23 июндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Фәтхи Бурнаш пьеса буйынса ҡуйылған “Йәш йөрәктәр” спектакленең премьераһы көтөлә.
Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов, ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нур Дауытов, хореографы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, тексты ҡулайлаштырыусы, консультант – Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, оркестр етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Урал Иҙелбаев.
Драматик тамашалар халыҡ йолалары, уйындар, бейеүҙәр менән үрелеп бара. Спектаклдең музыкаль нигеҙен композитор Нур Дауытовтың йырҙары һәм көйҙәре тәшкил итә. Уларҙы театр оркестры башҡара.