-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2022, 12:39

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!

Ике башҡорт һылыуҡайы Төркиәлә «Мисс һәм Миссис Евразия-2022» конкурсында титулдарға лайыҡ булды, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. Тулыраҡ - 

Анталияла (Төркиә) «Мисс һәм Миссис Евразия-2022» халыҡ-ара гүзәллек конкурсы уҙҙы. Конкурс Европанан һәм Азиянан милли һәм төбәк матурлыҡ ярыштарында еңеүселәрҙе һәм призёрҙарҙы йыйҙы.

Башҡортостан Республикаһы исеменән күп йылдар «MissBash Models» агентлығында шөғөлләнгән Нурсилә Исхаҡова һәм Юлиә Казакова сығыш яһаны.

«Миссис» категорияһында (кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар) «Башҡортостан һылыуҡайы-2021» исемен яулаған Нурсилә Исхаҡова ҡатнашты. Уға 31 йәш, сығышы менән Баймаҡ районынан. Нурсиләнең ғаиләһендә ике бала үҫеп килә. «Миссис» категорияһында ҡатнашыусылар өсөн тап ошо фактор мөһим.

Ә «Мисс» категорияһында Юлиә Казакова сығыш яһаны. Юлиәгә 24 йәш, Өфөлә тыуған, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Конкурс йомғаҡтары буйынса ике һылыуҡай ҙа тәүге унау иҫәбенә инде һәм аралаш этаптарҙа еңеүсе булды:

«Мисс Талант» – спорт-бал бейеүен башҡарған Юлиә Казакова;

«Миссис Милли һылыуҡай» – туған халҡы һәм төбәге менән яҡшы итеп таныштырған өсөн Нурсилә Исхаҡова. Ул «Байыҡ-2009» проектында еңеү яулаған «Һаҡмар һылыуы» бейеүен башҡарҙы.

Ҡыҙҙар диадема, наградалар менән бүләкләнде һәм башҡа халыҡ-ара матурлыҡ конкурстарына саҡырыу алды.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-06-29/ike-bash-ort-ylyu-ayy-t-rki-l-miss-m-missis-evraziya-2022-konkursynda-tituldar-a-layy-buldy-2857373

 

ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
Автор:
Читайте нас: