+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июнь , 10:00

ЙӘШ ЙӨРӘКТӘР

Ауыл йәштәре аулаҡ өйгә йыйыла. Кис ултырғанда үҙеңде күрһәтеп, башҡаларға күҙ һалаһың бит инде ул: ҡыҙҙар һәм егеттәр төрлө ярыштар үткәрә, йырҙар, таҡмаҡтар йырлай, шаяра, бейей... һәм, әлбиттә, ғашиҡ була!

ЙӘШ ЙӨРӘКТӘР
ЙӘШ ЙӨРӘКТӘР

23 июндә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Фәтхи Бурнаш пьесаһы буйынса «Йәш йөрәктәр» спектакленең премьераһы була. Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, спектаклде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов сәхнәләштерә. Адаптация авторы һәм консультант булып драматург, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева сығыш яһаны.

 

Ауыл ҡыҙҙары аулаҡҡа йыйыла. Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ, йөрәктәрҙең дәртле сағы… Бер-береһен оялып ҡына күҙләй, ғашиҡ була һәм бөрөләнеп килгән хистәрен сайпылдырмай һаҡлай ауыл йәштәре. Улар араһында һылыу Сәрби һәм сая егет Хәйретдин дә бар. Йәштәрҙең – илһамлы, дәртле йәш йөрәктәрҙең – хыялдар тулы тормошона һуғыш килеп инә: егеттәр фронтҡа алына, ҡыҙҙар йәрәшкән батырҙарын көтөп алырға вәғәҙә бирә.

 

Сәхнәләге ваҡиғалар халыҡ ижады өлгөләре: милли уйындар, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, бейеүҙәр менән үрелеп бара. Музыкаль спектаклдең нигеҙендә – композитор Нур Дауытов ижад иткән халыҡсан йыр-көйҙәр, уларҙы театр оркестры башҡара.

 

Ошо спектакль өсөн махсус рәүештә Хәйретдин роленә З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының 4-се курс студенты Динислам Сафин саҡырылған.

 

Ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, хореограф – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Вокал – Нурия Мортазина. Оркестр етәксеһе – Урал Иҙелбаев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреты.

 

Фәтхи Бурнаш пьесаһы буйынса «Йәш йөрәктәр» спектаклен 1993 йылда Башҡорт драма театрында билдәле режиссер Рифҡәт Исрафилов ҡуйғайны (ул саҡта ҡуйыусы рәссам – Таң Еникеев, композитор – Фәнил Арыҫланғолов).

 

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-06-14/m-zhit-afuri-isemend-ge-bash-ort-drama-teatry-y-sh-y-r-kt-r-spektaklen-s-hn-l-shter-2839683

 

Автор:
Читайте нас в