-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2022, 18:00

ПРЕМЬЕРА!!!

“Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы”

ПРЕМЬЕРА!!!
ПРЕМЬЕРА!!!

6 июлдә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Д.Юлтыйҙың “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы” повесы буйынса (Зөһрә Бураҡаева инсценировкаһы) спектакленең премьераһы була. 

Дауыт Юлтыйҙың “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы” әҫәре - автор тарафынан уҙған быуаттың 30-сы йылдарында яҙылып, әммә матбуғатта баҫылмай ҡалған күләмле генә повесы. Әҫәрҙәге үҙәк тема – ҡатын - ҡыҙҙың тормошо: уның яратып һәм яратылып йәшәргә хоҡуғы, йәмғиәттә шәхес булараҡ үҙ урынын билдәләүгә ынтылыуы.

Мырҙаш ҡартҡа көсләп кейәүгә бирелергә тейешле Әлимә тәүәккәллеге, ҡыйыулығы һәм һылыулығы арҡаһында үҙ яҙмышын һаҡлап алып ҡала. Ул яңыса йәшәргә, ирекле булырға, үҙ халҡы файҙаһына хеҙмәт итергә теләгән алдыңғы ҡарашлы ҡатын-ҡыҙ. Башҡорт драматургияһына нигеҙ һалған Д.Юлтыйҙың был повесы психологик образдарҙың күп булыуы, сюжет элементтарының бай булыуы менән башҡа әҫәрҙәренән айырылып тора.

Драматург булараҡ, Дауыт Юлтый башҡорт әҙәбиәтендә 8 сәхнә әҫәре ижад итә. Хәҙерге әҙәбиәттә уның берҙән-бер драма әҫәре “Ҡарағол” ғына һаҡланып ҡалған. Ҡалған драмалары юҡ ителә. “Халыҡ дошманы” тип хөкөм ителгән яҙыусының исеме 1937 йылдан 1956 йылға тиклем онотолоуға дусар булды. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, башҡорт театр сәнғәте драма әҫәрҙәргә ҙур ҡытлыҡ кисергән осорҙа, “Ҡарағол” Башҡорт дәүләт академия драма театрында башҡа автор исеменән ҡуйыла.

Яңы спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проектына таянып ҡуйыласаҡ.

Ҡуйыусы режиссер - Рөстәм Хәкимов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт труппаһының баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты;

Инсценировка авторы - Зөһрә Бураҡаева, яҙыусы, сценарист, Рәсәй һәм Башҡортостан кинематографистар союзының ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты;

Ҡуйыусы рәссам – Валерий Яшкулов, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;

Композитор - Юлай Үҙәнбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты;

Хореограф - Сулпан Асҡарова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы;

Режиссерҙың ярҙамсыһы - Салауат Вәлиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.

 

https://kulturarb.ru/ba/news/sibaj-d%D3%99%D2%AFl%D3%99t-bash%D2%A1ort-drama-teatrynda-dauyt-yultyj-%D3%99%D2%AB%D3%99re-bujynsa-spektaklde%D2%A3-premera%D2%BBy-k%D3%A9t%D3%A9l%D3%99

 

ПРЕМЬЕРА!!!
ПРЕМЬЕРА!!!
ПРЕМЬЕРА!!!
Автор:
Читайте нас: