Башҡортостандың Ғафури районында, Имәндәш ауылы янында, 17 һәм 18 июндә «Табын-фест» йәштәр фестивале уҙғарыла.
Ҡатнашыусыларҙы ҙур танып-белеү, күңел асыу программаһы көтә. Заман йәштәре өсөн көнүҙәк йүнәлештәр буйынса төрлө белем биреү майҙансыҡтары, спорт ярыштары, халыҡ кәсептәре әйберҙәре күргәҙмә-презентациялары, һәүәҫкәрҙәр концерты.
Шулай уҡ «Табын-фест - 2022» фестивалендә ҡатнашыусылар «Батырҙар хәтере» стелаһын асыуҙа ҡатнаша.