+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2022, 17:00

Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Юрий Шатунов вафат

Бөгөн, 23 июндә, Юрий Шатунов вафат булған. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, йырсының үлеменә  йөрәк хәлһеҙлеге сәбәпсе. Юрий Васильевич Шатунов 1973 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Күмертау ҡалаһында Клименко Василий Владимирович (1.01.1950) һәм Шатунова Вера Гавриловна (27.01.1955 — 07.11.1984) ғаиләһендә тыуған. Атаһы менән әсәһе береһенә 23 йәш, икенсеһенә 18 йәш булғанда өйләнешәләр. Атаһы улына ҡарата ҡырыҫыраҡ була, шуға күрә Юрий әсәһенең фамилияһында йөрөй, ә бәләкәйерәк сағында (дүрт йәшкә тиклем) Пятка ҡасабаһында (Күмертау ҡалаһы янында) әсәһе яғынан өләсәһе менән олатаһы — Шатунова Екатерина Ивановна (05.12.1924 — 26.11.2002) һәм Шатунов Гаврила Егорович (04.06.1923 — 20.01.1976) ғаиләһендә йәшәй.Малайға 3 йәш булғанда, уның атаһы менән әсәһе айырылыша, олатаһы вафат була, 1977 йылда Юрий әсәһе менән Савельевка ауылына күсеп китә. Күпмелер ваҡыттан һуң, әсәһе икенсе тапҡыр кейәүгә сыға. Әммә үгәй атаһы хәмер менән дуҫ була, шуға ла Юрий йыш ҡына өйҙән ҡасыр булып китә, күбеһенсә өләсәһенә барырға тырыша.  

 1980 йылда Шатунов Көйөргәҙе районының Иҫке Отрада ауылы мәктәбенә уҡырға төшә, ләкин 1984 йылдың сентябрендә (был ваҡытта Юрийға 11 йәш тулған була) әсәһе ныҡлап ауырып китә һәм шул сәбәпле, ул улын Күмертау ҡалаһының 2-се һанлы интернат-мәктәбенә күсерә, ә ике ай үткәс, 1984 йылдың 7 ноябрендә, Вера Шатунова йөрәк өйәнәгенән вафат була. Атаһы улының яҙмышына битараф ҡала, һәм Юрийҙы Түлгән ҡасабаһында йәшәгән инәһе Нина Гавриловна тәрбиәгә ала. Әммә Юрий унда ла өйҙән ҡаса башлай һәм 1984 йылдың ноябренән алып 1985 йылдың октябренә тиклемге осорҙа Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе буйлап берәҙәк булып йөрөй.

1985 йылдың ноябрендә Ырымбурҙа Шатуновтың артабанғы яҙмышын хәл иткән комиссия ултырышы үтә. Унда Юрийҙы Аҡбулаҡ ҡасабаһы балалар йорто директоры Валентина Николаевна Тазекенова күреп ҡала. Ул үҫмер яҙмышына битараф ҡала алмай һәм комиссия ҡарарына йоғонто яһап, малайҙы үҙе етәкләгән балалар йортона тәғәйенләүгә өлгәшә. 1986 йылдың октябрендә Тазекенованы Ырымбур ҡалаһының 2-се һанлы интернат-мәктәбенә директор итеп ҡуялар, һәм Юрий ҙа уның артынан был ҡалаға күсә. Ырымбур интернатында үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге етәксеһе Сергей Борисович Кузнецов менән таныша, һәм ошо ваҡыттан «Ласковый май» төркөмөнөң тарихы башлана.

https://ba.wikipedia.org/wiki/Шатунов_Юрий_Васильевич

Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Юрий Шатунов вафат
Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Юрий Шатунов вафат
Автор:
Читайте нас: