+24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль , 15:00

"ҠОШ ЮЛЫ"НА 10 ЙЫЛ!

"Ҡош юлы" башҡорт бард фестивале инде 10 йыл башҡорт теленә, гитара моңона, шиғриәткә битараф булмағандарҙы бер майҙанға туплай.“Ҡош юлы”на 2012 йылда Азамат Юлдашбаев тарафынан нигеҙ һалына, ул 2016 йылға тиклем фестивалде етәкләп килгәс, теҙгенде Тимур Йосоповҡа тапшыра. Бөгөн хәрәкәтте Шәфҡәт Ғәбитов етәкләй. Был ваҡыт арауығында фестиваль тулы бер хәрәкәткә олғаша, уның эшмәкәрлеге йәй һайын фестиваль үткәреүгә генә ҡайтып ҡалмай, эш йыл әйләнәһенә ҡайнай: 

төрлө ижади осрашыуҙар, фатирниктар уҙғарыу, “Төнгө ултырыш”, “Ҡош юлы. Балалар” кеүек айырым проекттар булдырыу, һәм башҡалар. Әйткәндәй, “Ҡош юлы. Балалар” телевизион конкурсы “Тамыр” балалар телеканалы менән берлектә бойомға ашырылып, бардтарға йәш быуын вәкилдәре тарафынан яңы алмаштар әҙерләй.
“Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале сиктәрендә тәүге йылдарҙан уҡ “Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһе лә уҙғарылып килә. Тап был шиғриәт конкурсы бөгөнгө көндә башҡорт әҙәбиәтенең йәш быуынын тәшкил иткән яңынан-яңы исемдәр аса, ҡәләм әһелдәренең айырым китаптары ла донъя күрә.
Фестиваль үҙе иһә бөгөн ысын йондоҙ булып балҡыған Тимур Ямалов, Миңзәлә Яхина, Илгиз Гизмо һәм башҡа башҡарыусыларға заманында ҡанат ҡуя.
“Ҡош юлы” биш йыл рәттән Ейәнсура районында үткәрелде, артабанғы биш йылда Башҡортостандың төрлө райондарын иңләне: Әбйәлилдә, Ҡыйғыла, Ишембайҙа уҙҙы. Фестивалдең 10 йыллыҡ юбилейы йәнә Ейәнсура районында үтәсәк.
29-31 июль, өс көн рәттән, “Ҡош юлы”ның тоғро дуҫтары тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғып, палатка ҡороп фестивалдең 10 йыллығын тәбрикләйәсәк. Әйткәндәй, “Ҡош юлы” -–айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалаған фестиваль. Музыкаль өлөштән тыш йыйылғандарҙы төрлө спорт уйындары, квест көтә.
Быйылғы “Ҡош юлы” йылдағыса конкурс форматында уҙмай, ул төрлө йылдарҙа еңеүсе, лауреат булған гитарала уйнап йырлаусыларҙы, автор-башҡарыусыларҙы һәм шағирҙарҙы бер сәхнәгә туплауы менән әһәмиәтле.

"ҠОШ ЮЛЫ"НА 10 ЙЫЛ!
"ҠОШ ЮЛЫ"НА 10 ЙЫЛ!
Автор:
Читайте нас в