Юлай Ғәйнетдинов: "Был ауыл менән мине туғанлыҡ ептәре бәйләй. Шуға ла ғорурланып килдем", ― тине һәм Ғәбит сәсән тураһында һөйләп үтте.
Иҙел Солтанов - таҡтаташтың авторы. Шуға ла был сара уның өсөн икеләтә байрам. Ул оло ҡыуаныс кисереүен белдерҙе, ауыл халҡына, бағыусыларға, Башҡортостан Хөкүмәтенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ғәбит Арғынбаев Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтың кейәүе булған. Шуға ла был саранан Хәмит сәсәндең шәжәрә ебен дауам итеүселәр ҙә түрҙән урын алды. Раил Әлмөхәмәтов - тап шундайҙарҙың береһе. "Беҙ Хәмит сәсән тоҡомонанбыҙ. Бындай таҡтаташ ҡуйып, киләсәгегеҙҙең нигеҙен нығыттыҡ. Артабан Икенсе Этҡол ауылында ошондай уҡ таҡтаташты Хәмит сәсәнгә лә асырға уйлайбыҙ", ― тип ул.
Арғынбаев Ғәбит Бикмөхәмәт улы (1856 — 1921) — сәсән-импровизатор, ҡурайсы, башҡорт фольклорын йыйыусы. 1856 йылда Ырымбур губернаһы Үрге Урал өйәҙенең Иҙрис ауылында (Башҡортостандың Баймаҡ районы, Түбәнге Иҙрис ауылы) тыуған. Ҡурай һәм хикәйәләү оҫталығына Ишмөхәмәт-сәсәндән өйрәнә. Уны 1907 йылдан бирле күреп белгән Мөхәммәтша Буранғолов былай тип яҙа: "Ғәбит сәсән нәҙек оҙон буйлы, арҡаһы бер аҙ көмөрәйгән булһа ла, йөрөгәндә төҙ һәм баҙыҡ итеп, һәлмәк кенә баҫып йөрөр ине. Ул атаҡлы ҡурайсы, йырсы-сәсән булараҡ ниндәй генә көйҙө уйнаһа ла, тәүҙә уның легендаһын һөйләп, һәр төрлө вариантта уйнап, ҡайһы ырыуға хас икәнен әйтеп, йырын йырлап тамамлар ине. Көйҙәр, легендалар, эпостарҙы өйрәнеүҙә остазы тип Ишмөхәммәт сәсән Мырҙаҡаевты телгә ала торғайны".
Ғәбит Арғынбаев йыйындарҙа йырсы, әйтештәрҙә алдынғылыҡты бирмәҫ сәсән булған. Мәҫәлән, ул 1912 йылда Ырымбурҙа 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә 100 йыл тулыуға арналған ҙур йыйында, 1920 йылда Стәрлетамаҡта Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан ойошторолған конкурста беренсе урындарҙы ала. "Унар табаҡлы эпостарҙы һис туҡтауһыҙ яттан һөйләй ине, шул саҡта үҙен-үҙе онотоп, көлөр ерҙә көлөп, илар урында илап, әҫәрләнеп торор ине. Уртала туҡтап ҡалып бүленһә, шул ерҙән ялғап китә алмай, яңынан башлай ине", — тип хәтирәләр ҡалдырған уның хаҡында Мөхәммәтша Буранғолов.
Ғәбит сәсән Арғынбаевтан "Урал батыр", "Күсәкбей", "Иҙел менән Яйыҡ", "Ҡараһаҡал", "Юлай менән Салауат", "Байыҡ Айҙар сәсән" кеүек ҡобайырҙар, йөҙәрләгән йыр, риүәйәт, легендалар яҙып алынған.
Эльмира Кейекҡужина.
Сығанаҡ: “Һаҡмар” гәзите.
https://hakmar.ru/news/m-ni-t/2022-07-23/bit-s-s-n-isemen-m-gel-shterep-2883784
Фотолар: Дмитрий Фадеев.