+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2022, 14:00

Дубайҙа яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығында Халыҡ-ара көн үткән

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Дубай интерациональ мәктәптәренең береһендә яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығында Халыҡ-ара көн уҙған. Һәр яҙ һайын мәктәп ихатаһында 80-дән ашыу илдең флагы елберҙәй - был мәктәп уҡыусыларының милли составы төрлө булыуы менән бәйле.  Ватандаштарыбыҙ - ошо мәктәп уҡытыусылары иң сағыу презентацияларҙың береһен уҙғарған. Элиза Мөнир ҡыҙы Килдейәрова менән Лилиә Ғәли ҡыҙы Бабаджан байрамда ҡатнашыусыларға республикабыҙ хаҡында һөйләгән һәм уның мәҙәниәте, тарихы менән таныштырған, ә милли кейемдәр барыһында ла һоҡланыу уятҡан.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Дубай интерациональ мәктәптәренең береһендә яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығында Халыҡ-ара көн уҙған. Һәр яҙ һайын мәктәп ихатаһында 80-дән ашыу илдең флагы елберҙәй - был мәктәп уҡыусыларының милли составы төрлө булыуы менән бәйле. Халыҡ-ара көндә уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға үҙеңдең илең, уның йолалары тураһында һөйләргә, костюмдар, йыр-бейеүҙәр күрһәтергә, милли аш-һыу менән һыйланырға мөмкинлек бирелә. Байрам илдәрҙең ҙур һәм сағыу парады менән тамамлана.2022 йылда башҡорт кейемдәрен презентациялауҙы ойоштороу өсөн «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы жюрийы ағзаһы Сәлимә Усмановаға һәм халыҡ сигеү оҫтаһы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы финалсыһы Ғәбиҙә Вәлиеваға мөрәжәғәт иткәндәр. Ватандаштарыбыҙ - ошо мәктәп уҡытыусылары иң сағыу презентацияларҙың береһен уҙғарған. Элиза Мөнир ҡыҙы Килдейәрова менән Лилиә Ғәли ҡыҙы Бабаджан байрамда ҡатнашыусыларға республикабыҙ хаҡында һөйләгән һәм уның мәҙәниәте, тарихы менән таныштырған, ә милли кейемдәр  барыһында ла һоҡланыу  уятҡан.

https://rcntrb.com/ru/news/6769-v-dubae-proshel-mezhdunarodnyj-den-s-uchastiem-nashikh-zemlyakov

Дубайҙа яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығында Халыҡ-ара көн үткән
Дубайҙа яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығында Халыҡ-ара көн үткән
Дубайҙа яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығында Халыҡ-ара көн үткән
Дубайҙа яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығында Халыҡ-ара көн үткән
Дубайҙа яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығында Халыҡ-ара көн үткән
Дубайҙа яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығында Халыҡ-ара көн үткән
Дубайҙа яҡташтарыбыҙ ҡатнашлығында Халыҡ-ара көн үткән
Автор:
Читайте нас: