+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август , 16:58

Башҡорттар һәм казактар сағылдырылған кәнфиттәр

-

Башҡорт менән казак дуҫлығы – картиналарҙа

Силәбе рәссамы Михаил Воронов-Кушаковскийҙың 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм Сит илдәргә ҡотҡарыу походтары тураһында акварель картиналары элементтары кондитерҙарҙы Рәсәй яугирҙәре – башҡорттар һәм казактар – сағылдырылған кәнфиттәр сығарыуға этәргән.
Михаилды илебеҙ халыҡтарының берҙәмлеге идеяһы илһамландырған, ә 1812 йылғы Ватан һуғышы эпизодтары башҡорттар менән казактарҙың хәрби туғандашлығын бик сағыу күрһәтә. Улар Рәсәй ғәскәрҙәре сафында бөтөн Европаны баҫып алған Наполеон армияһын еңгән. Беренсе картинала башҡорттар менән бергә француз ылауына һөжүм иткән Силәбе ауылы казактары һүрәтләнгән. Был күренеш тарихи ысынбарлыҡҡа тулыһынса тап килә. Рәссамдың һәр картинаһы – һөйләгәндәргә иллюстрация. Мәҫәлән, береһенең геройы – йәш Ырымбур казагы Леха. Легендала һөйләнеүенсә, ул бер бейәне бүреләрҙән ҡотҡарған, уға Ирәмәлдән, Тағанайҙан һәм Ямантауҙан килтерелгән һыуҙы биргән. Улар тоғро дуҫтар булып киткән. Казакка ҡоралды Златоустағы тимерсе дуҫы эшләп биргән.
Артабанғы картинала башҡорт яугирҙәре Сабир менән Әминә сағылдырылған – ул ваҡытта ҡайһы бер башҡорттар һуғышҡа ҡатындарын да алыр булған. Бында ла үҙәк персонаж – хәрби кейемдәге башҡорт ҡатыны. Прототибы – тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм публицист Василий Зефировтың XIX быуат уртаһында яҙған «Башҡорт Йәнтүрә хикәйәләре»нән Йәнтүрәнең ҡатыны. Ул, башҡорт отряды әсирлеккә эләккәс, казактар яғына сабып китеп, уларҙың отрядын алып килә, шулайтып беҙҙекеләрҙе ҡотҡара. Ошо батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнгән яугир башҡорт ҡатыны картинала үҙәк урынды алып тора.
Хәҙер Михаил нәҡ башҡорттар тураһында ун ике хикәйәт-тарих әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Уларҙың етәүһе, шул иҫәптән үрҙә әйтелгәндәр, әҙер. Рәссам билдәләүенсә, әлеге эштәре киләсәктә көньяҡ Урал башҡорттары тураһында картиналар циклы өсөн нигеҙ буласаҡ, һәм әле ҡыҙыҡлы проектҡа ярҙам итергә теләгән спонсорҙар өсөн асыҡ. «Ун ике хикәйәт-тарихты китап, брошюра формаһында ла сығарырға мөмкин. Һәм был 1812-1813 йыдарҙағы дөйөм еңеүебеҙ темаһын үҫтереүҙең беренсе этабы була ала. Артабан был эштәрҙе ҙур полотноға күсерергә мөмкин. Колоритлы башҡорт фактураһы, Көньяҡ Уралдағы казак һәм завод интерьеры, үткән быуаттарҙағы йәшәйеш, Көньяҡ Уралдың йәки Үҙәк Рәсәйҙең, Европаның тәбиғәте – быларҙың барыһы ла төп геройҙар, уларҙың ым-ишара, хәрәкәттәре менән тап килеп торасаҡ», — ти Михаил. Силәбе ижадсыһының картиналары тыуған төйәгенә ихлас һөйөү менән һуғарылған. Уның популяр картиналары серияһы тыуған ҡалаһы Силәбенең һәм уның тарихи үҙәгенең төрлө мәлдәрен сағылдыра – барыһы ла һоҡланғыс.

https://kurultai.ru/ba/content/3390-bashkiry-i-kazaki-voiny-1812-goda--na-obertkah-konfet/

 

Башҡорттар һәм казактар сағылдырылған кәнфиттәр
Башҡорттар һәм казактар сағылдырылған кәнфиттәр
Башҡорттар һәм казактар сағылдырылған кәнфиттәр
Башҡорттар һәм казактар сағылдырылған кәнфиттәр
Автор:
Читайте нас в