+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль , 09:27

“Смешариктар” Башҡортостан тураһында йәнһүрәт сығарҙы

Башҡортостан тураһында серия «Хазина» («Сокровище») тип атала һәм бөрйән бал ҡорттары, солоҡсолоҡ кәсебеменән таныштыра. Йәнһүрәт аҙағында барыһы ла “башҡорттарҙа бал – ысын хазина” икәнлеген аңлай. Тулыраҡ - 

«Смешарики» мультсериалының рәсми Ютюб-каналында «Халыҡтар дуҫлығы әлифбаһы» проектының тәүге йәнһүрәттәре донъя күрҙе, уларҙың берәүһе Башҡортостанға арналған.

Башҡортостан тураһында серия «Хазина» («Сокровище») тип атала һәм бөрйән бал ҡорттары, солоҡсолоҡ кәсебеменән таныштыра.

“Башҡортостанда “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы бар. Бында һирәк осрай торған бал ҡорттары йәшәй. Уның балын башҡорттар боронғо халыҡ ысулы менән ала. Улар ағастарҙа солоҡ - махсус бал ҡорто ҡыуыштары яһай. Ә ағастарҙы билдәне “тамға” тип йөрөтәләр. Башҡорттар солоҡ ағасын  быуындан-быуынға тапшыра», - тип һөйләй йәнһүрәт персонажы Карыч.

Йәнһүрәт аҙағында барыһы ла “башҡорттарҙа бал – ысын хазина” икәнлеген аңлай.

Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арнала, тип хәбәр итәләр компанияла.

Быға тиклем «Смешариктар»ҙың Бүрәтстанға һәм Татарстанға арналған сериялары донъя күрҙе. «Халыҡтар дуҫлығы әлифбаһы» шулай уҡ хант һәм манси төньяҡ халыҡтарының, яҡуттарҙың һәм Байкал аръяғы халҡының йолалары менән таныштырасаҡ.

https://kulturarb.ru/ba/news/smeshariktar-bashҡortostan-turaһynda-jәnһүrәt-syғarҙy

 

Автор:
Читайте нас в