+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2022, 12:00

“Евразия йөрәге” фестивале

Башҡортостандың мәҙәни брендына әүерелгән сара быйыл алтынсы тапҡыр уҙҙы - 

24-26 июндә Өфөлә "Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтте.

"Евразия йөрәге" фестиваленең тәүге көнө “Башҡортостанда тыуғандар” программаһына бағышланды. Сағыу тамаша төрлө йылдарҙа Беренсе каналдың «Голос», «Голос. Дети» шоуҙарында Башҡортостан исеменән ҡатнашҡан йәштәрҙе йыйҙы. Улар Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Касимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестры оҙатыуында йырланы.

Мария Мирова, Илдар Абдуллин, Динә Ғарифуллина, Руслан Воротнико, Екатерина Ямщикова, Рушана Вәлиева, Марсель Сабиров һәм Наҙгөл Отузоваларҙың сығышын тамашасылар йылы ҡабул итте.

Йәш йырсыларҙан һуң фестивалдең тәүге көнөнөң хедлайнерҙары —  «ТенорА XXI века» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө сәхнәгә сыҡты.

Фестивалдең икенсе көнөндә “Симфотөн” уҙҙы, унда БР Милли симфоник оркестры уйнаны. 26 июндә фестиваль гала-концерт менән тамамланды, унда Башҡортостандың йәш артистары: Гөлнара Байғужина, Эдуард Хөснөтдинов, Nail Bashstyle, «Бишбармаҡ» һәм «Дәрүишхан» төркөмдәре, шулай уҡ Бүрәт Республикаһынан ҡунаҡтар - «Намгар» этно-төркөмө ҡатнашты. Хедлайнерҙар - Сергей Трофимов һәм «Дискотека авария» төркөмө булды.

https://kulturarb.ru/ba/news/evraziya-j%D3%A9r%D3%99ge-festivale-bash%D2%A1ortostanda-tyu%D2%93andar-tamasha%D2%BBynan-bashlandy

 

“Евразия йөрәге” фестивале
“Евразия йөрәге” фестивале
Автор:
Читайте нас: