+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль , 16:00

Өсөнсө "ТАМҒА" старт ала

Башҡорт милли кейеме оҫталарының сираттағы, өсөнсө конкурсында көсөн һынарға теләгәндәргә ҡатнашыуға ғариза бирә башларға мөмкин.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс 2020 йылда ойошторолғайны. Традицион милли кейемдең үҙенсәлегенә иғтибарҙы йүнәлткән иң ҙур проекттарҙың береһендә ҡатнашыр өсөн милли кейем һәм биҙәүестәр етештергән оҫталар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, стилистар, кейем тегеү буйынса ательелар, ошо йүнәлештәге юғары уҡыу йорттары студенттары саҡырыла.

Конкурс өс этапта үтә: беренсеһе – 2022 йылдың 1 сентябренә тиклем ғаризаларҙы ҡабул итеү; икенсеһе – һайлап алыу туры һәм конкурс эштәрен яҡлау 15 – 17 сентябргә тәғәйенләнгән. Өсөнсө этап – конкурсты йомғаҡлау, еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы бүләкләү 14 декабргә ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәтте Халыҡ ижады үҙәге сайтында ҡарарға мөмкин: https://rcntrb.com

Өсөнсө "ТАМҒА" старт ала
Өсөнсө "ТАМҒА" старт ала
Өсөнсө "ТАМҒА" старт ала
Автор:
Читайте нас в