Һабантуйҙа башҡорт тирмәһе ҡорола, уйындар һәм спорт ярыштары ойошторола, уҡтан атыу, милли уйын ҡоралы ҡурайҙа уйнау һәм башҡорт кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Һабантуйҙа Үзбәкстан, Башҡортостан, Татарстан сәнғәт оҫталары һәм «Изге Нур», «Дуҫлыҡ», «Йәшлек», «Ләйсән», «Һандуғастар», «Мираҫ» үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһай. Байрам концертында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин һәм «Элвин Грей» проекты, «Zainetdin» этно-төркөмө, ҡурайсы Юлай Ҡасимов ҡатнаша.
Сәфәр программаһында Үзбәкстандың Алишер Навои исемендәге Милли китапханаһына барыу, китапхана фондын тулыландырыу өсөн башҡортса китап тапшырыу планлаштырыла.
Шулай уҡ Хәҙрәти-Имам комплексы етәкселеге менән осрашыуҙа башҡорт телендәге Изге Ҡөрьән Кәрим китабының тапшырыу тантанаһы була.