһы вәкилдәренә бик кире тәьҫир итә – был илдең СССР менән хатта дипломатик мөнәсәббәттәре оҙаҡ йылдарға өҙөлөп ҡала. Ибн Сауд Сталин ебәргән икенсе илсене ҡабул итеүҙән ҡырҡа баш тарта, СССР миссияһы хеҙмәткәрҙәре Сауд Fәрәбстанынан ҡайтып китергә мәжбүр була. 1938 йылдан алып 1990 йылда коммунистик ҡоролош бөтөрөлгәнгә тиклем илдәр араһында дипломатик мөнәсәббәттәр тергеҙелмәй.

Көнсығышҡа сәйәхәт

Кәрим Хәкимовтың 90 йыллығына ҡарата (1982 йылда) Нәжиб Асанбаев «Ҡыҙыл паша» драмаһын яҙа. Уның буйынса Мәжит Fафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында режиссер Лек Вәлиев ҡуйған спектакль сәхнәлә ҙур уңыш менән барҙы. Төрлө ҡалаларҙа, шул иҫәптән Мәскәүҙә Сатира театры сәхнәһендә тамашасыларға күрһәтелде. Үҙәк телевидение аша бөтә ил тамашасыларына барып етте. Спектакль шулай уҡ Сирия республикаһында Дамаск ҡалаһында уҙғарылған Х Бөтә Fәрәп театр фестивалендә лә ҡатнаша.
Драматург Нәжиб Асанбаев «Ҡыҙыл паша» драмаһын яҙғанда, тыуған илде һағыныу кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәрә. Материалды өйрәнеү өсөн ул Көнсығышҡа – Аден һәм Йәмән ғәрәп республикаларына сәйәхәт ҡыла.
Был хаҡта Нәжиб ағай үҙе ошолайтып хәтерләй:
- Мин Кәрим Хәкимов йөрөгән юлдарҙан үттем. Ишәккә, дөйәгә атланып, машинаға ултырып та йөрөнөм. Кәрим Хәкимов роленә керҙем, үҙемде Кәрим Хәкимов итеп хис иттем. Һәм мин дә барғас та, тыуған илемде һағына башланым…
Илсе Олег Герасимович Пересыпкин мине илдең Президенты менән таныштырҙы. 15 минут тирәһе мин Президент менән һөйләшеп ултырҙым. Али-Сәлих ҡап-ҡара күҙле кеше, уның күҙенә тура ҡарарлыҡ түгел, быраулап тишә. Мин тырыштым күҙемде алмаҫҡа унан – ул ҡарап тора, мин ҡарап торам, ул ҡарап тора, мин ҡарап торам. Ул күҙҙәрен алды. Ул күҙҙәрен алғас, тимәк, мин еңдем, мин үҙемдең һорауҙарымды бирә алам. (Халыҡтың ихтирамын яулаған Кәрим Хәкимовтың Сталин репрессияларына эләгеүе ғәрәптәрҙең совет дәүләтенә ышанысын бөтөрә. Әли-Сәлихтың Нәжиб ағайға оҙаҡ итеп үткер ҡарап тороуы үҙенә бер һынау, тикшереү булғандыр. – Авт.).
Мин әйтәм: «Кәрим Хәкимов Ҡыҙыл дингеҙ буйлап Хоҙайҙа портына үҙенең командаһы менән килеп төшкән, дөйәгә ултырып, ишәккә ултырып, Йемендың баш ҡалаһы Санаға килеп еткән. Мин Кәрим Хәкимов юлын үткем килә, - тинем. - Бер өлөшөн, бер саҡрымын булһа ла. Мөмкинме?». «Мөмкин, - ти. - Минең унда Сәид шәйех бар, мин уға әйтермен, ул һеҙҙе ҡаршы алыр», - ти. Сәид шәйех ҡаршы алды, икебеҙгә дөйәләр алды, көнө буйы барҙыҡ Кәрим Хәкимов үткән юлдарҙан. Шунда инде мин Кәрим Хәкимовтың ниндәй кеше икәнен аңланым. Әгәр ошо юлды үтмәһәм, бәлки, яҙа ла алмаҫ инем «Ҡыҙыл паша»ны.
Һораным: «Кәрим Хәкимовты белеүсе кешеләр бармы?» - тип. Өс ҡарт менән таныштырҙылар – береһе уның шоферы булған, икенсеһе ҡарауылсыһы, өсөнсөһө ишек алдын йыйыштырыусы. Улар Кәрим Хәкимов тураһында һөйләнеләр миңә, уның ғаиләһе хаҡында. Шулай Йеменда йәшәнем мин, 15 көн Йемен илендә.
Драманың нигеҙе – тарихи шәхес һәм тарихи ваҡиғалар. Шулай ҙа бында уйлап сығарылған деталдәр, персонаждар ҙа етәрлек. Мәҫәлән, тыуған иленә әйләнеп ҡайтыу хыялын күңелендә йөрөткән адъютант Fүмәр Иҙриси, Хәкимовтың ярҙамсыһы Солтан. Автор үҙе әйтеүенсә, «сюжеттағы тәгәрмәстәрҙең бөтәһе лә Кәрим Хәкимов өсөн әйләнә, уның «тирмәненә һыу ҡоя».
Билдәле, геройҙар спектаклдә ысын кешеләр кеүек йәшәһен өсөн, һәр береһенә автор алдан биография уйлап сығарып яҙа. Революция йылдарында сит илгә эмиграцияға китеп, Fәрәп имаматында хәрби адъютант булып йөрөүсе Fүмәр Иҙрисиҙың яҙмышы ла ғибрәтле.

