-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2022, 12:00

Баймаҡ ҡыҙы “Мисс Евразия” титулын яуланы

Конкурс Төркиәнең Истанбул ҡалаһында ун көн дауамында үткән. Унда төрлө илдәрҙән 23 һылыуҡай ҡатнашҡан.

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы ҡыҙы Нурсилә Фәхретдинова “Мисс Евразия - 2022” халыҡ-ара конкурсында “Miss national beauty Eurasia” номинацияһында төп титулды яуланы.

Конкурс Төркиәнең Истанбул ҡалаһында ун көн дауамында үткән. Унда төрлө илдәрҙән 23 һылыуҡай ҡатнашҡан. Сара барышында ижади конкурстар, милли кейемдә сығыш яһау, маскарадтар ойошторолған.

“Был – минең халыҡ-ара кимәлдәге тәүге конкурсым һәм халыҡ-ара кимәлдәге тәүге тажым! Баһалап бөткөһөҙ тәжрибә булды был”, - тип яҙҙы Нурсилә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Нурсилә Фәхретдинова Өфөләге “MISSBASH MODELS” модель агентлығында эшләй. Ул бала саҡтан бейеү менән шөғөлләнеп, төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған.

https://kulturarb.ru/ba/news/bajmaҡ-ҡyҙy-miss-evraziya-titulyn-yaulany

Баймаҡ ҡыҙы “Мисс Евразия” титулын яуланы
Баймаҡ ҡыҙы “Мисс Евразия” титулын яуланы
Автор:
Читайте нас