+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июль 2022, 12:00

Салауат Юлаевтың тыуған ерендә, мәсет асыу тантанаһы үтте.

 Шулай уҡ мәсеттә был көндө балаға исем биргәндәр һәм  никах теркәгәндәр.

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ерендә, Салауат районының Юлай ауылында, мәсет асыу тантанаһы үтте. Был хаҡта мосолмандарҙың Диниә назараты хәбәр итә. Сараны асыу тантанаһына Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының райондар менән эшләү бүлеге етәксеһе Радик хәҙрәт Мирасов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов, район имам-мөхтәсибе Мөҙәрис хәҙрәт Фәхриев, район имамдары, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар килде. Сарала мөнәжәт әйтеүселәр сығыш яһаны. Радик Динәхмәтов, Нәсимә Тимерова, «Ауаз» коллективы, ҡурайсы Ишморат Илбәковтың сығыштары байрамдың биҙәге булды. Намаҙ уҡырға өйрәнергә теләүселәргә өйрәтеүсе плакаттар һәм китаптар таратылды. Радик хәҙрәт Мираҫов мәсеттә изге эштәр һәм уларҙы ҡабул ҡылыу шарттары тураһында беренсе йома вәғәзен үткәрҙе. Шулай уҡ мәсеттә был көндө балаға исем биргәндәр һәм никахт теркәгәндәр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-03/na-rodine-salavata-yulaeva-otkrylas-mechet-2861545

Салауат Юлаевтың тыуған ерендә, мәсет асыу тантанаһы үтте.
Салауат Юлаевтың тыуған ерендә, мәсет асыу тантанаһы үтте.
Салауат Юлаевтың тыуған ерендә, мәсет асыу тантанаһы үтте.
Салауат Юлаевтың тыуған ерендә, мәсет асыу тантанаһы үтте.
Салауат Юлаевтың тыуған ерендә, мәсет асыу тантанаһы үтте.
Автор:
Читайте нас: