Тормош иптәше менән бергә ул 5 мең метрҙан ашыу бейеклеккә күтәрелгән. Уларға ташлы һәм ҡарлы маршруттан үтергә тура килгән.
Социаль селтәрҙәрҙә ул хистәре менән бүлешеп, тауға күтәрелеү бик ҡатмарлы булды, тип яҙған. Тау башында елдең тиҙлеге секундына 60 метрға еткән. 20 км ашыу юл үтергә тура килгән. Әйткәндәй, замандашыбыҙ өсөн был өсөнсө юғары бейеклек. Тәүгеһе - Эльбрус (5 642 м), һуңынан Гималайҙағы Манаслу тауы (8 163 м).