+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль , 09:00

23 июлдә Әбйәлил районында Урал аръяғы башҡорттарының “Ҡомартҡы” республика йәштәр этник мәҙәниәт форумы уҙғарыла.

-

2022 йылдың 23 июлендә Әбйәлил районының Байым ауылында Урал аръяғы башҡорттарының Республика йәштәр этник мәҙәниәт форумы үтәсәк. Форум шәжәрәне, халыҡ ижады жанрҙарын, халыҡ, йола уйындарын, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен популярлаштырыу һәм һаҡлау маҡсатында икенсе тапҡыр уҙғарыла. Форум сиктәрендә күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында эшҡыуарҙарҙың «Тирмә» түңәрәк өҫтәле, «Йыуаса» башҡорт милли аш-һыуы конкурсы, концерт, «Ҡалмаҡ араһы шәжәрәһе» шәжәрә ағастарын күрһәтеү, оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ. Шулай уҡ тәүге тапҡыр «Лаҡап тирмәһе» лаҡап һөйләүселәр конкурсы көтөлә.

- Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, нәҡ Урал аръяғында башҡорттарҙың бик күп фольклор жанрҙары, халыҡ юморы, сәсәндәр сәнғәте һаҡланған. Мәҫәлән, «лаҡап» (байка). Уның нигеҙендә ҡушамат йәки билдәле бер урында таралған тотороҡло әйтелеш менән бәйле ысын мәғәнәһендә мәҙәк хәл ята. Шуға ла ошо жанрҙы тергеҙеү һәм һаҡлау маҡсатында Әбйәлил районының Байым ауылында үткәрергә булдыҡ, - тип һөйләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина.

Унда ҡатнашыуға йәштәр, ғаилә династиялары, ижади коллективтар етәкселәре, ғалим фольклорсылар, этнографтар, тарихсылар, эшҡыуарҙар, күренекле мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре, Рәсәй төбәктәренән башҡорт диаспораһы вәкилдәре, тарихты, этнографияны һәм традицион фольклорҙы өйрәнеүсе студенттар саҡырыла.

Конкурс хаҡында положение: https://rcntrb.com/ru/dokumenty/polozheniya-festivalej-i-konkursov/6935-polozhenie-o-respublikanskom-molodezhnom-forume-etnicheskoj-kultury-zauralskikh-bashkir-omart-y

https://vk.com/minkultury_rb?w=wall-173417869_6943

 

23 июлдә Әбйәлил районында Урал аръяғы башҡорттарының “Ҡомартҡы” республика йәштәр этник мәҙәниәт форумы уҙғарыла.
23 июлдә Әбйәлил районында Урал аръяғы башҡорттарының “Ҡомартҡы” республика йәштәр этник мәҙәниәт форумы уҙғарыла.
Автор:
Читайте нас в