-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2022, 10:15

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы өсөн “ҡоро закон” ҡанунына ҡул ҡуйҙы

-

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль районының Мораптал ауыл советы ауыл биләмәһенең Яҡут ауылы территорияһында алкоголле продукцияны берәмләп һатыуға тулыһынса тыйыу тураһында»ғы Законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең интернет-порталында урынлаштырылды, уны рәсми баҫып сығарғандан һуң ун көн эсендә көсөнә инәсәк.

        – Был Законды депутаттар яҙғы сессияның йомғаҡлау ултырышында ҡабул итте, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Башҡортостанда бындай башланғыс тәүге тапҡыр закон статусына эйә булды. Конкрет территорияла алкоголһеҙ зона билдәләү – ул, дөрөҫөрәге, эксперимент. Бындай сараның нәтижәлелеген һәм маҡсатҡа ярашлы булыуын аңлар өсөн беҙ ошо аҙымды яһаныҡ. Урындағы халыҡ спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы тулыһынса тыйыу уны ҡулланыуҙы кәметәсәк һәм үлем кимәлен түбәнәйтәсәк, демографик хәлде яҡшыртыуға ярҙам итәсәк, тип ышана.

        Парламент спикеры белдереүенсә, алкоголгә ҡаршы сәйәсәт комплекслы булырға тейеш.

        – Законға ғына нигеҙләнергә ярамай, – тине Константин Толкачев. – Спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу кешеләрҙе сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуҙың берҙән-бер ысулы булырға тейеш түгел. Тәү сиратта, спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни саралар, ауыл байрамдарын, ауыл халҡын йәлеп итеп, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар үткәрергә кәрәк. Ошо осраҡта ғына алкоголгә ҡаршы сәйәсәт яҡшы һөҙөмтәләр килтерергә мөмкин.

https://gsrb.ru/bash/news/112665/

 

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы өсөн “ҡоро закон” ҡанунына ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы өсөн “ҡоро закон” ҡанунына ҡул ҡуйҙы
Автор:
Читайте нас