Драманан өҙөк:
Fүмәр Иҙриси: Ҡап-ҡара бураҙналар… Осһоҙ-ҡырыйһыҙ иген баҫыуҙары… алыҫта зәңгәр офоҡ…
Ел дә ваҡытында иҫеп,
Ямғыр ҙа ваҡытында яуа…
Хәҙер минең бер ниндәй ҙә илем юҡ… Ер менән күк араһында торам…
Кәрим: Һағынаһығыҙмы?
Fүмәр Иҙриси: Һағыныу ғына тиһегеҙ! Йылдар үткән һайын йөрәк нығыраҡ әрней. Өнөмдә лә, төшөмдә лә – Тыуған ил!

Нәжиб ағай Асанбаев спектаклдәге йырҙың нисек барлыҡҡа килеүе тураһында хәтирәләр ебен артабан һүтә:
- Кәрим Хәкимов ролендә булғанда, минең күңелдә ниндәйҙер йыр тыуҙы. Һүҙҙәре юҡ ине әле. Ҡайтҡас, 5 ай буйына пьеса өҫтөндә эшләнем. Пьесаны яҙып бөттөм, ә шиғыр юҡ. Ул ваҡытта дачала ята инем, күршелә генә шағирҙар йәшәй. Шунда ҡатыным әйтә: «Бер үк шағирҙарға мөрәжәғәт итмә, үҙең яҙ. Бына бит фронттан яҙған хаттарыңда яҙа торғайның, күңелең нисек ҡуша, шулай». Яҙырға ултырғайным – ысынлап та килде лә сыҡты.
- Нәжиб ағай, Кәрим Хәкимов үҙе бик талантлы кеше булғанын беҙ беләбеҙ. Пьесаның беренсе вариантында илсе Хәкимов «Бик һағындым һине, тыуған илем» йырын скрипкаға ҡушылып үҙе башҡара бит!
- Кәрим Хәкимов үҙе йырлай тип яҙҙым шул мин. Әммә Кәрим Хәкимов ролен актер Әхтәм Абушахмановҡа бирҙеләр. Белмәйем, бәлки, Әхтәм Абушахманов йырламай торғандыр. Режиссер Лек Вәлиев был йырҙы Кәрим Хәкимовтың ярҙамсыһы Солтанды уйнаған Фидан Fафаровҡа бирә. Солтандың йырлауы ла ихтимал был йырҙы, әлбиттә.
«Бик һағындым һине, тыуған илем» йыры спектаклдең кульминация ваҡытына тап килә. Сюжет буйынса, йыр башҡарылған сәхнәнән һуң, ҡанатланып тыуған иленә ҡайтырға йыйынған Fүмәр Иҙрисиҙың арҡаһына бысаҡ ҡаҙайҙар. Тыуған иленә ҡайтып килгәнендә НКВД тарафынан ҡулға алынған Кәрим Хәкимовтың үҙенең яҙмышы түгелме һуң был?!

