+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2022, 11:00

Башҡортостан делегацияһы Ижевскиҙа үткән һабантуйҙа ҡатнашты

Туғандаш республикабыҙҙың баш ҡалаһы Ижевскиҙа үткән һабантуйҙа Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашып, «Бәйге» башҡорт күпбәйгеһен һәм Башҡорт ырыуҙары картаһын күрһәтте.Тәбрикләү сығышында ҡала мэры Олег Бекмеметьев ҙур илебеҙҙәге һәр байрамдың интернациональ һыҙатлы булыуын билдәләне. Шул иҫәптән – һабантуй ҙа. Уның тамырҙары Волга буйы төркиҙәре мәҙәниәтенә барып тоташа.«Һабантуй бар халыҡтарҙың уртаҡ байрамына әйләнде. Унда төрлө милләт вәкилдәре ихлас ҡатнаша, барыһы ла сара хужаларының ҡунаҡсыллығы, киң күңеллелеге арҡаһында үҙҙәрен бында иркен, уңайлы тоя. Һис һүҙһеҙ, был – уртаҡ мәҙәниәтебеҙҙең сағыу өлгөһө. Ошо изге йоланы бергәләп дауам итәсәкбеҙ!” — тине Олег Николаевич.Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү хатын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе – делегация етәксеһе Юлдаш Йосопов уҡып ишеттерҙе. Ул урындағы халыҡты матур байрам уңайынан ихлас ҡотланы.

 «Ижевскиҙа Башҡортостандың Ҡалтасы, Яңауыл, Тәтешле, Краснокама, Илеш һәм башҡа күп райондарынан сыҡҡан яҡташтарыбыҙ йәшәй, уңышлы эшләй. Һәм улар бер генә түгел, ә бер нисә быуын вәкилдәре. Барыһы өсөн дә Ижевск икенсе Тыуған иленә, яратҡан төйәгенә әүерелгән. Әле үткәрелгән һабантуй кеүек байрамдар беҙҙе һәр яҡлап берләштерә: тамырҙарыбыҙҙы барлап, асылыбыҙға ҡайтып, оло Ватаныбыҙҙа – Рәсәйҙә берҙәм көскә әйләнәбеҙ», — тине Юлдаш Мөхәммәт улы.

Архив документтары нигеҙендә эшләнгән Башҡорт ырыуҙары картаһында ла илебеҙҙең берҙәмлеге сағыла. Был картаны һәм «Башҡорт ырыуҙары тарихы» күп томлығын «Без – башҡортлар» ойошмаһы лидеры Радик Бәхтиев күрһәтте.

«Был күп томлы хеҙмәттә бар дәлилдәр документаль рәүештә теркәлгән һәм фәнни тарафтан раҫланған. Карта иһә башҡорттарҙың Рәсәйгә ни тиклем айырылғыһыҙ, тәбиғи бәйләнгәнен асыҡ күрһәтә. Башҡорт ырыуҙарының аҫаба ерҙәре – Рәсәйҙең Волга буйынан Ҡаҙағстанға тиклем. Башҡорттар һәм уларҙың вариҫтары илебеҙҙең ун биш төбәге биләмәләрендә ғүмер итә, шул иҫәптән туғандаш республикаларыбыҙ Удмуртияла һәм Татарстанда», — тине сығышында Радик Рәлиф улы.

Башҡортостандан сыҡҡан, әле Ижевскиҙа йәшәгән Әхиәр Әнүәр улы Әфләтунов үҙҙәренең тамырҙары тураһында һөйләне. «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында яу юлын үткән атайым, беҙ – башҡорттар, тип гел әйтә торғайны. Тыуған төйәгебеҙгә лә – Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылына – өс башҡорт ғаиләһе тарафынан нигеҙ һалынған. Беҙ тамырҙарыбыҙҙы онотмайбыҙ», — тине Әхиәр Әнүәр улы.

Удмурт Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Шәһит Ишәев Ижевскиҙағы милли ойошма вәкилдәре өсөн ошондай осрашыуҙарҙың үтә мөһим икәнен билдәләне.

«Башҡортостан менән бәйләнешебеҙгә быйыл яңы этәргес бирелеүенә шатбыҙ. Бында меңдәрсә башҡорт йәшәй, улар өсөн әлегеләй ярҙам ҙур әһәмиәткә эйә», — тип билдәләне Шәһит Ишәев.

Ярыш майҙанында «Бәйге»нең төрҙәре халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Уларҙа Ижевск халҡы ла – өлкәне лә, балалар ҙа – үҙ көсөн һынай алды.

«Бәйге» элементтарының береһендә — уҡ атыуҙа — Удмурт Республикаһының Уҡ атыу федерацияһы рәйесе Виталий Петряев та булды. «Был спорт төрө физик яҡтан ғына нығытып ҡалмай, ә кешене бөтөн яҡлап та үҫтерә», — тип билдәләне ул.

Әйткәндәй, ошо йылдың яҙында удмурт батырҙары башҡорттарҙы көс һынашырға саҡырғайны. Августа иһә Можгала «Выль кужым – Бәйге» ярыштары үтәсәк. Удмурт һәм башҡорт ырыуҙарының осрашыу тәжрибәһе Башҡортостандың Тәтешле районында үткән «Ҡышҡы бәйге»лә лә нығыныу алды.

https://vk.com/kurultaibashkir

Башҡортостан делегацияһы Ижевскиҙа үткән һабантуйҙа ҡатнашты
Башҡортостан делегацияһы Ижевскиҙа үткән һабантуйҙа ҡатнашты
Башҡортостан делегацияһы Ижевскиҙа үткән һабантуйҙа ҡатнашты
Башҡортостан делегацияһы Ижевскиҙа үткән һабантуйҙа ҡатнашты
Башҡортостан делегацияһы Ижевскиҙа үткән һабантуйҙа ҡатнашты
Башҡортостан делегацияһы Ижевскиҙа үткән һабантуйҙа ҡатнашты
Башҡортостан делегацияһы Ижевскиҙа үткән һабантуйҙа ҡатнашты
Автор:
Читайте нас: