Турне «Беҙҙең уртаҡ йортобоҙ - Рәсәй!» программаһы менән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау йылы уңайынан уҙғарыла. 9-13 июндә Ғәскәровсылар Ялтала, Севастополдә, Евпаторияла, Белогорскиҙа, Симферополдә сығыш яһай. Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль - исемдәре бөтә донъяға билдәле коллектив, илдең профессиональ хореография сәнғәте лидерҙарының береһе. Был коллективтың һәр концерты - боронғо башҡорт халыҡ эпостарының хайран ҡалдырыусы боронғо башҡорт легендалары мөхитен тыуҙырыусы бына тигән тамаша. Шулай уҡ программала Ғәскәровсылар Рәсәй халыҡтары бейеүҙәрен күрһәтә. 12 июндә Рәсәй көнөндә Ғәскәров исемендәге ансамбль байрам концерттары менән Ҡырым Республикаһының Белогорск районында сығыш яһай.
https://vk.com/radioashkadar?w=wall-108520876_180761