Кәрим Хәкимовтың ғаиләһе менән осрашыу

«Ҡыҙыл паша» спектаклендә Кәрим Хәкимов ролен башҡарыусы актер Әхтәм Абушахмановтың яҙмышында ла был образ онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған.
- Миңә Кәрим Хәкимовтың ҡыҙы Флора, ҡатыны һәм ейәнсәре менән танышырға, Мәскәүҙә өйҙәрендә булырға тура килде. Ул бик тетрәндергес осрашыу булды. Ул кисереш «Ҡыҙыл паша» спектаклендәге кисерештәргә ҡарағанда ла көслөрәк булды.
Мәскәүҙәге спектаклдән һуң сәхнәнән сығып китергә торғанда, бер ваҡыт берәү русса «Ата-ай!» тип ҡысҡыра. Мин аптырабыраҡ ҡалдым, ҡараһам – бер ҡарсыҡ ҡысҡыра. Кәрим Хәкимовтың 64 йәштәге ҡыҙы булған икән. Йүгереп килеп, мине ҡосаҡлап алды, үпкәләп ҡуйҙы: «Мин Кәрим Хәкимовтың ҡыҙы бит, танымайһыңмы ни?!» Беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ, тип адресын әйтеп, ҡайтып китте.
Йыйылыштыҡ бер көнө, барырға булдыҡ. Мин ишек асып, башты тығып ҡараһам – залда бер ап-аҡ ҡарсыҡ ултыра. Мине күреп ҡалды ла: «Оҡшаған…», - ти. Күҙенән йәше тәгәрәп төшә башланы. Шунан ул үҙен ҡулға алды: «Юҡ, мин иларға тейеш түгел, мин бит дипломат ҡатыны», - тип. Хәҙисә ханым иҫләй башланы, фотокарточкалар күрһәтте. Бик ҡыҙыҡлы үткәндәрҙе һөйләне. Ул кешеләр тәбиғәте менән шулаймы, шулайтып тәрбиәләнәләрме икән? Бер кемде лә, ирен хөкөм иткән илде лә ғәйепләмәй ул, гел рәхмәт әйтә. Ләкин уның һөйләгәнендә кемдәр ниндәй мөнәсәббәттә икәненә төшөнәһең. Кәрим Хәкимовтың ниндәй бөйөк кеше, күңеле бай, мәғрифәтле, мәҙәниәтле булғанын аңлайһың.

Драманан өҙөк
Хәҙисә: Кәрим, ғүмер буйы ошонда йәшәргә тура килһә, нишләрбеҙ!
Кәрим: Йәшәрбеҙ…
Хәҙисә: Һин беләһең бит, кеше тыуған иленән ситтә оҙаҡ йәшәй алмай…
Кәрим: Хәҙисә аҡыллым, тыныслан! Беҙҙең ҡайтыу юлдарыбыҙ кешеләр йөрәге аша үтәсәк. Ошо маҡсатҡа ни тиклем тиҙерәк өлгәшһәк, ҡайтыу юлдарыбыҙ ҙа шул тиклем ҡыҫҡарасаҡ!

- Флора миңә әйтте: «Һеҙ өйҙән барыһынан да аҙаҡ сығырһығыҙ», - тип Әхтәм ағай Абушахманов иҫтәлектәрен дауам итә. - Бөтәһе лә таралышты, мин көтөп торам. Хәҙисә ханым әйтә: «Флора, минең аяҡтарымды килтер, мин үҙ иремде ишеккә тиклем оҙатып ҡалам», - тип. Баҡһаң, ул аяҡһыҙ ултыра икән, мин быны һиҙмәгәнмен дә, ул күрһәтмәне. Уға тәгәрмәсле кресло алып килгәйнеләр, ул «Мөмкинме һеҙҙе ҡосаҡлап үбергә?» - тип һораны. Ҡосаҡлап үбеп алды мине.
Икенсе юлы тағы ла бер тапҡыр Нәжип ағай Асанбаев менән барырға йыйынғайныҡ, мине индермәнеләр Хәҙисә ханым эргәһенә. Теге ваҡыт беҙ сығып киткәс тә, уның йөрәгенә инфаркт булҡан икән…

