Быйыл сара республиканың Йәш яҡташтар берлеге ассоциацияһы тарафынан яуланған Башҡортостан Башлығы Гранты аҡсаһына һәм даими бағымсылар ярҙамында үткәрелә.
“Ҡош юлы” биш йыл рәттән Ейәнсура районында үткәрелде, артабанғы биш йылда Башҡортостандың төрлө райондарын иңләне: Әбйәлилдә, Ҡыйғыла, Ишембайҙа уҙҙы. Фестивалдең 10 йыллыҡ юбилейы йәнә Ейәнсура районында үтәсәк.
29-31 июль, өс көн рәттән, “Ҡош юлы”ның тоғро дуҫтары тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғып, палатка ҡороп фестивалдең 10 йыллығын тәбрикләйәсәк. Әйткәндәй, “Ҡош юлы” -–айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалаған фестиваль. Музыкаль өлөштән тыш йыйылғандарҙы төрлө спорт уйындары, квест көтә.
Быйылғы “Ҡош юлы” йылдағыса конкурс форматында уҙмай, ул төрлө йылдарҙа еңеүсе, лауреат булған гитарала уйнап йырлаусыларҙы, автор-башҡарыусыларҙы һәм шағирҙарҙы бер сәхнәгә туплауы менән әһәмиәтле.
Фестивалдең беренсе көнө, 29 июль, төштән һуң ҡатнашыусыларҙы теркәү, урынлаштырыу эштәре менән башлана. Икенсе көнө, "10 йыл – 10 саҡрым", тигән девиз аҫтында марафон үтә. Йүгереү 30 июль 9.00 сәғәттә "Аманат" кафеһы янында башлана. Күрше Таҙлар ауылына тиклем йүгереп, кире кафе янына ҡайталар. Еңеүсе-еңелеүселәр билдәләнмәй. Һәр ҡатнашыусы футболка һәм миҙал менән бүләкләнәсәк. Ҡатнашусылар һаны сикләнгән. Ошо һылтанма буйынса регистрация үтеп өлгөр: https://forms.gle/8MbJsRvQVxqtDjVM6 18 йәштән алып ҡына ҡатнашырға була!
Шулай уҡ билдәле блогер Рәис Ғәбитов йәштәргә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыу уҙғарасаҡ. Төрлө спорт уйындары, ColorFest, “Ҡош юлы" геройҙары уҙышы” була. Киске сәғәт 7-лә барыһын да сәхнә тирәләй сағыу концерт программаһын ҡарарға йыясаҡтар.
Роберт Хәмиҙуллин, Тимур Ямалов, Илгиз Муллағәләмов, Револь Ғималов, Нәжиб Юлдашбаев, Миңзәлә Яхина, Айгөл Шәмсетдинова кеүек гитара моңона ғашиҡтарҙы ижады менән әсир иткән йырсылар һәм “Тамыр” телеканалының “Ҡош юлы – Балалар” проекты ҡатнашыусылары сығыш яһаясаҡ.
31 июлдә тәбиғәт ҡосағында ял итеп күңелдәре булған ҡунаҡтар Ҡыҙылташ яланын таҙартып, ҡайтыр юлға сығасаҡ, - тине Шәфҡәт Ғәбитов.
2012 йылда “Ҡош юлы” республика башҡорт бард фестивале башҡорт йәштәре өсөн туған телендә аралашыр айыҡ мөхит, милли мәҙәниәткә һәм шиғриәткә ғашиҡтарҙы берләштерер майҙансыҡ булараҡ ойошторола. Инде 10 йыл башҡорт теленә, гитара моңона, шиғриәткә битараф булмағандарҙы бер майҙанға туплай ул. Фестивалгә билдәле журналист Азамат Юлдашбаев тарафынан нигеҙ һалына, ул 2016 йылға тиклем фестивалде етәкләп килгәс, теҙгенде Тимур Йосоповҡа тапшыра. Бөгөн хәрәкәтте Шәфҡәт Ғәбитов етәкләй.
Бөгөн был сара балалар һәм өлкәндәр өсөн айырым конкурстар уҙғарылған, ҡатнашыусыларҙы бер урынға туплаған, башҡорт сәхнәһенә талантлы йырсыларҙы сығарған үҙаллы бер хәрәкәткә әүерелде.
Был ваҡыт арауығында фестиваль тулы бер хәрәкәткә олғаша, уның эшмәкәрлеге йәй һайын фестиваль үткәреүгә генә ҡайтып ҡалмай, эш йыл әйләнәһенә ҡайнай:
төрлө ижади осрашыуҙар, фатирниктар уҙғарыу, “Төнгө ултырыш”, “Ҡош юлы. Балалар” кеүек айырым проекттар булдырыу, һәм башҡалар. Әйткәндәй, “Ҡош юлы. Балалар” телевизион конкурсы “Тамыр” балалар телеканалы менән берлектә бойомға ашырылып, бардтарға йәш быуын вәкилдәре тарафынан яңы алмаштар әҙерләй.
“Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале сиктәрендә тәүге йылдарҙан уҡ “Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһе лә уҙғарылып килә. Тап был шиғриәт конкурсы бөгөнгө көндә башҡорт әҙәбиәтенең йәш быуынын тәшкил иткән яңынан-яңы исемдәр аса, ҡәләм әһелдәренең айырым китаптары ла донъя күрә.
Фестиваль үҙе иһә бөгөн ысын йондоҙ булып балҡыған Тимур Ямалов, Миңзәлә Яхина, Илгиз Гизмо һәм башҡа башҡарыусыларға заманында ҡанат ҡуя.
Ейәнсура районы Ҡыҙылташ яланына (“Аманат” кафеһы урынлашҡан урын) Өфөнән автобуста бушлай барып ҡайтыу мөмкинлеге бар. 50 кешегә тәғәйенләнгән автобус 29 июль сәғәт көндөҙгө 12 тирәһендә Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 86-сы йорт эргәһенән ҡуҙғала. Урындарҙы “Ҡош юлы”ның “Бәйләнештә”ге төркөмө аша белешергә кәрәк.
Ойоштороусылар Ейәнсура районы хакимиәтенә, фестивалде тәүге йылдарҙан алып үткәрешкән Юлдашбаевтар нәҫеленә һәм вайымлы, ғәмле йәштәргә оло рәхмәтен белдерә.