+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь , 10:18

Юрий Шатунов тыуып үҫкән Күмертау ҡалаһында артистың хәтерен мәңгеләштерергә йыйыналар

-

Популяр артист, «Ласковый май» солисы Юрий Шатуновтың ваҡытһыҙ үлеме тураһында мәғлүмәт бөтә илде тетрәндерҙе. Рәсәйҙә нисәмә быуын уның «Белые розы» йырын һәм башҡа хиттарын тыңлап үҫте.

Танылған артист Башҡортостанда тыуған. Юраның бала сағы Күмертау ҡалаһында үткән, ул шунда мәктәп-интернатта тәрбиәләнгән. Бер нисә киң мәғлүмәт сараһы хәбәр итеүенсә, хәҙер унда йырсыға һәйкәл ҡуйырға уйлайҙар. «Башинформ» ҡала хакимиәте башлығы Олег Фроловҡа мөрәжәғәт итте.

— Юрий Шатуновтың үлеме тураһында хәбәрҙе бөгөн төшкө аш ваҡытында ғына ишетттек. Әлегә һәйкәл ҡуйыу тураһында  фекер алышмағанбыҙ. Һәр хәлдә, күренекле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштерербеҙ. Бәлки, мемориаль таҡтаташ ҡуйырбыҙ, — тине Олег Фролов.

Автор:Ләйлә Аралбаева

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-06-23/yuriy-shatunov-tyuyp-k-n-k-mertau-ala-ynda-artisty-h-teren-m-gel-shtererg-yyyynalar-2851919

 

 

Юрий Шатунов тыуып үҫкән Күмертау ҡалаһында артистың хәтерен мәңгеләштерергә йыйыналар
Юрий Шатунов тыуып үҫкән Күмертау ҡалаһында артистың хәтерен мәңгеләштерергә йыйыналар
Автор:
Читайте нас в