+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь , 19:00

"Ҡалҡан"дар Дағстанға юллана

"Ҡалҡан"дар Дағстанға юллана
"Ҡалҡан"дар Дағстанға юллана

Учалы районының “Ҡалҡан” халыҡ бейеүҙәре ансамбле 29 июндән 4 июлгә тиклем Дағстан республикаһының Махачкала ҡалаһында үтәсәк ХХ “Горцы” халыҡ-ара фольклор һәм йола мәҙәниәте фестивалендә Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһаясаҡ. Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Рәсәй Комитетының ЮНЕСКО матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау эгидаһы аҫтында үтә.

Коллективтың етәксеһе Фәнис Кәримов әйтеүенсә, фестивалдә башҡорт бейеүҙәре, шул иҫәптән легендар “Ете ҡыҙ” һәм “Ҡороҡсолар” (“Укротители”) буласаҡ.

Фестивалгә Әзербайжан, Белоруссия, Һиндостан, Ҡырғыҙстан, Донецк халыҡ республикаһы, Адыгей, Ҡалмыҡ, Ҡырым, Ставрополь крайы, Архангел, Пермь, Ростов, Омск, Липецк өлкәләренән, Мәскәү, Бөйөк Новгород һәм Дағстан Республикаһының 50-нән ашыу фольклор коллективы йыйыла.

Сараның әһәмиәте – төрлө халыҡтарҙың мәҙәни йолалары менән уртаҡлашыу һәм илдең матди булмаған мәҙәни мираҫын үҫтереү.

Байрам Дағстан Республикаһы Башлығы һәм Хөкүмәте ярҙамында үткәрелә. Фестивалде ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы, Дағстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, В.Д.Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, Дағстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Республика халыҡ ижады йорто.

"Ҡалҡан"дар Дағстанға юллана
"Ҡалҡан"дар Дағстанға юллана
Автор:
Читайте нас в