+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь , 09:56

Өфөлә күптән көтөлгән йыр-моң байрамы – «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙғарыла

Фестивалде үткәреү көнө һәм махсус ҡунаҡтары билдәле булды - 

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален ойоштороусылар йәнә баш ҡала һәм республика халҡын һәм ҡунаҡтарын форумды уҙғарыу күләме, башҡарыусыларҙың донъяуи  кимәле, стилдәрҙең һәм йүнәлештәрҙең киңлеге менән ҡыуандырырға әҙер. Сара «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында була.

24 июндә фестиваль «Башҡортостанда тыуғандар» программаһы менән асыла. Унда төрлө миҙгелдәрҙә «Голос» шоуында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ сығыш яһай. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Касимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестрын тыңларға мөмкин. Беренсе көндө хедлайнерҙары —  «ТенорА XXI века» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө.

Форумдың икенсе көнөндә, 25 июндә, «Симфоник төн» Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры башҡарыуында донъя классикаһы шедеврҙарын тәҡдим итә. Дирижер пульты артында — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дмитрий Крюков.

«Евразия йөрәге-2022» халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең гала-концерты 26 июндә була һәм Йәштәр көнөнә арнала. Был көндө республикабыҙҙың йәш артистары сәхнәгә сыға. Улар араһында бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гөлнара Байғужина, Эдуард Хөснөтдинов, Nail Bashstyle һәм башҡалар бар. Тамашасылар алдында шулай уҡ «Бишбармаҡ» һәм «Дәрүишхан» төркөмдәре сығыш яһай. Бынан тыш, Бүрәт Республикаһының «Намгар», этно-төркөмө, Ҡаҙағстандың «HasSak» этно-фольк төркөмө сағыу номерҙар менән ҡыуандырмаҡсы.

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале гала-концертының хедлайнерҙары — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Трофимов (Трофим) һәм Дима Билан. Фестиваль байрам фейерверкы менән тамамлана.

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-06-15/evraziya-y-r-ge-2022-festivalene-mahsus-una-tary-bild-le-buldy-2840586

 

Өфөлә күптән көтөлгән йыр-моң байрамы – «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙғарыла
Өфөлә күптән көтөлгән йыр-моң байрамы – «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙғарыла
Автор:
Читайте нас в