Фестивалдең тәүге көнөндә ҡурайсылар менән БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шашка буйынса донъя чемпионы Тамара Танһыҡужина таныштырҙы.
«Роберт Юлдашев — беҙҙең өсөн ҙур йондоҙ. Беҙҙең виртуоз ҡурайсыбыҙ. Башҡорт мәҙәниәтен танытҡаны өсөн уны бик хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ. Ул донъя майҙансыҡтарында сығыш яһаны, бөгөн һеҙ ҙә был талант менән яҡындан танышасаҡһығыҙ», — тине Тамара Михайловна.
«La Folle Journee» фестивале быға тиклем Португалияла һәм Испанияла уҙған, һуңыраҡ даими рәүештә Францияла, Японияла, Польшала үткәрелгән. 2015 йылдан Екатеринбургта ла ойошторола башлай.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы