Унлап үҫмер киләсәктә беҙҙең республика гимназияларында уҡырға теләк белдергән. Силәбе өлкәһе Арғаяш ауылынан Фирүзә Фәхретдинова Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназияһына уҡырға инеү өсөн ике имтихан тапшырған да инде.
Ижади презентацияларҙы яҡлағандан һуң, командаларға, шәхси беренселектә еңеүселәргә сертификаттар, ике тапҡыр Советтар Союэы Геройы Муса Гәрәев тураһында китап тапшырылды. Башҡорттар күпләп йәшәгән күрше төбәк йәштәренең үҙ тамырҙарын белергә ынтылышы дәүләт кимәлендә хупланыуы ҙур мәртәбә. Файҙалы һәм фәһемле осрашыуҙар киләсәктә лә дауамлы булыр тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова
https://bash.news/bash/news/178364-bashkortostanda-tamyrym-bashkort-tebek-ara-balalar-khem-ucmerzer-forumy-utte