Буранбайҙа - ҡурайға һәйкәл
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Буранбай ауылында ҡурайға һәйкәл асылды. Ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы Әхиәт Ғәйетбаевтың тәҡдиме менән барлыҡҡа килгән.
Изге башланғыс танылған ҡурайсының тыуған төйәге, халҡы өсөн башҡарылған тәүге эше түгел. Ул былтыр ауыл янындағы ҡоҙоҡто төҙөкләндереүгә лә үҙ өлөшөн индергәйне.
Был – Баймаҡ районында ҡурайға ҡуйылған өсөнсө һәйкәл. Беренсеһе – Төркмән ауылы эргәһендәге Туғажман тауы башында, икенсеһе – Ишмырҙала. Хәҙер өсөнсөһө иһә - республикаға, районға бик күп талантлы йырсы, бейеүсе, ҡурайсылар сығарған, билдәле шәхестәре менән дан тотҡан Буранбайҙа.
Гәүһәркәй тауы башына ҡуйылған ҡурай стелаһы ауылға үҙенсәлекле йәм биреп тора. Уның бейеклеге – 13 метр. Был һәйкәл Буранбай ауылының барлыҡ мәшһүр, билдәле шәхестәрен данлай.
Байрамда ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереүгә өлөш индергән буранбайҙар бүләкләнде. Ауыл мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Гәүһәркәй” һәм “Илһам” ансамблдәренең дәртле сығыштары, “Еҙ үксә” өлгөлө балалар бейеү ансамбленең “Ҡурай” бейеүе, йырҙар, ҡурай моңдары һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Был төбәктә һәйкәлдең асылыуы юҡҡа түгел. Халыҡ хәтерендә сәсән, оҫта йырсы, ҡурайсы булараҡ урын алған Буранбай сәсән - ошо ауылдан. Бөгөн дә уның вариҫтары һынатмай: һәр ерҙә өлгө күрһәтә.
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_53975