Әбйәлил районында Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто менән берлектә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторған "Ер ҡото" тип аталған фестиваль-практикум бара. Халҡыбыҙҙың боронғо белемдәрен ҡәҙерләп һаҡлаусылар: имселәр, өшкөрөп дауалаусылар, тән һылаусылар, һөлөксөләр, ҡот ҡойоусылар һәм башҡа бик күп төр ысулдар менән дауалаусылар, йәнә лә фольклорсылар, ғалимдар, ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәр һәм башҡалар йыйылған бында. Көн дауамында белгестәр төрлө оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә, тәжрибә уртаҡлаша, төрлө боронғо йолалар күрһәтелә, йәнле, йәмле, рухлы, ипле сара бара! Фестивалдең икенсе өлөшө иртәгә Баймаҡ районында дауам итәсәк.
«Халыҡты дауалау идеяһы мине ғүмерем буйына оҙата барҙы. 100 йәшкәсә йәшәгән ҡарт өләсәйем кендек инәһе булған, дауалаған, доғалары менән күҙ тейеүҙән һәм көнкүреш проблемаларынан ярҙам иткән, үләндәр йыйған. Әсәйем гел уның менән бергә йөрөнө һәм беҙгә лә һөйләй торғайны. Халҡыбыҙҙың туплаған тәжрибәһен һаҡлап ҡалырға һәм уны быуындан-быуынға тапшырырға кәрәк. Һөлөк, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, мейе ҡағыу кеүек дауалауҙың башҡа төрҙәре көнүрештә даими ҡулланыла, — тип һөйләне Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина. — Халыҡ дауалаусыларынан тыш, табиптарҙы, психологтарҙы, психотерапевтарҙы саҡырҙыҡ».
Фестивалдә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Темалар күп төрлө, мәҫәлән, эскелектән дауаланыу, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу, ҡатын-ҡыҙ энергияһын арттырыу. Һөнәрҙәр йәрминкәһе, биҙәү-ҡулланма сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре, шифалы милли аш-һыу һәм эсемлектәр, милли биҙәүестәр-бетеүҙәр, дарыу үләндәре күргәҙмә-йәрминкәһе, концерттар ойошторола. Шулай уҡ хәйриә тирмәһе ҡорола, унда мохтаждар өсөн әйберҙәр, кейем-һалым килтерергә мөмкин.
Фестиваль Ҡатын-ҡыҙҙар — милләт әсәләре парады менән тамамлана.