Морат Әхмәтовтың тәүге спектакле

Драмала ла, спектаклдә лә йыр ҙур урын алмаған. Һүҙҙәре үтә лә ябай, яһалма пафостың әҫәре лә юҡ. Әммә уның һағышлы, моңло көйө бер ишетеүҙән әсир итә.
«Ҡыҙыл паша» – күренекле башҡорт композиторы Морат Әхмәтов ижадында спектакль өсөн тәүге музыка. Һуңынан «Мөгөҙлө иҫ киткес шәп ир», «Бибинур, ах, Бибинур», «Яралы яҙмыш» һәм башҡа комедия, драмаларға музыка яҙа ул. Ә «Ҡыҙыл паша» – тәүге уңышлы тәжрибәһе, иң яратҡан спектакле булып ҡала. Был тема – ғүмеренең күп ваҡытын сит яҡтарҙа үткәргән Морат Әхмәтовтың үҙенә лә яҡын. Композитор оҙаҡ йылдар Мәскәүҙә йәшәй, Рәсәй композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Уның яҙмыш юлдары Америкаға ла барып сыға. Йырҙың музыкаһы тыуған илде бөтмәҫ һағыныу тойғоһона сорналған.
Был йырҙы Морат Әхмәтов түгел, ә йәнәһе лә уның атаһы, мәшһүр башҡорт композиторы Хөсәйен Әхмәтов яҙған, тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнем бар ине. Быны асыҡлар өсөн композитор Морат Әхмәтовтың үҙе менән осрашырға ҡарар итеп, өйөнә барҙым (был интервью уның ғүмерендә һуңғыһы булып сыҡты, ике айҙан ул яҡты донъянан китте - Авт.). Бына нимәләр һөйләгәйне Морат ағай:
- Был спектакль өҫтөндә эшләгәндә, мин геройҙың сит илдә ни тиклем яңғыҙ икәнлеге тураһында уйланым. Һәм көтмәгәндә ул тыуған еренә ҡайталмаған үҙенән дә яңғыҙ кешене осрата. Был фекер башымдан сыҡманы. Тыуған иленә ашҡынған кешене мин яратҡан шағирым Дәртмәнд (Рәмиев) менән ассоциациялаштырҙым. Инде йырҙы яҙырға ултырғанда, мин нимә эшләргә белмәнем. Ҡатмарлы музыкаль хикәйә ижад итергәме? Тәүге ниәт буйынса йыр Европа стилендә яҙылырға тейеш ине, уны спектаклдән нығыраҡ ситләштерер өсөн. «Ә бәлки, миңә халыҡ йырына мөрәжәғәт итергәлер, Асанбаевтың тексын халыҡ көйөнә һалырғалыр?» - тип аптырап ҡалдым.
Бына спектаклде тапшырыр һуңғы көн дә килеп етте, ә йыр әҙер түгел. Мин режиссер Леккә шылтыратып: «Йыр юҡ, халыҡ йырын башҡарһын да ҡуйһын, мәҫәлән, «Үткән ғүмер»ҙе», - тинем. Ә ул мине: «Һин барыбер яҙырға тырыш!» - тип ҡырҡа өҙҙө. Ултырҙым… Һәм ҡапыл илһамланып биш-алты минутта яҙҙым да ҡуйҙым!
Беренсе тыңлаусым атайым булды. Оҡшатты: «Бик һәйбәт йыр яҙғанһың, улым», – тип маҡтаны. Мин бит бында атайымдың йырҙарында осраған ҡайһы бер боролоштарҙы ла ҡулландым.
Композитор Морат Әхмәтов менән һөйләшкәндән һуң «Бик һағындым һине, тыуған илем!» йырын ул үҙе ижад иткәненә шигем ҡалманы. Бик сағыу, ваҡиғалар кисә генә булған кеүек иҫләне ул тәү тапҡыр спектаклгә музыка ижад итеү осорон.

Тыуған илдән ғүмерлеккә айырылырға яҙмаһын, хөрмәтле дуҫтар, сит ерҙәрҙең һыуын кискән хәлдә лә, ҡайтыр юлдар урау булмаһын.

Ләйлә Аралбаева, 2006 йыл

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-08-18/bash-ort-drama-teatry-diplomat-k-rim-h-kimov-tura-ynda-y-yl-pasha-spektaklen-s-hn-g-sy-aryr-a-yyyyna-2913707

 

Автор:
Читайте нас: