-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июль 2022, 18:00

«Юлдаш» радиоһы сәхнәгә спектакль сығарҙы

«Юлдаш» радиоһы йыш ҡына тыңлаусылары араһында төрлө бәйгеләр, конкурстар үткәрә. Уларҙың һуңғыһы бөтә республикала резонанс тыуҙырҙы, сөнки Башҡортостандың иң әүҙем ауылын асыҡлау ойошторолғайны. Бәйгегә 30-нан ашыу ауыл ҡушылды, уларҙан 7-һе финалға үтте. Районға район ҡаршы торған көсөргәнешле бәйгелә Әбйәлил районы Күсем ауылы еңеп сыҡты һәм радионан эксклюзив бүләк отто. Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимовтың тыуған ауылына «Юлдаш»тар махсус пьеса яҙып, үҙҙәре сәхнәләштергән спектакль алып барҙы.

Коллектив көн дә 24 сәғәт эфир уҙғарған арала ике ай дауамында «Буран ФМ» тип аталған спектакль әҙерләп, 30 июндә уны Күсем ауылы клубында халыҡ хөкөмөнә сығарҙы.  Ул мөхәббәт, тоғролоҡ һәм ябай кешеләр яҙмышында «Юлдаш» радиоһының уйнаған роле тураһында. Пьесаның авторы – йәш алып барыусы А.Сәсәнбаев, спектаклгә көйҙәрҙе композитор Р.Арҫланов яҙҙы, сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – З.Лира, ролдәрҙе төрлө бүлек мөхәррирҙәре, реклама һәм СММ белгестәре, алып барыусылар, тауыш режиссерҙары башҡарҙы.

Күсем ауылы халҡы аяғүрә «Юлдаш» тамашаһын ғына алҡышлап ҡалманы, иң әүҙем ауыл икәнлеген иҫбатлап, бейеү һәм фольклор ансамблдәре сығышын, спортсылар күнекмәләрен, ауылдарының данлыҡлы музейын, мәсетен, мәктәбен күрһәтте, йәйләүҙә ҡунаҡтарға самауыр сәйе эсерҙе, йолаһына тура килтереп, төрлө милли ризыҡтарҙан ауыҙ иттерҙе, дискотекала бейетте, тауға күтәрелеп данлыҡлы күлдәрен, далаларын күрһәтте.

Әбйәлилдә рухланған, илһам алған коллектив спектаклде Өфө тамашасыһына күрһәтергә тигән хыял менән ҡайтты.

«Тыңлаусыбыҙға  мөмкин тиклем яҡын булыу, уның менән бәйләнеште нығыта барыу, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһында эшләүселәрҙең башҡа һәләттәрен дә асыу һәм танытыу йәһәтенән беҙ заманға ярашлы бөтә алымдарҙы ла ҡулланып ҡарайбыҙ. Спектакль яҙыу һәм уны сәхнәләштереү шундай маҡсаттарҙың береһе ине. Тамашасының уны ихлас ҡабул итеүе бик ҡыуандырҙы, был тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ проекттарға тотонорға этәргес булыр», — ти директорҙың радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-07-01/vpervye-v-istorii-kollektiv-bashkirskogo-radio-yuldash-postavil-spektakl-2860576

«Юлдаш» радиоһы сәхнәгә спектакль сығарҙы
«Юлдаш» радиоһы сәхнәгә спектакль сығарҙы
«Юлдаш» радиоһы сәхнәгә спектакль сығарҙы
Автор:
Читайте нас: