+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июль 2022, 16:00

Иглин районында Геройҙар аллеяһы

Егерме бюст – Рәсәй тарихына ингән 20 бөйөк шәхес. Һәр бер колоннаға герой тураһында хәтирәләр, биографик мәғлүмәт яҙылған. Улар төрлө милләттән, әммә уларҙы изге маҡсат берләштергән.

Иглин районы Оло Тәләк ауылында күләмле сара уҙҙы. Майҙанда бер юлы бер нисә сара – парашютистар чемпионаты, һабантуй үтте,, Туғандаш халыҡтар геройҙары аллеяһы асылды. Миңлеғәле Шайморатов, Муса Йәлил , Иван Кожедуб һәм башҡаларҙың исеме мәңгеләштерелде. Халыҡ самолеттарҙың сағыу сығышын күҙәтеп, спорт сараларында ҡатнашты.

Тәүге тапҡыр парашютты 16 йәшендә һынап ҡарай. Бөгөн Вилдан Аҡсулпанов һауанан 826-сы тапҡыр һикерергә әҙерләнә. Ҡулында – Башҡортостан флагы. Спортсы күрһәтмәле сығышта ҡатнаша. Бейеклек – мең метр. Парашют менән күктән һикерергә теләүселәр өсөн кәңәше бер: ҡурҡмаҫҡа!

Майҙанда парашютистар ғына түгел, жокейҙар ҙа көс һынашты. Ат сабышында бөтә ир-егеттәрҙе артта ҡалдырып, беренселеккә 17 йәшлек ҡыҙ лайыҡ булды. Был осраҡлы түгел. Айгөл Моратова – «Терра Башҡортостан» ат-спорт турниры чемпионы ла.

Ат сабышы, көрәш һәм башҡалар. Һабантуй йолаға ярашлы үтте. Байрам урындағы үҙешмәкәр коллективтарҙың концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Күңел асыу сараһы тантанаһыҙ үтмәне. Майҙанда Туғандаш халыҡтар геройҙары аллеяһы асылды. Уны фермер Хәсән Иҙиәтуллин тормошҡа ашырған.

Егерме бюст – Рәсәй тарихына ингән 20 бөйөк шәхес. Һәр бер колоннаға герой тураһында хәтирәләр, биографик мәғлүмәт яҙылған. Улар төрлө милләттән, әммә уларҙы изге маҡсат берләштергән. Ил өсөн янып йәшәү һәм йәнен, тәнен аямай Ватан өсөн көрәшеү.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Иглин районында Геройҙар аллеяһы
Иглин районында Геройҙар аллеяһы
Автор:
Читайте нас: