+13 °С
Дождь
Новости
9 Июля 2022, 14:04

Планетабыҙҙа кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килгән урындарҙың береһе -

«Шүлгәнташ» асылды! Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: 

Бөгөн Башҡортостанда мөһим ваҡиға – Бөрйән районында «Шүлгәнташ» музей комплексы асылды. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Бөгөн хатта һауа торошо ла беҙгә теләктәш. Тирә-яҡ та бик матур. Ҡояш, Урал тауҙары, Ағиҙел йылғаһы һәм яҡында ғына – Шүлгәнташ мәмерйәһе. Ошондай матур мөхиттә беҙ тарихи-мәҙәни «Шүлгәнташ» музей комплексын астыҡ.

Был маҡсатҡа ҙур тырышлыҡ менән барҙыҡ. Әлеге музей комплексы – беҙҙең команданың, ғалимдарҙың ентекле, уйланылған, көсөргәнешле эш һөҙөмтәһе.

Шүлгәнташ мәмерйәһе – Башҡортостан ынйыһы, планетабыҙҙа кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килгән урындарҙың береһе. Был тарихи-мәҙәни комплекс – Рәсәйҙәге палеолит дәүеренең ҡая һүрәттәренә арналған берҙән-бер музей. Беҙҙең маҡсат – боронғо ата-бабаларыбыҙҙың үҙенсәлекле аманатын өйрәнеү һәм һаҡлау.

Комплексты булдырған саҡта иң заманса технологияларҙы һайланыҡ, шул уҡ ваҡытта сит илдәрҙәге ошоноң ише музейҙарҙы өйрәндек.

Күңел асыу объекты ғына түгел был, ә фән, мәҙәниәт, сәнғәт, тарихты өйрәнеү синтезы. Бында лаборатория булдырҙыҡ, унда тикшеренеүҙәр алып барыласаҡ. Киләсәктә бик күп асыш булыр тип ышанам.

Беҙҙең музей комплексы бөтә донъянан ғалимдарҙы йәлеп итер, йәштәр өсөн ғилми-мәғрифәт үҙәге булыр һәм, әлбиттә, Бөрйән районының иң матур урынын туристар өсөн тағы ла ылыҡтырғысыраҡ итер тип көтәбеҙ.

«Шүлгәнташ»ҡа рәхим итегеҙ!» – тип яҙҙы республика етәксеһе.

Ә. Миңғәлиева.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_53800

 

Автор:
Читайте нас