Конкурстың маҡсаты һәм бурыстары:
- башҡорт халыҡ уйындарын тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу, пропагандалау;
- балаларҙа халыҡ уйындарына ҡыҙыҡһыныу арттырыу;
- балаларҙа сәләмәт тормошҡа ынтылыш тәрбиәләү;
- башҡорт халыҡ уйындары аша балаларҙа дуҫлыҡ, ярҙамсыллыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләү;
- балаларҙа халҡыбыҙҙың үткәненә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
Конкурста балалар түбәндәге йәш төркөмдәре буйынса ҡатнаша:
1-се төркөм – 4-7 йәшлектәр;
2-се төркөм – 1-4-се класс уҡыусылары;
3-сө төркөм – 5-8-се класс уҡыусылары;
4- се төркөм – 8 -11-се класс уҡыусылары.
Ебәрелгән эштәргә талаптар:
1-се файл - уйындың атамаһы, йөкмәткеһе (шрифт Times New Roman , кегль 14, интервал 1,5, формат doc/docx) башҡорт телендә яҙыла.
2-се файл - балаларҙың йәше, белем биреү учреждениеһының атамаһы, етәксенең (етәкселәрҙең) исем-фамилияһы башҡорт теледә яҙыла (шрифт Times New Roman , кегль 14, интервал 1,5, формат doc/docx).
Конкурсҡа түбәндәге темаларға видео материалдар һәм оҫталыҡ дәрестәре ҡабул ителә:
«Ҡыҙҙар уйыны»;
«Малайҙар уйыны»;
«Коллектив уйын»;
«Персонаждары булған сюжетлы-ролле уйын»;
«Ярыш (спорт) уйындары»;
«Йәнлектәрҙе һәм ҡош-ҡорттарҙы эләкләгән импровизациялы уйын-бейеүҙәр»;
«Байрамдарҙы оҙатыусы уйындар»;
«Заманлаштырылған уйындар».
Баһалау критерийҙары:
Уйындарҙың башҡорт милли уйындары булыуы;
Төбәк компоненты;
Ижади ҡараш, оригинал бирелеш;
Йәш төркөмдәренең тура килеүе;
Киң таралмаған, һирәк осрай торған уйындарға өҫтөнлөк бирелә.
Конкурстың шарттары һәм үткәреү тәртибе:
Конкурста ҡатнашыу өсөн «Бәйләнештә» («В контакте») социаль селтәрендә «Атай-әсәйҙәр комитеты» https://vk.com/bashkomitet төркөмөнә яҙылырға кәрәк.
Видеоматериалдар, оҫталыҡ дәрестәре яҙмалары «Бәйләнештә» («В контакте») социаль селтәрендә https://vk.com/bashkomitet адресы буйынса 2022 йылдың 15 авгусына тиклем ҡабул ителә.
Видеояҙмаларҙың оҙонлоғо бер минуттан биш минутҡа тиклем.
Конкурстың һөҙөмтәләре, еңеүселәрҙе бүләкләү ваҡыты һәм урыны:
Ойоштороусының «Бәйләнештә» («В контакте») социаль селтәрендә https://vk.com/bashkomitet адресы буйынса сәхифәһендә күрһәтеләсәк.